-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих тирмәненән
16 Декабрь 2021, 10:24

Етерыу

Уралҡайым, һинең күкрәгең киң, Етелә ырыу илдең дә төйәге. Һине һаҡлау өсөн яу яулашҡан Ҡуйыныңда ята ирҙәрҙең һөйәге, – тип йырланған иң танылған башҡорт йыры «Урал»ды икенсе төрлө «Ете ырыу» йыры тип тә атайҙар.

Етерыу
Етерыу

Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмәндәр араһында ла бындай исемле ырыу барлығы билдәле. Башҡорттарҙың етерыу ырыуы Ырымбур тирәһендә, хәҙерге Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш сиктәренә яҡын урынлашҡан.

Көньяҡ Башҡортостанда ете ырыу тураһында байтаҡ риүәйәттәр таралған. Етерыу, йәғни ете ырыу, исеменән үк аңлашылыуынса, ете ырыуҙың берләшмәһе булараҡ, күҙ алдына баҫа. Ҡайһы бер халыҡ ижады үрнәктәрендә уның эсенә бөрйән, тамъян, үҫәргән, түңгәүер һәм ҡыпсаҡтарҙың өс ырыуы (ҡарый-ҡыпсаҡ, сәнкем-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ) инә. Башҡа сығанаҡта был исемлеккә ҡыпсаҡ, түңгәүер, үҫәргән, тамъян, юрматы, бөрйән, табын инә. Быға оҡшаш башҡа исемдәр теҙмәһе лә бар. Уға нигеҙҙә тарихи Башҡортостандың көньяғында йәшәгән ырыуҙарҙан башҡа бер нисә икенсе төбәк ҡәбиләләре өҫтәлә. Етерыу легендаһын  XIX быуатта рус ғалимдарының, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең дә ҡағыҙға теркәүе билдәле. Мәҫәлән, шул быуаттың башында Тимофей Беляев тарафынан яҙылған башҡорт хикәйәләренең инешендә етерыу кешеләре телгә алына. Башҡорт халҡының төрлө ырыуҙар килешеүе арҡаһында барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алғанда, легенданың һуңғы варианттары хатта отошлораҡ кеүек күренә.

Шулай булған хәлдә лә етерыу мәсьәләһе күберәк көньяҡ башҡорттар тарихына бәйле кеүек күренә. Билдәле этнограф Рәил    Кузеев  етерыу ҡәбиләһен шартлы рәүештә ҡыпсаҡтарға индерә. Һәр хәлдә этногенез яғынан етерыу ҡыпсаҡтарға бәйле. Бөтә этнография, тарих һәм фольклор материалдарында ла улар бергә, бере-береһенә бәйләнеп телгә алына. Тикшеренеүселәр фекеренсә, был уларҙың бик тығыҙ аралашып йәшәүенә бәйле.

Башҡортостан Республикаһы ҡоролғандан һуң уға ингән кантондарҙың береһе Етерыу тип атала. 1919 йылда Ҡыпсаҡ һәм Етерыу кантондары берләштерелә. Яңы кантон Ҡыпсаҡ-Етерыу кантоны исемен йөрөтә. Һуңынан ул республиканың көньяҡ райондарын үҙ эсенә алған Йылайыр кантонына инә.

Башҡорттарҙың мәҙәниәтендә һандарҙың төрлө мәғәнәһе билдәле. Улар кешенең исемендә, ер-һыу, ырыу атамаларында осрай. Мәҫәлән, Бербикә тигән ҡатын-ҡыҙ, Бишбүләк, Дүртөйлө тип аталған ауыл, ҡала бар. Бындай үрнәктәрҙе бик күп килтерергә мөмкин. Исеменән үк аңлашылыуынса, етерыу ете һанына бәйле. Үрҙә килтерелгән риүәйәттәрҙән дә күренеүенсә, был ырыу башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүенә тос өлөш индерә.

Ете һанының күплекте белдереүе, ете ырыу легендаһы Башҡортостан Республикаһы дәүләт символдарында ла урын ала. Йәшел, аҡ, зәңгәр төҫлө республика байрағының аҡ өлөшө  уртаһында ете тажлы ҡурай сәскәһе ҡуйылған. Уның ете тажы Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмлегенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы күрһәтә.

Әлбиттә, ете һаны символик мәғәнәгә эйә. Билдәле булыуынса, башҡорттарҙың бик күп ырыуҙары бар. Хатта төп ырыуҙар тарихын эсенә алған һуңғы «Башҡорт ырыуҙары тарихы» китабы 36 томдан тора.

VI быуаттан башлап исеме тарихи сығанаҡтарҙа телгә алынған башҡорт халҡы байтаҡ боронғо ырыуҙарҙы үҙ эсенә ала. Уларҙың барыһы ла халҡыбыҙҙың данлы-шанлы, ғорурланырлыҡ тарихын яҙыуҙа әүҙем ҡатнаша. Беҙ – барыбыҙ ҙа башҡорттар!

Әхәт Сәлихов,

тарих фәндәре кандидаты.

Автор:
Читайте нас: