-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә – ғүмерлек һәҙиә
23 Февраль 2025, 14:05

НӘҪЕЛ ҺАҠЛАУ — АЛЛАҺ ӘМЕРЕ

Нимә ул никах?Никах – ир менән ҡатындың бер-береһен яратып, ихласлыҡ менән берҙәм тормош ҡороуы ул.

НӘҪЕЛ ҺАҠЛАУ — АЛЛАҺ ӘМЕРЕ
НӘҪЕЛ ҺАҠЛАУ — АЛЛАҺ ӘМЕРЕ

Маҡсат – бәхетле һәм үҙ-ара мөхәббәт, мәрхәмәт менән тулған ысын мосолман ғаиләһен төҙөү, иманлы балалар тәрбиәләп үҫтереү. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә:

«Һәм Аллаһ мөғжизәләренән: Ул һеҙгә, улар аша тыныслыҡ табыуығыҙ өсөн, һеҙҙең үҙегеҙҙән ҡатындар барлыҡҡа килтерҙе һәм арағыҙҙа мөхәббәт һәм мәрхәмәтлелек булдырҙы. Ысынлап та, фекерләп ҡараған кешеләргә был – асыҡ аят!» («Рум» сүрәһе, 30:21).

Аллаһ Тәғәлә йәнә шулай ти: «Аллаһ һеҙгә үҙегеҙҙән ҡатындар сығарҙы һәм ҡатындарығыҙҙан балалар һәм ейәндәр бирҙе һәм һеҙҙе яҡшы нәмәләр менән ризыҡланы...» (Ҡөрьән, «Бал ҡорто» сүрәһе, 16:72).

Һәм тағы ла: «Арағыҙҙан никахта булмағандарҙы һәм ҡолдарығыҙҙан һәм кәнизәктәрегеҙҙән яҡшыларын өйләндерегеҙ. Әгәр улар ярлы булһа, Аллаһ уларҙы Үҙ йомартлығынан байытыр. Аллаһ – Солғаусы, Белеүсе!» (Ҡөрьән, «Нур» сүрәһе, 24:32).

Никах  – кешенең хис-тойғоларын ҡәнәғәтләндереп, тыныслыҡҡа ирешеүҙең иң яҡшы һәм иң тәбиғи сараһы. Никах кешегә гонаһһыҙ тормош алып барырға мөмкинлек бирә.
Никах – нәҫел ҡалдырыу, ырыуҙы үҫтереү юлы. Никахта яуаплылыҡ тойғоһо һәм балаларҙы тәрбиәләү кәрәклеге кешене хеҙмәт итергә һәм үҙ бурыстарын үтәргә этәрә.

Никах  ғаилә тормошон яйға һала һәм бәхетле, бар яҡтан да камил булған йәмғиәт тыуҙыра.

"Ваҡыт!"

Автор:
Читайте нас