-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих тирмәненән
1 Июнь 2021, 10:19

Юрматылар

Башҡортостандың үҙәк өлөшөн биләгән Юрматы ырыуы шәжәрәләренең әлеге нөсхәһе XVI быуат уртаһында яҙылған тип иҫәпләнә. Сөнки, текста билдәләнеүенсә, Баҡый мулла, ундағы ваҡиғаларҙы шул дәүерҙә йәшәгән Тәтегәс бейҙән яҙып алып, Аҙнай, Илсек-Тимер, Ҡармыш исемле ырыу башлыҡтарына тапшыра. Унда Сыңғыҙ хан заманынан башлап Рус дәүләтенә ҡушылған осорға тиклемге ырыуҙың ҡыҫҡаса тарихы бәйән ителә. Телгә алынған тарихи шәхестәрҙең исемен йөрөткән ырыуҙың тәтегәс, аҙнай, илсек-тимер, ҡармыш тармаҡтарынан башҡа, нуғай-юрматы, мишәр-юрматы, арлар-юрматы кеүектәре лә барлыҡҡа килә. Ғалимдарҙың фекеренсә, нуғай-юрматы ырыуы XVI–XVII быуатта ойоша. Риүәйәт буйынса, бер нуғай ир бала табыла. Уға Хоҙайбирҙе, йәғни Хоҙай бирҙе тигән мәғәнәле исем бирелә. Шул кешенән нуғай-юрматылар тарала, йәнәһе.

Был ырыуҙың XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башында теркәлгән башҡа бер нәсәпнамәһендә ҡатын-ҡыҙ исемдәре теркәлеүе лә иғтибарҙы йәлеп итә. Был шәжәрә Федоровка районының Оло Сытырман һәм Моҡас ауылдарына ҡарай. Яҙмала: «Сытырман ауылында булған олуғ әнкәмез Еҙбикә Букәнбай кыҙының ата вә анаһы, нәсәптәре, кайһы ауылдан икане һәм Мокас илән бер туған икәне мәғлүм булыр», – тип башланып китә һәм ырыуҙың тарихын һөйләгәндә бик күп кенә ҡатын-ҡыҙ вәкилдәренең исеме телгә алына.
Юрматыларҙың ораны – аҡтайлаҡ, ағасы – өйәңке, ҡошо – әтәлге, тамғаһы һәнәк була. Улар Ғарифулла Кейековтың «Башҡорт тарихы һәм ирәкте ырыуы» исемле тарихи яҙмаһында ла теркәлгән. Автор әйтеүенсә, Сыңғыҙ хан һаналып киткән ырыу билдәләрен Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттарының бабаһы Юрматы йәки Таҡыян бейгә тапшыра.
Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалалары юрматыларҙың аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Тәүге нефть ятҡылыҡтары Ишембай эргәһендә асыла. Әлеге көндә лә бында беренсе «өләсәй» тип аталған вышка күргәҙмә өсөн һаҡлана.
Ырыуҙың атамаһы легендар Юрматы бейҙең исеменә бәйләп аңлатыла. XIV быуатта уларҙың Зәй менән Шишмә йылғалары буйында йәшәүе билдәле. Юрматылар Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрле, Һәләүек, Һуҡайлы, Тәйрүк йылғалары буйында ла йәйләгән. Уларҙың ерҙәре Юрматы волосы Нуғай юлына, һуңыраҡ Ырымбур һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенә инә. Әлеге көндә шул ерҙәрҙә Башҡортостандың Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ырымбур өлкәһенең – Новосергиев, Һарытау өлкәһенең Перелюб райондары ҡоролған.
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе юрмый ырыуының сығышы юрматылар менән бәйле.
Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекеренсә, IX быуатта венгрҙарҙың Паннонияға күсенеүе заманында юрматыларҙың бер өлөшө улар менән китеүе ихтимал. Сөнки Венгрияны ҡороусы ете ырыу араһында Gуагmаt исемлеһе лә була. Улар венгрлашҡан боронғо төрки ырыуы тип фараз ителә.
Юрматылар араһынан бик күп күренекле кешеләр сыҡҡан – Әхмәтзәки Вәлиди, Һиҙиәт Сәғәҙиев, Әмир, Гәрәй һәм Мөхтәр Ҡарамышевтар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тамырҙары ла ошо ырыуға барып тоташа.

Әхәт Сәлихов,

тарих фәндәре кандидаты.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: