-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәгән, ти, борон соҡсондар...

«Ни өсөн шулай атала?» Был һорауҙы бик йыш ишетергә тура килә. Ауыл, ҡала, тау, шишмә, йылға, һаҙ, һаҙлыҡ, күл, урман, ниһайәт, илдәр, диңгеҙҙәр, океандар, ҡитғалар – уларҙың һәр береһенең үҙ исеме, үҙенә генә хас атамаһы була. Был исемдәр, атамалар донъяһы – топонимия, ә уны өйрәнеүсе фән тармағы топонимика тип атала. Топонимия – ул ысын-ысынында ерҙең хәтер китабы. Журналыбыҙҙа телдең, илдең, халыҡтың бына ошо хәтер китабының биттәрен асып, «Топонимика серҙәре» тигән рубрикала ҡыҙыҡлы мәҡәләләр биреп барырға булдыҡ.Топонимика серҙәре менән танышып, үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ, бик мәслихәт булыр ине.

Топонимияла мәңге сер булып ҡалырҙай атамалар осрай. Бына шундайҙарҙың бер нисәһе: Соҡсон йылғаһы, Соҡсон ауылы, Соҡсон ра­йоны. Пермь крайында республикабыҙҙың төньяҡ төбәктәренә терәлеп кенә тиерлек ята Соҡсон тигән был географик объекттар.
Соҡсондар... Кем һуң улар? Был һорауға беҙҙә күптән яуап табылғайны инде табылыуын. Әммә, үкенескә ҡаршы, телселәребеҙ уға үҙ ваҡытында бөтөнләй иғтибар бирмәне. Шул сәбәпле, һирәк осрай торған был һүҙ беҙҙең һүҙлектәргә, хатта башҡорт теленең күп томлы академик һүҙлегенә лә индерелмәгән һәм асылда онотолоуға дусар ителгән. Ә бит бик үҙенсәлекле боронғо тарих менән бәйле ул.
Геология-минералогия фәндәре кандидаты, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Басир Мәһәҙиев «Совет Башҡортостаны» (1990 йылдан – «Башҡортостан») гәзитендә «Соҡсондар. Кемдәр улар?» (10.09.1972) һәм «Соҡсондар эҙенән» (1996 йыл, 15 май) тигән бик ҡыҙыҡлы ике мәҡәлә баҫтырып сығарғайны. Был яҙмаларҙа ул башҡорттар араһында соҡсон тигән боронғо риүәйәттәр халыҡ тураһында һаҡланған мәғлүмәттәргә ентекле туҡталып үтә, хәҙерге Пермь крайындағы алда телгә алынған атамаларҙың әүәл нәҡ башҡорт телендә ҡулланылған «соҡсон» һүҙенән яһалған булыуын ышаныслы итеп дәлилләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтөнләй онотолоп барған был һүҙҙе тәү башлап урыҫ телле археологтар яҙып алған икән дә баһа. «Соҡсондар. Кемдәр улар?» тигән мәҡәләһендә Б. Мәһәҙиев бына нимә ти: «Тарих фәндәре докторы К.В.Сальниковтың 1967 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан «Көньяҡ Уралдың боронғо тарихи очерктары» тигән китабын ҡараштырып ултырғанда, мин бығаса һүҙлектәрҙә күренмәгән бер башҡорт һүҙенә юлыҡтым. «Соҡсон» тигән һүҙ булып сыҡты ул. 1965 йылда экспедиция ваҡытында яҙып алынған».
Археологтарға соҡсондар тураһында Баймаҡ районының Күсей алтын ҡаҙыу эше менән шөғөлләнгән элекке старателдәр һөйләп биргән. «Соҡсон» һүҙе әүәл Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы төбәгендә алтын йыуыу эше менән кәсеп иткән башҡорттар араһында таралған булған.
«Бынан меңәр йыл элек руда сығарыу, металл иретеү менән шөғөлләнгән серле халыҡты урыҫтар чудь тип йөрөтә. Дөрөҫ, был һүҙ урыҫтарҙың йәнле һөйләү телендә хәҙер бөтөнләй тип әйтерлек осрамай, ул яҙма телдә генә һаҡланып ҡалған, әммә XVIII – XIX быуаттарҙа урыҫ старателдәренең һәм тау-таш эшселәренең телендә йыш ҡулланылған. «Соҡсон» һүҙенең яҙмышы башҡорт телендә лә шулайыраҡ булып сыға», – ти Б. Мәһәҙиев.
Борон урыҫтар фин халыҡтарын чудь тип атаған. XI быуаттан башлап Эстония йылъяҙмаларҙа Чудь ере тип телгә алына. Рәсәйҙең хәҙерге Псков өлкәһендәге Чудь күле лә шул уҡ этноним менән аталған. Был һүҙҙе Рәсәйҙең төньяҡ өлкәләре буйлап Уралға тиклем таралып ултырған бүтән фин халыҡтарына ҡарата ла ҡулланғандар, күрәһең. Боронораҡ башҡорт телендә, «соҡсон» һүҙе менән бер рәттән, шул уҡ мәғәнәлә «чудь» һүҙен дә ҡулланғандар, тип фараз итә Б. Мәһәҙиев. Әммә башҡорттар ул халыҡты, шөғөл үҙенсәлектәренә ҡарап, үҙҙәренсә соҡсон тип атаған.
Был һүҙҙең тамыры соҡоноу, йәғни аңлатмалы һүҙлектә билдәләнеүенсә, «нимәлер табырға тырышып эҙләнеү, соҡоноу, төпсөнөү» тигәнгә тура килә. Соҡсондарҙан ҡалған шахта соҡорҙары Урта һәм Көньяҡ Уралда ла билдәле булған. Пермь крайындағы Соҡсон тигән атамаларҙа (урыҫса яҙылышы: Суксун) нәҡ ана шул боронғо халыҡ хаҡында хәтирә һаҡлана ла инде. «Соҡсон» тигән был тарихи һүҙ (этноним) киләсәктә, ниһайәт, башҡорт теле һүҙлектәрендә үҙ урынын алыр, тип ышанғы килә.
Рәшит ШӘКҮР,
яҙыусы, филология фәндәре докторы,
профессор.
Читайте нас: