Петр Небольсин 1852 йылда нәшер ителгән «Ырымбур һәм Әстерхан тарафына сәйәхәтемдең отчеты» тигән әҫәрендә, үҫәргән, түңгәүер, бөрйән волосы халҡы башҡорттарҙың төҫөн тәшкил итә, араларында иң сафы бөрйәндәр, тип яҙа. Был фекерҙе тарихсы Әхмәтзәки Вәлиди ҙә хуплай.
Этнограф Рим Йәнғужин әйтеүенсә, бөрйәндәр халыҡтар күсенеүе заманында Урта Азияға килә. Ғәрәп тарихсылары бөрйәндәрҙең тәү башлап төньяҡ-көнсығыш Кавказда йәшәүен теркәй. Төрки ҡағанлығына инеүҙәре, Византия, ғәрәптәр менән һуғышыуҙары тураһында мәғлүмәттәр бар.
Тарихта бөрйәндәрҙе, Дунай болғарҙары, тип атау ҙа осрай. Был уларҙың болғарҙар менән бергә йәшәүен күрһәтә. VII–IX быуаттарҙа Аҙаҡ диңгеҙе яғындағы Бөйөк Болғар дәүләте ҡыйратылғас, болғарҙарҙың бер өлөшө – Дунай яғына, икенсеһе Волганың өҫ яғына күсенә. Төньяҡ Кавказда ла ҡалғандары була. Башҡорттарҙың юрмый ырыуының сығышын болғарҙарға бәйләйҙәр.
Бөрйәндәрҙең үткәнен әсәһе яғынан ошо ырыуға ҡараған тарихсы-ғалим Салауат Хәмиҙуллин үҙенең монографияһында яҡтырта. Уның фекеренсә, бөрйән этнонимы тәү тапҡыр Төньяҡ Кавказда теркәлә. Тикшеренеүсе хатта археологияла турбаҫлы тип аталған мәҙәниәттең Кавказдан күсеп килгән бөрйәндәрҙеке, боронғо Өфө-2 ҡалаһында тәүге йәшәүселәрҙең ошо ырыу вәкилдәре булыуы ихтималлығын әйтә.
Тәүҙә бөрйәндәр тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөнә ерегә. XIII быуаттан һуң улар Ағиҙел йылғаһы яғына күсенә. XVII–XVIII быуаттарҙа ҡайһы бер бөрйән араларының кире көнбайышҡа килеп ултырыуы билдәле. Мәҫәлән, бындай ауылдар Дәүләкән, Әлшәй райондарында урынлашҡан.
Башҡортостанда Бөрйән районы бар. Тик унда бөрйәндәр генә түгел, ҡыпсаҡтар ҙа йәшәй. Күпселеген ҡыпсаҡтар тәшкил иткән Күгәрсен районында ла бөрйән ауылдары осрай. «Бабсаҡ менән Күсәк» тигән башҡорт халыҡ эпосының төрлө варианттарында был ике ырыу араһында булған ваҡиғалар бәйән ителә. Эпостың бөрйән һәм ҡыпсаҡ версиялары ла билдәле.
Алдар батыр булараҡ танылған тархан, Бөрйән волосы старшинаһы, Пётр I заманында Ҡырым, Аҙаҡ хәрби сәфәрендә ҡатнашыусы, XVII быуат башы башҡорт ихтилалының етәксеһе Алдар Иҫәкәев – бөрйән ырыуының күренекле вәкилдәренең береһе.
Бөрйән ырыуы вәкиле, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, «Яҡтыға» трилогияһы авторы Зәйнәб Биишеваның исемен «Китап» нәшриәте йөрөтә. Күгәрсен районы хакимиәте менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан уның исемендәге әҙәби премия булдырылған.
Күренекле телсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, бөрйән асыллы Әкрәм Биишев «Эйек буйы бөрйәндәре» исемле тикшеренеү баҫтыра.
Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, Дәүләт Думаһының өсөнсө саҡырылыш депутаты, иҡтисад фәндәре докторы Хәлил Барлыбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Айрат Ҡобағошов, Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773–1775 йылғы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы Өфө өйәҙе Нуғай юлы Бөрйән волосы старшинаһы Ҡаранай Моратов эшмәкәрлеген тикшереүсе тарих фәндәре кандидаты Салауат Таймаҫов, филология фәндәре кандидаты, төрки телдәр белгесе Ғәйнислам Ибраһимов, «Бәйембәт» этнотөркөмө етәксеһе Линар Сайфетдинов – бөрйән тамырлы башҡорттар.
Әхәт Сәлихов,
тарих фәндәре кандидаты.