+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих тирмәненән
25 Октябрь 2021, 15:23

Түңгәүерҙәр

Урман һәм ялан өлөштәренә бүленгән түңгәүерҙәр хәҙерге көндә көньяҡ Уралда йәшәй. Этнографтар шулай уҡ төньяҡ һәм көньяҡ түңгәүерҙәрҙе лә айыра. Ырыу исеменең барлыҡҡа килеүен Ҡуңырат бейҙең Дәнгәүер исемле улына бәйләйҙәр. Рим Янғужин яҙып алған тарихи легендаларҙа түңгәүерҙәрҙең ата-бабалары Һырдаръя буйынан Уралға килеүе бәйән ителә. Тарихи сығанаҡ­тарға ҡарағанда, улар Төрки ҡағанлығы замандарында Алтай яҡтарында йәшәй, һуңынан Урта Азияға күсә. Сәғит Мираҫов, түңгәүерҙәр XIII быуатҡа тиклем Ҡармасан менән Сәр­мәсән йылғалары буйында көн итә, тип яҙа. Монгол баҫымы арҡаһында Уралға күсенәләр, төп өлөшө Һаҡмарҙың үрге ағымында урынлаша.

Түңгәүерҙәр
Түңгәүерҙәр

Түңгәүерҙәр ҡыпсаҡтар, бөрйәндәр, тамъяндар, үҫәргәндәр менән тығыҙ аралаша, ниндәйҙер кимәлдә бер-береһенә йоғонто яһайҙар. Мәҫәлән, хәҙерге Күгәрсен районы ерендә ялан түңгәүерҙәре нигеҙләгән Түңгәүер (Дүңгәүер) ауылы бар. XIX быуатта ул Бөрйән-Ҡыпсаҡ волосына ҡарай, башҡа ырыуҙар йоғонтоһон кисерһә лә, түңгәүерҙәр үҙенсәлеген бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлап ҡалған. Урман түңгәүерҙәре йәшәгән Бөрйән районы­ның Мәһәҙей ауылының элекке исеме лә Түңгәүер була. Урал аръяғында XIX быуат урталарында берләштерелгән Тамъян-Түңгәүер волосы булдырыла. Унда хәҙерге Әбйәлил, Бөрйән, Белорет районда­рындағы түңгәүер ауылдары инә.

Түңгәүерҙәр араһынан сыҡҡан Күсәп Солтанғолов 1737–1738 йыл­дарҙағы ихтилал етәкселәренең береһе була.  Республикабыҙ ҡоролған ваҡытта бик әүҙем эшмәкәрлек алып барған ғалим, яҙыусы, шағир, дәүләт эшмә­кәре Хәбибулла Ғәбитов – маҡтап телгә алырлыҡ шәхестәребеҙҙең береһе.

Түңгәүерҙәр арыһынан бик күп ғалимдар, сәнғәт оҫталары сыҡҡан.  Башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса  етди хеҙмәттәр авторы, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙер­ғолов күп йылдар Тарих, тел һәм әҙәбиәт инсти­тутының әҙәбиәт ғилеме бүлеген етәкләй. Шул уҡ фәнни үҙәктең Хисап­лау үҙәге һәм математика институтында физика-математика докторы Әхтәр Ғайсин эшләй. Төп ғилми эшенән тыш, ул XVIII быуат башында Рәсәй дипломаты булараҡ танылған унынсы быуын бабаһы Ноғай юлы Түңгәүер волосы муллаһы Мәҡсүт Юнысов һәм тыуған ауылы тураһында бер нисә китап яҙҙы. Филология фәндәре докторы Мираҫ Иҙелбаев башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, әҙәбиәт теорияһы өлкәһендә байтаҡ хеҙмәттәр, әҙәби әҫәрҙәр авторы булараҡ билдәле. Башҡорт тархандары нәҫеле, биология фәндәре докторы, академик Йәлил Һөйөндөков Башҡорт дәүләт университеты Сибай институты директорының фән буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Тарих фәндәре докторы Роза Бүкәнова  XVI – XVIII быуат көньяҡ–көнсығыш Рәсәйҙең ҡалаларын, халҡын, ғөмүмән, Башҡор­тостан тарихын өйрәнә. Фән өлкәһендә шулай уҡ тарих фәндәре кандидаттары Фуат Сөләймәнов, Илшат Иғдәүләтов эшләп килә. Тәүгеһе түңгәүер ырыуы тарихын төплө өйрәнә. Башҡорттарҙың хәрби тарихын тикше­реүгә тарихсы, БР-ның Милли архив бүлеге мөдире Азат Ярмуллин ҙур өлөш индерә, уның ағаһы Сәлмән Ярмуллин оҙаҡ йылдар журналистика өлкәһендә хеҙмәт итә. Тарихсы Әхмәт Хисмәтуллин Милли архивта респуб­ликаның архив эштәре буйынса бүлеген етәкләне. Түңгәүер волосы Вәлит ауылында тыуған, мосолмандар араһында абруй ҡаҙанған Ғатаулла ишан Әбделмаликов мәшһүр Зәйнулла Рәсү­левтың фекерҙәше, арҡаҙашы була. Данлыҡлы башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәнов һәм  билдәле башҡорт рәссамы Әхмәт Лотфуллин да – ошо данлы ырыу уҙамандары. Әҙәбиәт өлкәһендә танылған яҙыусы, «Бөр­төкләп йыйыла алтын» романының авторы Яныбай Хамматов яҡташтарының ғорурлығы булып иҫәпләнә.

Түңгәүер ырыуы ҡорон Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев етәкләй. Хәйбулла районында уның атаһы Ғаззали батыр Үтәшев исемендәге призға көрәш буйынса ярыш үткәрелә.

Профессиональ ҡурайсылар әҙер­ләүгә нигеҙ һалыусы Йомабай Иҫән­баев бик мәшһүр. Уның иҫтәлегенә йыл һайын республика ҡурайсылар бәйгеһе уҙа. Шулай уҡ ҡурайсы Ишғәли Дилмөхәмәтов та ҡурай сәнғәтенә ҙур өлөш индерә. Уның Ишмулла һәм Сәйфулла улдары атаһының һөнәрен дауам итә, Ишмулла Дилмөхәмәтов бөтә донъя күләмендә таныла. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Азат Айытҡолов – түңгәүерҙәр араһынан сыҡҡан бөгөнгө мәшһүр ҡурайсы­ларҙың береһе. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов моңло тауышы менән бөтә Рәсәй йыр һөйөүселәренең күңелен яулап ала. Шағирә, «Баш­ҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ла – танылыу яулаған түңгәүер ҡыҙы.

Әхәт Сәлихов,

 тарих фәндәре кандидаты.

Автор:
Читайте нас: