-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих тирмәненән
5 Март 2021, 13:05

Ғәйнәләр

Башҡорттарҙың төньяҡта йәшәгән ырыуы ғәйнә тип атала. Ғәйнә тархан тигән исеме лә бар. Хәҙерге көндә был ырыуға ҡараған милләттәштәребеҙҙең күпселеге Пермь крайының Барҙа районында, Камаға ҡойған Тол йылғаһы буйында, йәшәй. Шулай уҡ улар Көйәҙе, Чернушка, Уин, Пермь һәм башҡа райондарҙа ғүмер итә. Иң төньяҡта урынлашҡан Ҡуян тигән ғәйнә ауылы XIX быуат уртаһында губерна үҙәге булған Пермь ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан була.

Ғалимдар фекеренсә, ғәйнә башҡорттары болғар һәм уғырҙар менән тығыҙ бәйләнештә көн итә. Хатта улар күрше фин-уғыр халыҡтарына мәҙәни йоғонто яһай.
ХХ быуат башында Алыҫ Көнсығыш илдәрендә булған билдәле сәйәхәтсе Ғәбдерәшит Ибраһимов Корея батшаһы менән батшабикәһенең йөҙҙәрен ғәйнә башҡорттарының йөҙөнә оҡшата.
Ғәйнәләр башҡорттар араһынан иң тәүгеләрҙән булып игенселек менән шөғөлләнә башлай. Уларҙың XVIII быуат аҙағында баҙарҙарҙа иген һатыуы билдәле. Шулай уҡ малсылыҡ, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ менән дә кәсеп итәләр.
Рус дәүләтенә ғәйнә башҡорттарының ҡушылыуында Айсыуаҡ бейҙең роле ҙур була. Батшалыҡ ғәйнәләрҙең аҫаба хоҡуҡтарын таный. Кантон дәүерендә Ғәйнә волосы Беренсе кантонға инә.
Рәсәйҙә металлургия үҫеше ғәйнә башҡорттарына бәйле. XVIII быуатта уларҙың аҫаба ерҙәрендә бик күп заводтар барлыҡҡа килә. Мәғдән үҙәктәренең күбеһе аҫаба халыҡ ҡулында була. Мәҫәлән, 1773 йылда Ғәйнә волосында 360 мәғдән сығарыусы башҡорт йәшәй. Уларҙың араһынан Исмәғил Тасимов исемле мәғдәнсе, белемле белгестәр кәрәклеген иҫбатлап, Санкт-Петербург тау-байыҡтырыу училищеһы (хәҙерге көндә – институт) булдырыу кәрәклеге тураһында батшаға мөрәжәғәт итә, асылғандан һуң уға матди ярҙам күрһәтә.
Тағы бер күренекле ғәйнә вәкиле – старшина, сәнәғәтсе һәм Уложенное Собрание депутаты Туҡтамыш Ишбулатов. Кәңәшмә ойошмаһы булараҡ йыйылған атап үтелгән дәүләт мәжлесендә Т. Ишбулатов туған халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртып сығыш яһай. Уның тарафынан башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуҡтарын яҡлаған мөрәжәғәт әҙерләнә.
Мәшһүр шағир Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе хәҙерге көндә Барҙа (элекке исеме – Ҡажмаҡты) ауылында ғәйнә башҡорто ғаиләһендә тыуған. Билдәле булыуынса, уның әсәһе менән олатаһының шағирлыҡ оҫталыҡтары була.
Был яҡта йәшәгән башҡорттарҙың теле төньяҡ-көнбайыш диалектының ғәйнә һөйләшенә инә. Үҙҙәре билдәләүенсә, «Ҡаты, жаматай безнеке тел. Башҡорт теле беле сүләшәбез».
Бөгөнгө көндә башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә бик әүҙем рәүештә ғәйнә улы Насур Юрушбаев таныта. Революциянан һуң сит илгә китергә мәжбүр булған яҡташтарыбыҙҙың тарихын Рафаэль Адутов өйрәнә. Ул һәм Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Альберт Мәхмүтов билдәле кантон башлыҡтары Адутовтарҙың нәҫеленән сыҡҡан. Башҡортостан Республикаһы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре кандидаты Әсхәт Мукатанов та Барҙа районында тыуған.

Әхәт Сәлихов,

тарих фәндәре кандидаты.

Читайте нас: