Был ырыу вәкилдәре әлеге көндә Башҡортостандың – Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Көйөргәҙе, Миәкә, Мәләүез, Туймазы, Шаран, Ырымбур өлкәһенең – Ҡыуандыҡ, Туҡ, Һамар өлкәһенең – Большечернигов, Татарстандың Мөслим райондарында йәшәй. Киң биләмәгә йәйелгән тамъяндар XVII–XIX быуаттарҙа уҡ көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәргә бүленә. Көнбайышта йәшәгән ырыу ерендә хатта Тамъян волосы ла була. Әлеге көндә лә боронғо ошо исем менән йөрөгән ауыл бар. Улар Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә осрай. Урал аръяғында Тамъян-түңгәүер волосы булыуына таянып, ҡайһы бер ғалимдар, уларҙың ата-бабалары Саян-Алтай яҡтарында ла күрше йәшәгән, тип фаразлай.
Х быуатҡа тиклем тамъян атамаһы «тама» булараҡ билдәле. Был этноним башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар. Алтай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, тува һәм үзбәктәр араһына был исемде йөрөткән ырыуҙар инә. Тикшеренеүселәр башҡорт тамъяндарының ҡаҙаҡтарҙың тама ырыуына яҡын булыуын, улар менән тығыҙ аралашыуын билдәләй.
Тама рәүешендә һаҡланған ырыу башҡорт тамъяндарында ла осрай. Мәҫәлән, этнографтар Рәил Кузеев, Рим Йәнғужин фекеренсә, уның тамъян шәкеленә әйләнеүе үҫәргән, бөрйән ырыу исемдәренә оҡшатылып үҙгәрә. Хатта, улар Көньяҡ Уралға бөрйәндәргә эйәреп килеүе ихтимал, тип белдерәләр.
Ғалимдар тамъяндарҙы боронғо төп башҡорт ырыуҙары иҫәбенә индерә.
Шәжәрәләр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйгә ҡушылыу ваҡытында Ҡазанға Иван Грозный намеснигы менән осрашырға барған арҙаҡлы башҡорттарҙың береһе тамъян бейе Шәғәли Шаҡман була. Ырыуҙың аҫабалыҡ хоҡуҡтарын билдәләүҙә ҡатнашҡан Шәғәли бей хәҙерге көндә Әбйәлил районына ингән урында ерләнә.
Тамъяндар араһында башҡорт тарихында эҙ ҡалдырған шәхестәр бик күп. 1704 – 1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе Өфө өйәҙе Нуғай юлы Тамъян волосы кешеһе Күсем Түләкәев була. Улар нәҫел-быуындары менән халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлап ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы сыға. Атаһы Түләкәй батыр – Сәйет ихтилалында, улы Аҡай 1735 – 1740 йылдарҙағы күтәрелештә ҡатнаша. Халыҡ хәтерендә уның тураһында «Аҡай батыр» тигән риүәйәт һаҡлана.
Башҡорт халыҡ ижадына ингән «Бейеш батыр» исемле йыр иһә XIX быуаттың тәүге яртыһында йәшәгән тамъяндарҙан сыҡҡан тарихи шәхескә бағышлана.
Тамъян ырыуынан Шафиҡ Әминев Тамъяни, Яныбай Хамматов, Тимер Ниәтшин, кеүек күренекле яҙыусылар, Зөһрә Фәйзуллина, Сәйфулла Әмиров кеүек билдәле журналистар, Тәнзилә Үҙәнбаева, Вәхит Хызыров, Хәсән Усманов, Рөстәм Ғиззәтуллин кеүек атҡаҙанған йырсылар, «Без башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе, йырсы Альберт Исмәғил, рәссамдар Хатип Фазылов менән Ринат Атауллин, дәүләт эшмәкәре Муса Смаҡов, дин әһеле Ғиләжетдин хәҙрәт, бейеүсе Заһир Байыҡ, Сәриә Миржанова, Таңһылыу Күсемова кеүек танылған ғалимәләр, Таһир Күсимов, Шаһи Ямалетдинов кеүек ҡыйыу яугирҙәр сыҡҡан.
Әхәт Сәлихов,
тарих фәндәре кандидаты.