Тарихи Башҡортостандың көньяғынан алып төньяғына тиклем үтеп ингән ҡыпсаҡтар башҡорт халҡының ғына түгел, бик күп төрки ҡәүемдәрҙең дә формалашыуында ҙур роль уйнаған. Ғалимдар билдәләүенсә, төрки телдәр ике төп төркөмгә бүленә: беренсеһе – уғыҙ, икенсеһе – ҡыпсаҡ. Башҡорт теле иһә ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай.
XI быуат баштарында Мәхмүт Ҡашғари тарафынан әҙерләнгән «Диуани лөғәт әт-төрк» исемле төрки телдәр һүҙлегендә башҡорттар менән ҡыпсаҡтарҙың телдәре яҡын булыуы тураһында әйтелә.
Тәү тапҡыр ҡыпсаҡтар ошо исем менән VIII быуаттың икенсе яртыһында руна яҙмаларында төрөктәр менән бергә хөкөм һөрөүсе ҡәбилә булараҡ телгә алына. Боронораҡ был халыҡ сир (ҡытай сығанаҡтарында: сеяньто) исемен йөрөткән. VII быуатта Сир (Сеяньто) ҡағанағы булған. Фараз ителеүенсә, улар уңышһыҙлыҡтарҙан ҡотолоу ниәте менән исемдәрен үҙгәрткән.
Урта быуаттың танылған тарихсылары Рәшитәтдин, Әбүлғәзи Баһадир хандың әҫәрҙәрендә лә урын алған риүәйәткә ҡарағанда, сәфәр ваҡытында ағас ҡыуышы эсендә тыуған балаға ҡыуыш мәғәнәһен аңлатҡан Ҡыпсаҡ исеме бирелә һәм ҡыпсаҡтар унан тарала. Был риүәйәт башҡорт шәжәрәләрендә лә теркәлгән. «Уның атаһы Уғыҙ хандың ғәскәрендә сарҙар була. Ғәскәре еңелгәндән, үҙе үлгәндән һуң һуғыш сәфәре ваҡытында Ҡыпсаҡ тыуа, Уғыҙ хан уны үҙ тәрбиәһенә ала. Ҡыпсаҡ юлда ағас ҡыуышында тыуған өсөн уға үҙҙәренең ғәҙәтенсә «Ҡыпсаҡ» тип исем биргәндәр. Боронғо төрки телендә эсе ҡыуыш ағасҡа ҡыпсаҡ тигәндәр...»
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.