Ыҫлаҡ гидронимын, ғәҙәттә, «йылға» мәғәнәһендәге төрки-монгол «ус» һүҙенән яһалған тип раҫлайҙар (ус + -лаҡ ялғауы). Яҙыусы Йософ Гәрәй «Был һүҙҙәр ҡайҙан килә?» тигән китабында: «Академик В.В. Радлов «слак» һүҙен һыулы ер, һаҙлыҡ тип аңлата. Беҙҙә был һүҙ, күрәһең, һыу, йылға мәғәнәһендә йөрөгәндер», – тип яҙҙы. (Гәрәй Й. Был һүҙҙәр ҡайҙан килә? – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. 168-се бит). «Русско-башкирский словарь водных объектов» (Өфө: Китап, 2005) тигән китапта ла: «Слак (Ыҫлаҡ) – от тюркского ыҫ < ус «река» с аффиксом -лаҡ» тип аңлатыла.
Был аңлатмалар бик үк ышандырып бөтмәй. Сөнки, беренсенән, Ыҫлаҡ йылғалары бер ҙә һыулы, һаҙлыҡлы ерҙән аҡмай. Икенсенән, ус > ыҫ «һыу» һүҙенән яһалған булһа, уға -лаҡ түгел, ә -лыҡ ялғауы ҡушылған булыр ине: һыулы, һыулыҡ, һаҙлыҡ, ташлыҡ була ла баһа.
Беҙҙеңсә, Ыҫлаҡ гидронимы башҡорттарҙың мал тиреһен ыҫлап эшкәртеү шөғөлө менән бәйле, йәғни ул «коптить», «копчение» мәғәнәһендәге «ыҫлау» ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Башҡорт теле һүҙлектәрендә билдәләнгәненсә, балыҡ ыҫлау, ҡорот ыҫлау, тире ыҫлау, һаба ыҫлау, ҡымыҙ көбөһөн ыҫлау, айыу өңөн ыҫлау тигән төшөнсәләр бар. Ә ыҫлау һүҙе, ғөмүмән, «эшкәртеү маҡсатында төтөн әсеһенә, ыҫҡа тотоу» тигәнде белдерә. (Башҡортса-русса һүҙлек. – М.: «Дигора» нәшриәте, «Русский язык», 1996; Башҡорт теленең һүҙлеге, II том. – М.: «Русский язык», 1993). Тимәк, Ыҫлаҡ атамаһы ыҫ һүҙе («коптить», «дым», «чад») һәм -лаҡ ялғауынан тора. Ошо Ыҫлаҡ йылғалары буйында әүәл ана шул ыҫлау, йәғни тирене төтөн әсеһенә, ыҫҡа тотоп эшкәртеү ҡоролмалары урынлашҡан булырға тейеш.
Этнографтар раҫлауынса, башҡорттарҙа, Европа һәм Азияның борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡтарына хас булғанса, мал тиреләрен ыҫлап эшкәртеү шөғөлө киң үҫешкән булған. Был хаҡта «Башкиры: Этническая история и традицонная культура» китабының авторҙары бына нимә тип яҙа: «Тирене аяҡ кейеме, юл моҡсайҙары, ҡымыҙ һабалары тегер өсөн әҙерләгәндә төтәҫләп сыныҡтырыу мотлаҡ һаналған. Ыҫлағандан һуң тире нығынған, бешкән һәм, П.С. Паллас әйткәнсә, «ямғырға һәм теләһә ниндәй епшеклеккә» бирешмәгән. XVIII – XIX быуаттың беренсе яртыһында бөтөн яҡтағы йәйләүҙәрҙә һәм ауылдарҙа, бигерәк тә малсылыҡ менән шөғөлләнгән райондарҙа, ыҫлау урындары (ыҫтыҡ, ыҫлыҡтар) ҡора торған булғандар. С.И. Руденко XX быуат башында Урал аръяғына сәйәхәт ваҡытында үҙе үткән юлда йыш ҡына ыҫлау ҡоролмаларына тап булған һәм һуңынан уларҙы шаҡтай тулы тасуирлап яҙған. (Н.В. Бикбулатов, Р.М. Юсупов, С.Н. Шитова, Ф.Ф. Фатыхова. Башкиры: Этническая история и традиционная культура. – Уфа: НИ «Башкирская энциклопедия», 2002. 90 – 91-се биттәр).
Ыҫлау юлы менән тире эшкәртеү ғәйәт ҡатмарлы, мәшәҡәтле эш булған. Өҫтәүенә тире ыҫлағанда тирә-яҡҡа әсе төтөн, һөрөм таралып торған. Шуға күрә ул бер ситтәрәк, аулағыраҡ урында, йылға, күл буйҙарында ҡоролған булырға тейеш. Дим буйы башҡорттары ыҫлап тире эшкәртеүгә айырыуса әүәҫ булғандыр, күрәһең. Ыҫлаҡ атамаһында уларҙың был шөғөлө тураһында иҫтәлек һаҡланып ҡалған да инде.
яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.