+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих тирмәненән
30 Август 2021, 14:25

Үҫәргәндәр

«Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян ырыуҙарының шәжәрәһе» тип аталған генеалогик яҙмала әйтеп үтелгән дүрт ырыуҙың яҡшы кешеләренең, йәғни бейҙәренең, Иван Грозный Ҡаҙанды алғандан һуң, уның менән осрашыуға барыуы тураһында риүәйәт ителә. Әлеге көндә күпселеге Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, сиктәш Ырымбур өлкәһендә йәшәгән үҫәргән ырыуы вәкилдәре исеменән илсе Бикбау бей була.

Үҫәргәндәр
Үҫәргәндәр

Үҫәргән ырыуының төп шәжәрәһе шиғри юлдар менән яҙылған. Унда ырыуҙың тарихы бик боронғо замандарҙан алып башлана:

Раббы кәрим ҡөҙрәте,

Мәҙкүр-әҙәм орғатты,

Кисмеш (үткән)

Әҙәм әүләде (балаһы),

Сыңғыҙ хандың заманы,

Башҡорт халҡы бабаһы,

Бей Туҡһаба уғланы,

Мөйтән тимәкләр уны,

Хаҡ яратмыш дан уны,

Мәшһүр итәйек уны…

Ата-бабаларын, уларҙың ҡылған эштәрен ҡобайыр рәүешендә бәйән итә үҫәргәндәр шулай. Әҫәрҙә Мөйтән бейҙең Сыңғыҙ ханға барыуы, уның янында урын алыуы хаҡында ла әйтелә. Бер яҡтан был мәғлүмәт ырыуҙың Алтын Урҙа дәүерендәге тарихын асыҡларға ярҙам итһә, икенсенән иһә, үҫәргәндәрҙең әлеге көндә ҡарағалпаҡтарҙың төп ырыуҙарының береһе булған мөйтәндәр менән тығыҙ бәйләнешен асыҡлай. Шәжәрә буйынса, Үҫәргән – Мөйтәндең улы. Этнограф Рәил Кузеевтың фекеренсә, уларҙың бәйләнештәрен шулай уҡ риүәйәттәр һәм тамғалар күрһәтә.

XVIII быуатта үҫәргәндәрҙең сураш, айыу, бишөй, шешәй тигән дүрт ырыуҙан тороуы билдәле. Шәжәрәләре 1900 йылда хәҙерге көндә Ейәнсура районына ҡараған Ҡужанаҡ ауылы кешеһе Шаһиғалим Тоҡомбәтов тарафынан ҡағыҙға теркәлә. Фәнни ҡулланышҡа уны күренекле этнограф Ғәбделәхәт Вилданов индерә.

Ырыуҙың ҡошо – торна, ағасы – миләш, тамғаһы – ҡойошҡан, ораны – туҡһаба. Орандары ҡыпсаҡтарҙыҡы менән бер булыуына таянып, тикшеренеүселәр боронғо заманда был ике ырыу, килешеп, бергә йәшәүе ихтимал, тип иҫәпләй. Сөнки Туҡһаба – иң ҙур ҡыпсаҡ ырыуының исеме.

Хәҙерге көндә үҫәрмән булған үҫәргәндәрҙең ырыу, аралары бик күп һәм һәр береһенең үҙенсәлекле тарихы бар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фараз итеүенсә, бишәй менән шешәй сураштан айырылып сыға. Улар Сураштың балалары була. Бәғзе араларының исемдәре башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай. Ҡыуаҡан менән һары араһы үҫәргәндәргә һуңыраҡ ҡушылған тип иҫәпләнә.

«Мөйтән уғлы Үҫәргән,

Нәҫеле булған Үҫәрмән,

Был заманда дүрт волосы

Үҫәргән исемен күтәргән», – тип шәжәрәләрендә маҡтап телгә  алынған ырыуҙан бик күп күренекле шәхестәр сыҡҡан.

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе рәйесе (1918 – 1919 йылдар) Юныс Бикбов һәм унан һуң Хөкүмәтте етәкләгән (1919 йыл) табип, башҡорт яҙмаһын кириллицаға күсереү эшен башлаған Мөхәмәтхан Ҡулаев, ХХ быуат башындағы милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡан, Башҡорт Хөкүмәтендә төрлө вазифалар башҡарған Аллабирҙе Йәғәфәров, Әхмәҙулла Биишев, Сөләймән Мырҙабулатов һәм башҡорт дворяндары нәҫеленән Усман Ҡыуатов – үҫәргән башҡорттары вәкилдәре, Бикбау бей нәҫелдәре.

Ғөбәй һәм Ғәббәс Дәүләтшиндар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә тос өлөш индерә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Мәмбәтов, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева, арабыҙҙан йәшләй киткән талантлы шағир Ғилман Ишкинин, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина, танылған ҡәләм оҫталары Марат Кәримов менән Азамат Юлдашбаев, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире  Артур Дәүләтбәков – үҫәргән ырыуының билдәле шәхестәре. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге вәкиллеген үҫәргән нәҫеле Марат Танһыҡҡужин етәкләй. Башҡортостан геологияһын өйрәнеүсе геолог Басир Мәһәҙиев, сәнғәт оҫталары Рәсүл Ҡарабулатов, Лилиә Ишемйәрова ла – ошо ырыу кешеләре.

Әхәт Сәлихов,

 тарих фәндәре кандидаты.

Автор:
Читайте нас: