-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих тирмәненән
2 Апрель 2021, 12:07

Ирәктеләр

Башҡорттарҙың ирәкте ырыуы вәкилдәре республиканың төньяҡ-көнбайышында, башлыса Тәтешле районында йәшәй. Шулай уҡ улар Башҡортостандың – Борай, Балтас һәм Татарстандың Мөслим районында ла ғүмер итә. Был ырыуҙың сығышы киң таралған табындарға бәйле. Шуға уларҙы икенсе төрлө ҡара табын тип тә атағандар.

Күренекле шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой һәм халҡыбыҙ араһында аң-белем таратыуға ҙур өлөш индергән уның улы Ғарифулла Кейековтың әҫәрҙәрендә ирәктеләрҙең тарихы сағылыш таба. Ғәли Соҡорой әйтеүенсә, ирәктеләрҙең асыл бабалары Тобол, Иртыш яҡтарында ғүмер һөрә, шунан улар, таҙҙар, уран, ҡайпан, табын, ғәйнәләргә күрше булып, Бөрө өйәҙе ойоштороласаҡ ерҙә төпләнә.
Боронғо телдә «ирәкте» һүҙе «ҡәлғәлә тороусы» тигәнде аңлата. Был ырыуҙың кешеләре ҡәлғәлә хеҙмәт иткәндәре өсөн ошо исем менән аталған. Легенда буйынса, Ҡара табын исемле бабалары, кинйә улы Әхмәтшәйехте иркәләтеп, «Ирәктем, Ирәктем! Иртышлым, ир кешем!» – тип һөйгән, ти.
Ғәли Соҡорой үҙҙәрен тасуирлап: «Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Ер эшкәртеүсенең улы – ер эшкәртеүсебеҙ. Крәҫтиән улы – крәҫтиәнбеҙ», – тигән.
Ғ. Кейеков үҙҙәре һөйләшкән, яҙышҡан телде «тач башҡортча» тип, билдәле ғалим, мөхәррир Ризаитдин Фәхретдинов ойошторған «тел ярышы»нда туған телен яҡлап ҡатнаша. «Мына, рәхмәт! Тәңре ярлыҡасун «Шура» эйәсене! «Шура»ның шушы лисанларында асыл телемезне онотдырмасҡа, һәр түбәгә бер-ике адәм асыл телне гел шул тел белән генә сүләшүргә дә, язарға да димләүенә. Ходай Тәғәлә һәр илгә бер тел биргән. Безгә бүтән тел белән остаруб сүләшергә ник көчәнергә?» – тип, ул телгә алынған матбуғат битендә сығыш яһай.
Шәжәрәләре буйынса, ҡара табын аймағы Сыңғыҙ хандың замандашы булған Уйшын Майҡы бейҙән тарала. Унда уларҙың төп ата-бабалары донъяның күп ерҙәрен яулап алған Сыңғыҙ хан менән бер арбала йөрөүе риүәйәт ителә.
XVI быуаттың тәүге яртыһында ирәктеләрҙең башлығы Иҫән хан була. Уға шулай уҡ гәрәй, уран, таҙҙар, балыҡсы башҡорттары ла буйһона. Уның етәкселегендә ирәктеләр башҡорттарҙың формалашыуына ҙур өлөш индерә.
Юғарыла телгә алынған шәхестәрҙән тыш, ирәкте ырыуынан бик күп күренекле кешеләр сыға. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев менән Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаева ла бар. Был төйәктә ҡәләм оҫтаһы, оҙаҡ йылдар «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе булып эшләгән Финат Шакирйәнов, һәүәҫкәр тарихсы Рауил Исламшин тыуған. Тальян гармун яһаусы Рәйеф Сәлимгәрәев оҫталығы менән дан тотҡан. Һәр кемгә билдәле сәхнә йондоҙҙары Хәниә Фәрхи менән Салауат Фәтхетдиновтың тамырҙары ирәктеләргә барып тоташа. Халыҡ-ара кимәлдә еңел атлетика буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ булған Нәсибулла Хөснуллин башҡорттарҙың иң көслө һәм сыҙамлы кешеһе тип табылған.

Әхәт Сәлихов,

тарих фәндәре кандидаты.

Читайте нас: