+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих тирмәненән
3 Август 2022, 11:55

Тағандың һуңғы төйәге

Бер быуаттан ашыу элек илебеҙҙә барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр арҡаһында күп кенә яҡташтарыбыҙ сит илдәргә барып төпләнә. Шуларҙың береһе хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән ра­йоны Тәңрекүл ауылында тыуып үҫкән Ғәлимйән Таған була.

Тағандың  һуңғы төйәге
Тағандың һуңғы төйәге

Ул тәүҙә Алыҫ Көнсығышҡа, Японияға барып урынлаша. Һуңынан Венгрияға китә, унда белемен камиллаштыра, докторлыҡ дәрәжәһен алып, этнография менән төплө шөғөлләнә башлай. 1930–1945 йылдарҙа Венгрияның Милли этнография музейының көнсығыш бүлегендә эшләй. 1929 йылда «Рәсәй валютаһы һуғыш йылдарында һәм һуңынан» тигән монография нәшер итә. Төрки халыҡтарының тормошо, йолалары буйынса байтаҡ мәҡәләләр баҫтыра. Роберт Лах исемле Австрия тикшеренеүсеһенә Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан башҡорт әсирҙәренән немец ғалимдары тарафынан магнитофон таҫмаһына яҙҙыртылған йырҙарҙы сығарырға ярҙам итә.
Тормошоноң һуңғы йылдарын Ғәлимйән Таған Германияла үткәрә. Бында ул Гамбург университетында башҡорт теле лекторы булып эшләй. Һуңғы төйәген Фридхоф Ольсдорф тигән боронғо зыяратта таба. Уны мосолман йолаһы буйынса немец ғалимдары ерләй. Күренекле яҡташыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди уның ҡәбер ташына башҡорт халыҡ йырын яҙҙырта:
«Ҡарлуғас ҡоштар, ай, ояла,
Оялары уның, ай, буй-ала.
Кемдәрҙең малы,
кемдәрҙең йәне
Кемдәрҙән ҡалмай
фани донъяла».

Хәтирәләрендә яҙыуынса, Әхмәтзәки Вәлиди был йырҙы Башҡортостанда йәшәгән дәүерендә хәҙерге Бөрйән районы Яңы Мөсәт (Алағуянбашы) ауылындағы көтмәгәндә вафат булған бик яҡын дуҫы Ибраһим Ҡасҡынбайҙың ҡәбер ташына ла яҙҙырта.
Биш йыл элек беҙгә Германияның Гамбург ҡалаһында үткәрелгән бер ғилми конференцияла ҡатнашырға тура килде. Мөмкинлек менән файҙаланып, Япониянан килгән коллегабыҙ Рйосуке Оно менән Ғәлимйән Тағандың ҡәберен бергә барып күрергә булдыҡ. Билдәле булыуынса, Ольсдорф зыяраты ҡаланың ситендә урынлашҡан. Ул – бик ҡараулы ҡәберлек. Ундағы матур итеп эшләнгән ҡәберҙәр ағастар араһында, сәскәләргә күмелеп ултыра. 341 гектар майҙанға йәйелгән был зыяратҡа туристар күпләп килә. Ҡәберлек эсендә ике маршрутлы автобус йөрөй. Ингән ҡапҡа төбөндә зыяраттың идараһы, белешмәләр бүлеге бар. Унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәр беҙгә архивтан яҡташыбыҙ ерләнгән урындың һанын табып бирҙе. Шулай итеп, беҙ яҙып бирелгән һан буйынса Тағандың ҡәберен таптыҡ.
Германияның зыярат тәртибе ҡанунына ярашлы, ерләүҙән егерме биш йыл үткәндән һуң, ҡәберҙе туғандары ҡарамаһа, уның урынына башҡа кешене ерләргә мөмкин. Зыяратты ҡарау, тәртиптә тотоу өсөн уның идараһына билдәле миҡдарҙа аҡса түләргә кәрәк. Бынан тыш, үткән быуат урталарынан уҡ бында мотлаҡ рәүештә кремация үткәрелә башлаған.
Ольсдорф зыяратында төрлө конфессияға ҡараған кешеләр ерләнә. Төрлө дин кешеләре өсөн бында айырым урындар билдәләнгән. Ғәлимйән Тағандың ҡәбере иһә христиандар өлөшөндә урынлашҡан. Үкенескә, уның ҡәбере өҫтөнә икенсе ғаилә ағзаларын ерләй башлағандар.

Әхәт Сәлихов,
тарих фәндәре кандидаты.

Автор:
Читайте нас: