-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Топонимика серҙәре
30 Апрель 2020, 18:30

Яҡшыны ҡур итәйек!

Башҡорт телендә ғәжәп үҙенсәлекле һәм тәрән мәғәнә һалынған һүҙҙәр бар. Шуларҙың береһе – «ҡур» тигән һүҙ. Аңлатмалы һүҙлектә уның биш-алты төрлө мәғәнәһе күрһәтеп бирелгән. Беренсенән, «ҡур» ул – ҡымыҙ, бал әсеткеһе, шулай уҡ ҡамырҙы, ҡатыҡты әсетеү өсөн дә ҡур кәрәк. Урыҫсаға «закваска», «солод» тип тәржемә ителә. «Аҡса ҡуры», «мал ҡуры» тигән төшөнсәләр ҙә бар. Шулай уҡ «сирҙең ҡуры» тигән һүҙ ҙә ҡулланылған.

Ә бына бөйөк Аҡмулла ижадында ул һүҙҙең ҡулланылышы тағы ла киңәйеберәк киткән:
Ҡыйшыҡ уҡ атҡан менән туры китмәҫ,
Күңелдән яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ.
«Яман һүҙҙең ҡуры» – көслө, бик тә тәьҫирле әйтелгән, шулай бит.
Был миҫалдарҙың барыһында ла «ҡур» һүҙенең төп мәғәнәһе иң элек «көс, ҡеүәт; көс-ҡеүәт башланғысы, энергия тупланмаһы» тигәнгә тура килә. Ә инде башҡортса-урыҫса һүҙлектә күрһәтелгәненсә, «ҡур» һүҙенең «ҡуҙ» («горячие угли») һүҙе менән бер тамырҙан булыуы тағы ла ҙурыраҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Сөнки ҡуҙҙа ла бит уттың көсө, шул көстөң башланғысы, тупланмаһы һаҡлана.
Телебеҙҙә бына ошо ҡуҙ кеүек үк көслө «ҡур» һүҙе нәҡ алда әйткән көс, ҡеүәт сығанағы мәғәнәһендә географик атамалар донъяһында, йәғни ер-һыу атамалары яһалышында ла сағылыш тапҡан. Хатта «ҡур» тамырына йәнә ялғау ҡушып, «ҡурғы» тигән бик һирәк һәм оригиналь географик термин да яһалған. Ләкин ул хаҡтағы һүҙҙе икенсе мәҡәләгә ҡалдырып торайыҡ. Ә инде «ҡур» һүҙенә килгәндә, йылға, шишмә, ғөмүмән, һыу объекттары исемдәрендә беҙ уны бик үҙенсәлекле мәғлүмәт сығанағы тип тә иҫәпләй алабыҙ. Мәҫәлән, бына бер йылғаны халыҡ Ҡурлы тип атаған икән, тимәк, исемде белеп ҡушҡан. Ҡурлы – ул инде көслө, хатта дауалау көсөнә эйә булған һыу тип аңларға кәрәк булған. Ҡорғаҙы (Белорет һәм Мәсетле райондары), хәҙер инде киң билдәле Көйөргәҙе, Ҡорғаҙаҡ йылғаларының исемдәрендә лә тәүге компонент – «ҡур», икенсеһе – «йылға» мәғәнәһен белдергән «ғаҙы», «гәҙе», «ғаҙаҡ» тигән боронғо башҡорт һүҙҙәре. Тик ул гидронимдарҙа урындағы һөйләш шарттарында «ҡур» һүҙе «ҡор» формаһын алған. Ҡорғаҙы, Ҡорғаҙаҡ, әҙәби телдәгесә әйтһәк, Ҡурғаҙы, Ҡурғаҙаҡ булыр ине. Ләкин, мәҫәлән, Әй һөйләшендә регуляр рәүештә у – о күсеше характерлы: әҙәби телдә «туҡмас», «уҡлау», шулай уҡ «ҡур», ә һөйләштә – «тоҡмас», «оҡтау», «ҡор». Шуның өсөн дә әйлеләрҙең һөйләү телендә атаҡлы, көслө, ҡурлы, шифалы Ҡурғаҙаҡ шишмәһенең исеме Ҡорғаҙаҡ формаһында нығынған һәм ул әҙәби тел нормаһы итеп алынған. Ә инде Көйөргәҙе гидронимы көньяҡ башҡорттарының (Эйек – Һаҡмар һөйләше) һөйләү телендә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ үҙгәрештәр аша үткән: башта Ҡурғаҙы (ҡур һәм ғаҙы) булһа (урыҫ телендәге элекке карталарҙа ул, ысынлап та, хәҙерге кеүек, Куюргаза түгел, ә Кургаза формаһында теркәлгән), әйтелештә артҡы рәт һуҙынҡылары алғы рәт һуҙынҡыларына күсеп, Көйөргәҙе формаһы барлыҡҡа килгән.
Көйөргәҙенең дә, Ҡорғаҙаҡтың да хәҙер тәмен белеп алдылар. Ермолаевкала хатта араҡыны ла шул ҡурлы, көслө һыуҙы ҡушып етештерә башланылар. Ә Ҡорғаҙаҡ шишмәһендәге дауалау факторҙары бөтөн Рәсәйгә билдәле. Белорет районындағы, Мәсетлеләге Ҡорғаҙы ла, Кушнаренко төбәгендәге Ҡурлы тигән йылғаның да (Ҡармасандың һул ҡушылдығы) һыуҙары дауалы, шифалы булыуы хаҡында һис икеләнмәйенсә фараз итергә мөмкин.
Ғәжәп итәм: ниндәй зирәк, аҡыллы оло белем эйәһе булған беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ.

Рәшит ШӘКҮР,

яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

Читайте нас: