Ҡаңлы ырыуының исеме көймә, йәғни көплө арба мәғәнәле «ҡаң» һүҙенән барлыҡҡа килә. Был турала урта быуат тарихсылары Әбүлғәзихан менән Рәшитәтдин яҙып ҡалдырған. Башҡа бер фараз буйынса, был һүҙ – йылғаны, «ҡаңлылар» йылға буйы халҡын аңлата.
Ҡайһы бер тарихсыларҙың уйлауынса, боронғо Кангюй дәүләте һәм «Авеста»ла телгә алынған «Изге Кангха» ҡаңлыларға бәйле.
Ҡаңлыларҙың бәшнәктәр берләшмәһенән сығыуы тураһындағы фекерҙе иҫәпкә алғанда, уларҙың исеме көймәле, көплө арбалы, йәғни, ҡаңлы, тигән фекерҙе ҡабул итергә була. Мәҫәлән, XI быуат Византия сығанаҡтарында һуғышҡан ваҡытта бәшнәктәр, ышыҡланыр өсөн, ғәскәрҙәрен көймәләре (көплө арбалары) менән уратып алыуҙары хаҡында әйтелә. Әлбиттә, был хәрби тактика башҡа күсмә һәм ултыраҡ халыҡтар тарафынан да ҡулланылыуы билдәле.
«Уҙаҡ менән Туҙаҡ – балабәшнәк ярсығы» тип аталған халыҡ эпосында ырыуҙың яңғыҙ ҡалған һәм башҡорттарға килеп ҡушылған бәшнәк малайынан башланыуы тураһында һөйләнелә.
Этнограф Рәил Кузеев мәғлүмәте буйынса, «Байһонғор» тигән оран ҡаңлы, мең һәм ҡыпсаҡтар араһында осрай. Был, уның фекеренсә, ошо ырыуҙарҙың яҡын мөнәсәбәттә булыуын күрһәтә. Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында яҙып алынған мәғлүмәт буйынса, ҡаңлылар хатта ҡыпсаҡтарҙың бер ырыуы килеп сыға.
Был ырыу башҡорттарға ҡәрҙәш ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, үзбәк халыҡтары араһында ла осрай. Әлеге көндә ҡаңлылар Башҡортостандың Бүздәк, Бәләбәй, Благовар, Бөрө, Дүртөйлө, Кушнарен, Мишкә, Туймазы райондарында йәшәй. XIX быуаттан башлап ҡаңлы Сыртлановтар ғаиләһе вәкилдәре башҡорт, ғөмүмән, Рәсәй тарихында эҙ ҡалдырған. Шаһимәрҙән Сыртланов 12-се башҡорт кантонын етәкләй. Уның улы Шаһхәйҙәр Рәсәй мосолмандары хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, Беренсе һәм Икенсе Дәүләт Думаларына Өфө губернаһынан депутат булып һайлана. Дума ултырыштарында ул, башҡорт халҡының мәнфәғәттәрен яҡлап, аҫаба халыҡ ерҙәрен талауға ҡаршы сыға.
Ҡаңлы башҡорттары араһынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите редакторы, яҙыусы Али Карнай, яҙыусы Хәким Ғиләжев, драматург Флорид Бүләков, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаева, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Таңсулпан Бабичева менән Фидан Ғафаров сыҡҡан. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында ла ҡаңлылар вәкилдәре бар. Хәҙерге Бүздәк районы Аҡтау ауылында тыуған Муллаян Халиҡов тәүге Башҡортостан хөкүмәтенең ағзаһы, БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе була. Зыя Нуриев 1957—1969 йылдарҙа Коммунистар партияһы Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары, артабан иһә СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары вазифаларын үтәй.