Ризаитдин хәҙрәт башта ауылда атаһының мәҙрәсәһендә, һуңынан күрше Шилселе ауылында белем алғас, Минзәлә өйәҙе Илбәк ауылында мулла була. Һуңынан Өфөгә күсә һәм Диниә назаратына ҡазый итеп тәғәйенләнә. 1906 йылда ул Ырымбурҙа ағай-энеле эшҡыуарҙар Шәкир менән Закир Рәмиевтар сығарған «Ваҡыт» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эш башлай. Бер йылдан һуң яңы сыға башлаған «Шура» журналына мөхәррир итеп тәғәйенләнә.
Ижад менән иртә шөғөлләнә башлаған Ризаитдин Фәхретдинов – XIX быуаттың аҙағы һәм XX быуат башында бик уңышлы эшмәкәрлек алып барған күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. Ул төрлө тарихи, әҙәби, дини, лингвистик, фәлсәфәүи әҫәрҙәр яҙған. «Сәлимә, йәки ғиффәт», «Әсмә, йәки ғәмәл һәм яза» исемле әҙәби әҫәрҙәр авторы булараҡ та билдәле. Педагогика фәненә ҡараған бихисап китаптары бар. Яҙма һәм әҙәбиәт тарихыбыҙҙы ла уның әҫәрҙәренән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Революция йылдарында ябылғанға тиклем, ун йыл буйына «Шура» журналын етәкләй ул. 1917 йылда ғалим Өфөгә әйләнеп ҡайта. 1922 йылдан башлап вафатына тиклем мөфтөй вазифаһын башҡара. Халҡыбыҙҙың боронғо ҡулъяҙма мираҫын һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур көс сарыф итә.
Үҙе яҙғанса: «Донъя сәфәрендә булған ваҡытта үҙегеҙгә кәрәкле ғәмәлдәрҙе туҡтатып тормағыҙ. Сөнки донъя ел тиҙлеге менән үтер, вафат көнөнә тиклем файҙалы эштәр өсөн тырышығыҙ, һис ялҡмағыҙ. Үҙегеҙҙән һуң матур исем ҡалдырыу өсөн эшләгеҙ. Сөнки әҙәм балаһы яҡты донъяны ҡалдырғас та, матур исеме вафат булмайынса мәңгегә ҡалыр», – тип дәртләнеп йәшәй. Балалары ла, аталары кеүек, Башҡортостан өсөн байтаҡ файҙалы эштәр башҡара.
Баҡыйлыҡҡа күскәс, Өфөнөң мосолман зыяратына дәфен ителә. Мөфтөй бала саҡта вафат булған Хәсән исемле улының уң яғында ерләнә. Уның икенсе яғында быуат уртаһында вафат булған Ғәбдерәшит (1992–1953) исемле улының ҡәбере бар. Сәғит (1900–1944) исемле улы ошо уҡ зыяратта ситтәрәк ерләнгән.
Ризаитдин Фәхретдиновтың ҡәбер ташында ошолай яҙылғайны:
«Һәҙа мәрҡәд
[Был ҡәберҙә ерләнгән]
әл-шәйех әл-ғалим
әл-фаҙыл [күренекле ғалим]
мөфтөй Ризаитдин
бин Фәхретдин
тәуаффа [үлгән] мөхәррәм 20
сәнә һижри [һижри йылы]
1355
апрель 11 сәнә
1936
милади».
Үткән быуат аҙағында элекке эпитафияһының уң яғына ҡуйылған яңы мәрмәр ташта ғәрәп хәрефтәре менән: «Әҙип, мөүәррих [тарихсы], мөфтөй Ризаитдин бин Фәхретдин, 1859–1936», уның аҫтында русса «Ученый-историк, муфтий Ризаитдин Фахретдинов, 1859–1936», – тиелгән ине.
Өфө мосолман зыяратына 2012 йылда тарихи мемориал статусы бирелеүе унда Ризаитдин Фәхретдинов кеүек илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, баш ҡалабыҙҙың яҙмышында ҙур роль уйнаған күренекле шәхестәребеҙҙең һуңғы төйәге булыуына туранан-тура бәйле. Шуның өсөн зыярат эсендә башҡарылған бөтә төҙәтеү эштәре иғтибар менән эшләнергә тейеш. Юғиһә «ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарырға» мөмкин.
Әхәт Сәлихов,
тарих фәндәре кандидаты.