Башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәрифулла Кейеков (1861–1918 йылдар) мәғлүмәте буйынса, Сыңғыҙ хан Урҙас бейгә: «Ағасың – ҡайын, ҡошоң – ҡарсыға, ораның – алас, тамғаң ҡуш ҡабырға булһын», – тип әйткән.
Әлеге көндә меңлеләрҙе, төп өлөшө төйәкләгән Дим йылғаһы исеменә бәйләп, Дим башҡорттары тип тә атайҙар. Бөгөн улар Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Әлшәй, Туймазы, Өфө, Шишмә райондарында йәшәй. Уларҙың вәкилдәре Татарстандың Туҡай һәм Сәрмәсән райондарында, Ырымбур өлкәһендә лә таралған. Баш ҡалабыҙ Өфө мең иләүендә ҡоролған.
Шәжәрәләрҙәге мәғлүмәткә ҡарағанда, XVI быуатта батша менән осрашыуға барған меңлеләрҙең 11 бейе балаларын 11 ырыу, 11 мең тип атағандар. Улар иҫәбенә ҫыбы-мең, меркет-мең, өршәк-мең, ҡырҡөйлө-мең, күл-ил-мең, илкәй-мең, һарай-мең, кобау, ыҡ-мең тигән ырыуҙар инә.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр тикшеренеүҙәре буйынса, рус батшаһы менән осрашырға барған меңлеләрҙең етәксеһе Ҡәнзәфәр бей Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында ерләнгән.
Мең этнонимы нуғай, ҡырғыҙ, үзбәктәр араһында ла киң таралған. Уларҙың тамырҙары Көньяҡ Себер, Алтай яҡтарына барып тоташа. XIII–XIV быуаттарҙа меңдәр Алтын Урҙа дәүләтендә йәшәйҙәр. XIV быуаттың икенсе яртыһында Көньяҡ Уралға күсәләр.
Дим буйы башҡорттарының тарихы ноғайҙар менән дә тығыҙ бәйле. Риүәйәттәр буйынса, меңлеләр илендә сәхәбәләр ерләнгән. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтендә ҙур урынға лайыҡлы Алтын Урҙа дәүеренә ҡараған Хөсәйенбәк менән Турахан кәшәнәләре мең илендә ҡоролған. Данлыҡлы «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы туранан-тура меңлеләр еренә, атап әйткәндә, Дфәүләкән районындағы Асылыкүл менән Балҡантауға бәйле. XIX быуаттың икенсе яртыһында – ХХ быуат башында ҡымыҙ менән дауаланырға күренекле рус яҙыусыларының ҡайһы берҙәре Дим буйына килә.
Күрше төрки халыҡтарына ижады менән тәьҫир итеүсе, «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» тип өндәүсе мәшһүр мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла, шиғырҙарында Дим буйын, башҡорт хәлдәрен аңлатыусы тел оҫтаһы, хәҙерге административ бүленеш буйынса Миәкә районында тыуып, Дәүләкән районында ижад иткән һәм ерләнгән Сафуан Яҡшығолов, башҡорт хәрәкәтендә ҡатнашыусыһы «Ярлы Кәрим» исеме менән танылған, «мин үҙем башҡорт ауылында тыуып үҫкән бер бала. Шуға ла бик-бик беләм башҡорт эсендә ни яна», тип әйткән шағир, Бишбүләк районы Айыт ауылынан Фәтих Кәрим кеүектәр меңлеләр араһынан сыҡҡан. Миәкә районы хакимиәте тарафынан булдырылған М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премия яҙыусылар араһында иң абруйлыларҙан һанала. Байтаҡ әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүсе билдәле шағир, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Төхвәт Йәнәби ҙә – меңле.
Ырыуҙар тарихын, шул иҫәптән, үҙ ырыуын өйрәнеүсе Миәкә егете, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужиндың, башҡорттарҙа халыҡ дауалау ысулдарын тергеҙеүсе, Миәкә районындағы үҙенең тыуған ауылы булған Шатмантамаҡтың үткәнен һәм хәҙергеһен тикшереүсе ғалимә, тарих фәндәре кандидаты Зәрә Миңлебаеваның тамырҙары меңлеләргә барып тоташа.
Совет дәүеренең башында хеҙмәт итеүсе күренекле дипломат, Сәғуд Ғәрәбстаны менән дипломатик бәйләнештәрҙе яйға һалыуға тос өлөш индереүсе Кәрим Хәкимов Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Бишбүләк районы) Дүсән ауылында донъяға килә.