Тикшеренеүселәрҙең мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ҡатайҙарҙың ата-бабалары Үҙәк Азияны төйәк иткән кидан ҡәбиләһе була. Улар башҡа төрки халыҡтар менән Ҡытай тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Х быуатта кидан ырыуы ҡытайҙарҙы буйһондора. Ляо, йәғни, тимер кеүек ныҡ, тип аталған дәүләттәрен төньяҡта йәшәгән чжурчжэндар тар-мар итә. Хәҙерге Монголия биләмәләрендә ҡоролған яңы Төньяҡ Ляо (Бэй Ляо) дәүләтендәге ҡатайҙар көнбайышҡа табан хәрәкәт итә башлай.
Ғәрәп тарихсыһы Ибн әл-Әсир (1160 – 1233) яҙыуынса, Синдан, йәғни Ҡытайҙан килгән һәм араларында ҡатайҙар ҙа булған 300 мең тирмәле төркиҙәр Мавераннәһерҙе ала. XII быуатта Ҡараханлы һәм уйғыр дәүләттәре ҡара-ҡатайҙарға буйһона. Һуңынан инде ҡатай дәүләтен монголдар емерә. Шулай итеп, улар төрлө халыҡтар, шул иҫәптән башҡорттар араһына инеп китә.
Башҡорт ҡатайҙары бала-ҡатай, оло-ҡатай, ялан-ҡатай, иҙел-ҡатай, инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай кеүек ырыуҙарҙан тора. Этнографтарҙың фекеренсә, XIV – XV быуаттарҙа ҡатайҙар берләшмәһенә бикәтиндәр, ҡалмаҡтар, һалйоттар, һеңрәндәр, терһәктәр ҙә инә. XVIII быуат баштарынан иһә улар айырым ырыуҙар сифатында йөрөй. Ғарифулла Кейековтың тарихи яҙмаһында ҡайһы берҙәре үҙ символдарына эйә булыуы тураһында әйтелә. Телгә алынған тарихи документта: «Ҡағинжәр уғлы Ҡатай бейгә, ағасың – артыш, ҡошоң – ҡауҙы, ораның – «тайлаҡ», тамғаң – һепертке булһын, тигән фарман еткерелә», – тип билдәләп үтелгән. Әлеге көндә ҡатай ырыуҙарының был атрибуттарҙы төрлөсә атауҙары ла күҙәтелә.
Тарихи Башҡортостан сиктәрендә үткән замандарҙа Ялан-Ҡатай, Тамъян-Ҡатай кантондары, Ҡатай волосы була. Хәҙерге Ҡатай (Ҡурған өлкәһе), Ҡатай-Ивановск (Силәбе өлкәһе) ҡалаларының исеме лә ҡатай ырыуы атамаһына барып тоташа. Республикабыҙҙа Балаҡатай районы бар.
ХХ быуат башындағы башҡорт милли хәрәкәтенә бик күп ҡатайҙар ҡушыла. Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе Ҡатай волосына ҡараған Манат ауылында тыуған Шәриф Манатов (1887–1936) – уларҙың береһе. Революцияға тиклем үк Швейцарияла белемен камиллаштырған Манатов башта милли хәрәкәттә ҡатнаша, һуңынан Совет власы яғында әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә, Мәскәүҙә һәм төрки республикаларҙа төрлө вазифалар башҡара.
Ҡатайҙар араһынан бик күп ғалимдар сыға. Ғәлимйән Таған менән Әбделҡадир Инан, сит илгә китеп, фән өлкәһендә шөһрәт ҡаҙана. Хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән районы Тәңрекүл ауылында тыуған Ғ. Таған (1892 – 1948) Венгрияла этнограф булараҡ абруй яулай, күп кенә ғилми хеҙмәттәр баҫтыра, иҡтисад буйынса диссертация яҡлай.
Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районы Шығай ауылында тыуған Ә. Инан (1889 – 1976) революция йылдарында «Башҡорт» гәзитендә мөхәррир була. Төркиәлә йәшәгән осорҙа төрки халыҡтары этнографияһы, ислам дине, шаманизм тарихы буйынса әһәмиәтле әҫәрҙәр нәшер итә.
Сәнғәт өлкәһендә лә бик күп ҡатайҙар оҫталығын күрһәтә. Рәсәй күләмендә танылыу яулаған композитор Заһир Исмәғилев (1917 – 2003) Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры була. Күренекле режиссер, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков (1908 – 1977) таланты менән сәнғәт тарихында яҡты эҙ ҡалдыра.
Йәмәндә ғәрәп теле белгесе сифатында дипломатик хеҙмәт башҡарыусы Фәнил Байышев күренекле шәрҡиәтсе, мөфтөй Ризаитдин Фәхретдиновтың ғилми мираҫын өйрәнә, Ҡөрьән Кәримде тәү тапҡыр башҡорт теленә тәржемә итеүсе төркөмгә ингән ғалимдарҙың береһе була.
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республика Милли китапханаһының һирәк ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтов, Башҡортостандың Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, филология фәндәре кандидаты, йырсы, ҡурайсы Рәнис Алтынбаев һәм башҡа бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙең тамырҙары ҡатай ырыуына барып тоташа.
Әхәт Сәлихов,
тарих фәндәре кандидаты.