Ильяс Әхмәтша улы 1852 йылдың 22 апрелендә Ҡырымдың Баҡсаһарай ҡалаһында тыуа. Белемде мәктәптәрҙә, мәҙрәсәләрҙә алғандан һуң, Истанбулға уҡырға китә. Бында ул нәшриәт һөнәре буйынса ете йыл һабаҡ ала. Баҫма эше, рәсем төшөрөү, сәнғәт биҙәлеше, хаттатлыҡ (каллиграфия) һөнәрҙәрен уңышлы өйрәнеп, тыуған иленә ҡайта. Бер нисә йыл Ҡырымда быяла һәм ҡағыҙға яҙыу менән шөғөлләнә. 1876 йылдың декабрь айында Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәткә сыға. 1882 йылда Санкт-Петербургҡа килеп төпләнә. Хаттат оҫтаһы булыуы арҡаһында Санкт-Петербург университетының көнсығыш телдәр факультетына уҡытыусы булып эшкә инә. Университет профессорҙары ярҙамында мосолман нәшриәтен аса. Ильяс мырҙа баҫмаханаһында утыҙҙан ашыу телдә төрлө китап һәм журнал донъя күрә. Уның тарафынан бик күп танылған көнсығыш классиктарының әҫәрҙәре нәшер ителә.
1919 йылда Петроградты Юденич ғәскәрҙәренән һаҡларға Башҡорт кавалерия бригадаһы ебәрелә. Бригаданың сәйәсәт бүлеге тарафынан башҡорт милли батырының исемен йөрөткән «Салауат» гәзите сығарыла. Уны ташҡа баҫтырыуға Ильяс Бурағанский әүҙем ярҙам итә, яугирҙәргә хәреф йыйыу эшен өйрәтә.
Башҡорт ғәскәрҙәре менән бергә ул Стәрлетамаҡҡа килә. Бында нәшриәт эштәрен көйләүҙә ҡатнаша, үҙе әйтмешләй, ҡулдан килгәнсе ярҙам итә.
Баш ҡала Өфөгә күскәс, республиканың хөкүмәте һәм дәүләт ойошмалары ла шунда урынлаша. Нәшриәт менән бергә Ильяс Бурағанский ҙа Өфөгә килә һәм яратҡан эшенә ең һыҙғанып тотона. Башҡорт матбуғатсылары уны хөрмәт итеп «Ильяс баба» тип өндәшә.
Бурағанский, тәү тапҡыр Стәрлетамаҡҡа килгәс, төрки орфографияһы, каллиграфия, ғосманлы әҙәбиәте, рәсем төшөрөү, нәшриәт эше, башҡорт грамматикаһы дәрестәренән уҡыта алыуы, бөтә Европа һәм Көнсығыш телдәрендә шрифттар әҙерләй белеүе тураһында белдерә.
Шулай итеп, Башҡортостан баҫмаһы үҫешенә күренекле Ҡырым нәшерсеһе ҙур өлөш индерә.
1924 йылда Ильяс Әхмәтша улы хаҡында яҙылған мәҡәләлә уның Өфө нәшриәтендә эшләүе, «тағы ла ярты быуат ғүмерем булһа, яратҡан эшем менән туйғансы шөғөлләнер инем», тип теләүе хаҡында белергә була.
Оҙаҡ ваҡыт Ильяс Бурағанскийҙың үлгән йылы билдәһеҙ ҡалды. Бер нисә йыл элек уның Өфө мосолман зыяратындағы ҡәбере табылды. Ташында мәғрифәтсенең 1938 йылда вафат булыуы теркәлгән. Ундағы яҙыу:
«[уң ҡабырғаһында] 86 йәшендә
[йөҙөндә] Бу ҡәбердә мәдфүн
Баҡчасарайның
Ильяс бин Әхмәтша
Бурағани әл-Ҡырыми
22 йәшендә ватанын
ташлап Ленинград
дар-әл-фәнүнендә
лекторлыҡ, матбағачылыҡ
Һәм башҡа ғилми хедмәтләрдә
[һул ҡабырғаһында] 50 сәнә ғүмерен үткәргән.
Вафат 1938 сәнә 10 февраль
[артында, русса] Ильяс Бураганский».
Әхәт Сәлихов.