-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих тирмәненән
1 Июль 2021, 09:05

Әсәй бит ул – аҡ фәрештә!

Башҡортостан автономияһына ғына түгел, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың бөйөк улы, донъя кимәлендә танылыу алған тарихсы, фәйләсүф һәм ғалим Зәки Вәлиди Туған үҙенең күңел донъяһын үҫтереүсе, рухын көсәйтеүсе төп остазы итеп фәҡәт әсәһен атай.

Бөйөк ғалимдың әсәһе Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған Көҙәндән ун биш саҡрымдар самаһы төньяҡта урынлашҡан Үтәк исемле ауылдан. Унда башҡорт һәм типтәрҙәр йәшәй. Өммөлхаят заманында Бохарала һәм Хивала белем алған Һатлыҡ улы Ҡафи тигән имамдың ҡыҙы була. Был төбәктә борондан мәҙрәсәләр булып, унан байтаҡ ғилем эйәләре лә сыҡҡан. Бәләкәй Зәкигә атаһы ғәрәпсә өйрәтһә, әсәһе фарсы телен төшөндөрә. Әсәһе Өммөлхаят Көҙән ауылының ҡыҙҙарын уҡытҡан мөғәллимә абыстай була. Биш-алты йәшендә махсус уҡытыусы яллап, малайға рус телен дә өйрәтәләр. Телдәр серенә төшөнгәс, уны Үтәккә, олатаһының мәҙрәсәһенә урынлаштыралар.

Өммөлхаят үҙе фарсыны махсус рәүештә уҡып өйрәнмәй, ә XII быуатта йәшәгән суфый шағир Аттар менән XIII быуатта Бохарала төркисә һәм фарсыса ижад иткән суфый Аллаярҙың теле булараҡ үҙләштерә. Йорттарына йыш килеп йөрөгән Муллағол диуана исемле бер дәрүиштең ижадын ныҡ ярата. Муллағолдоң, мәсеткә бармайынса, уларҙың өйөндә уҡыған намаҙҙарынан һуң әйткән зекерҙәрен ҡатын йотлоғоп тыңлай. Муллағол шиғырҙарын ятлап, бик оҡшағандарын яҙып та алып, Зәки улына һөйләп, мәғәнәһен аңлатыр булған.

Атаҡлы «Хәтирәләр» китабында Зәки Вәлиди Туған әсәһе тураһында бик йылы иҫтәлектәр урынлаштырған. Улар аша әсә менән улдың үҙ-ара мөнәсәбәтен, ҡатындың тәрбиәүи ысулдарын тойомларға була. «1918 йылда Ырымбурҙа Советтар һәм 1944 йылда Төркиәлә Исмәт Паша тарафынан төрмәгә ябылып, китап уҡыуҙан мәхрүм ителгәс, һәр саҡ әсәйемдән өйрәнгән шиғырҙарҙы, Йәсәүи мөнәжәттәрен уҡыр инем. Шул ваҡыт әсәйем тәьҫиренең ни тиклем мөһим булғанын аңланым. 1944 йыл ваҡиғалары заманында атайым хаҡындағы хәтирәләрҙең күбеһе онотолған, әсәйем иһә һаҡсы фәрештә кеүек һәр саҡ янымда булды. Әсәйемдең иң ныҡ йәлеп иткән сифаты – күңелендә әҙәпкә өндәгән бихисап әхлаҡи шиғырҙар һаҡланыуы.
Мин уны ғүмер буйы һис бер ваҡыт, хатта кескәй генә лә гонаһ эшләмәгән һәм миңә ҡарата сикһеҙ изгелекле кеше итеп иҫемдә ҡалдырғанмын. Миңә йәштән өйрәткән әхлаҡи шиғыр һәм хикәйәләр ниндәйҙер «хрестоматия»ла, антология кеүек бер китапҡа тупланған әҫәрҙәр булһа кәрәк, уларҙың күбеһен әсәйем хәтерендә һаҡлаған. Улар башлыса Аттар, Руми, Навои, Йәсәүи, суфый Аллаяр һымаҡ авторҙарҙан алынған өҙөктәр. Фарсы теленең әсәйемдән өйрәнгән әйтелеше дөрөҫ булыуын мин аҙаҡ белдем. Иран дәүләтенең хәҙерге хөкөмдары Мөхәммәт Риза шаһ менән ике тапҡыр осрашыуҙа һөйләшкән саҡта ул: «Фарсыса ҡайҙа өйрәндегеҙ?» – тип һораны. «Әсәйемдән», – тип яуап бирҙем. «Әсәйегеҙ Иран ҡыҙы инеме ни?» – тип ғәжәпләнде. Урта һәм Яҡын шәреҡтең тормошон бик яҡшы өйрәнеү, ул илдәрҙә күп самими дуҫтар ҡаҙаныу мөмкинлеге биргән фарсы телен миңә ихлас өйрәткәне өсөн әсәйемә ғүмер буйы рәхмәт уҡыйым», – тип яҙа ул.

Өммөлхаят йорттарына байтаҡ баҫма килһә лә, гәзит уҡымай, әммә унда Аллаһ һүҙе яҙылған булыуы бар тип, уларға үтә һаҡсыл ҡарашта була. Бер намаҙын ҡалдырмаған дини, тәртипле ҡатын йоҡонан таң менән тороп, йорт эштәрен бөтөрә. Балаларына ныҡ иғтибарлы була, улар менән аралашҡанда ябай һүҙ ҡулланмай, һәр саҡ кинәйәләп, йөмләһенә шиғыр, мәҡәлдәр ҡушып һөйләшә.

Юҡҡа ғына «Хәтирәләр» китабында: «Әсәйем фатиха бирмәгән хәлдә, йыраҡ мәмләкәттәргә китеп уҡыу фекеренән баш тартыр инем. Тормошомда атайымдың миңә асыуланған саҡтары булды, әммә әсәйемдең күңелен һис бер ваҡыт ҡырмаҫҡа тырыштым», – тимәгән. Тимәк, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы өсөн әсәй фатихаһы ҙур ҡиммәт булған, бөйөк ғалим әсәһенең рәхмәтен алып йәшәүҙе хуп күргән.

Гөлнара Буранҡаева.

Читайте нас: