-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әсәй кеүек булды улар

Һәр кемдең ғүмерлеккә иҫтә ҡалған беренсе уҡытыусыһы була. Юғары синыфтарҙа уҡыусы балалар күмәктәр араһынан яратҡан остаздарын айыра һәм улар тураһында ла күңелдәрендә йылдар дауамында матур хәтирәләр һаҡлай. Ә яҙмышы интернат-мәктәпкә илткән малай һәм ҡыҙҙарҙың мәктәп йылдары тураһында иҫтәлектәре тағы бер изге һөнәр эйәләренән – тәрбиәселәрҙән – айырылғыһыҙ.

Әсәй кеүек булды улар
Әсәй кеүек булды улар

«Интернатым – пар ҡанатым», тип йырлап, Баймаҡ интернат-мәктәбе менән хушлашыуыбыҙға быйыл 45 йыл тулды.

... «Һуңғы ҡыңғырау» яңғыраны – ашҡынып көткән матур тантана тамам. Беҙ, 10-сы «б» синыфының 33 ҡыҙ һәм егете, мәктәп баҡсаһына фото төшөргә йүгерәбеҙ. Теҙелешеп баҫабыҙ, ҡояшҡа күҙҙәребеҙ ҡыҫылған, ел сәстәрҙе тарай. Фотограф – директор урынбаҫары, һуңынан билдәле композитор булып танылған Юлай ағай Моратов. 

Тулҡынландырған, ҡурҡытҡан имтихандар ҙа артта инде, ҡулдарыбыҙҙа – өлгөргәнлек аттестаты. Сығарылыш кисәһе, ҡояш ҡаршылау, хушлашыу һүҙҙәре... Оҙатышыу ҡала автовокзалында дауам итә. Эргәбеҙҙә инде уҡытыусыларыбыҙ юҡ – тәрбиәсебеҙ Рәйлә Далха ҡыҙы Рәхмәтуллина (Байғотлина) ғына. Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил райондары ауылдарына уҡыусыларын алып киткән һуңғы автобус күҙҙән юғалғансы ҡул болғап торҙо ул оло юл сатында. Беҙ бит уның – оянан осорған тәүге ҡарлуғастары.

Баймаҡ интернат-мәктәбе 1973 йылда Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған сираттағы 72 баланы ҡабул итте. Арабыҙҙа етемдәр, атайһыҙ йә әсәйһеҙ ҡалған ярым етемдәр бар, ә кемдеңдер, ата-әсәле булһа ла, ғаилә хәле ауыр, ҡайһыларҙың ауылдарында артабан уҡыр өсөн мәктәп юҡ. Беҙҙе 5-се «а» һәм 5-се «б» кластарына бүлделәр. «Б»ларҙы Римма Харрас ҡыҙы Бикбирҙина менән Йондоҙ Әбүталип ҡыҙы Ильясова (Һөйөндөкова) ҡабул итеп алды. Әсәйҙәребеҙҙе алмаштырған тәрбиәселәребеҙҙән уңдыҡ, класыбыҙ ҡотло ҡулдарға эләкте.

Йәшәлгән ғүмер бейеклегенән ҡараһаң, ул ваҡытта олпат күренгән Римма апайыбыҙға ни бары 33 йәш булған, ә Йондоҙ апайыбыҙ үҙе үҫмер ҡыҙ – 18 йәштә генә. Тыуған йорттан айырылған, юҡһыныу, һағыныу үҙәктәрен өҙгән балалар күңел йылыһына, хәстәргә, ярҙамға мохтаж икәнен улар бик яҡшы аңлай, әлбиттә. Темәс педагогия училищеһын тамамлағас та интернатта эшләй башлаған Римма Харрас ҡыҙы ярайһы тәжрибә туплап өлгөргәйне. Үҙе лә әсәй – ике ул, бер ҡыҙ үҫтерә. Ә Йондоҙ Әбүталип ҡыҙына, интернат-мәктәптең кисәге уҡыусыһына, баҙнатһыҙ ауыл балаларының яңы урында ниндәй кисерештәр солғанышында булыуын аңлатып тораһы түгел.

Апайҙарыбыҙ, берен береһе алмаштырып, көн аша эшләй. Дәрестәр бөтөүгә беҙҙе ҡаршы алалар. Төшкө аштан һуң бергә йә уйнарға, йә төрлө хужалыҡ эштәренә сығабыҙ. Мәктәп биләмәһендә класҡа беркетелгән, үҙебеҙ таҙартып тотҡан участка бар. Яҙлы-көҙлө баҡсала ер ҡаҙабыҙ, йәшелсә баҙында картуфтың сереген айырабыҙ, башҡа йомош-мәшәҡәттәр менән мәж киләбеҙ, бүтән кластар менән сиратлап, таң менән ашханаға дежурға торабыҙ. Малайҙарҙың иңендә ҡаҙанлыҡҡа таш күмер ташыу, ҡышын ҡар көрәү ятһа, ҡыҙҙар уҡыу бинаһының оҙон коридорҙарын, үҙ класыбыҙ кабинетын йыуа. Бейеп-йырларға, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт ҡала. Йоҡоға киткәнсә тәрбиәселәребеҙ беҙҙең менән. Һәр кем үҙ урынында икәнен үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡулдары еткәндәрҙе һөйөп, юрғандарын төҙәткеләп ябып, именлектә төнгө «няня»ға тапшырғас ҡына өйҙәренә ҡайта улар.

Класыбыҙҙың пионер дружинаһы Аркадий Гайдар исемен йөрөттө. Балалар өсөн яҙған, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған билдәле совет яҙыусыһының барлыҡ әҫәрҙәре менән апайҙарыбыҙ аша таныштыҡ. Мәскәүҙә русса сыҡҡан «Пионер» журналынан хикәйәләрҙе Римма Харрас ҡыҙының уҡыған ыңғай башҡортсаға тура тәржемәләүе хайран ҡалдыра ине. 

Римма апайыбыҙ беҙҙең өсөн оло абруй булһа, Йондоҙ апайыбыҙ менән лапта, «аҡ тирәк, күк тирәк», хатта футбол уйнай торғайныҡ. Ул беҙҙән дә сәмләнеберәк туп типте. Кистәрен, йоҡларға ятҡас, ятаҡтың өс бүлмәһендә йәшәгән малайҙар, апайыбыҙҙы, хәйләләп тә, юхалап та, үҙ бүлмәбеҙҙә оҙағыраҡ тоторға, әкиәт һөйләтергә тырышабыҙ. Ут һүнгән. Ҡараңғы. Әкиәтенән дә бигерәк, апайыбыҙҙың моңло тауышын ишетеп ятыуҙан шундай рәхәт...  

Алтынсы синыфта йәш тәрбиәсебеҙҙе яңы килгән бишенселәргә күсерҙеләр. Беҙҙең өсөн был хәл оло юғалтыу булды. Апайыбыҙҙы кире ҡайтарығыҙ, тип һорап, хатта директорға барҙыҡ. Тик ололар ҡайғыбыҙҙы аңламаны. Артабан Йондоҙ Әбүталип ҡыҙы Башҡортостан дәүләт педагогия институтының тарих, йәмәғәт белеме һәм сит илдәр телдәре факультетын тамамланы, хаҡлы ялға сыҡҡансы Сибай медицина колледжында эшләне. Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеме менән баһаланған. Тормош иптәше, Сибайҙа билдәле табип Юлай Төхвәт улы Һөйөндөков менән ике бала үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар.

Иптәше Айҙар Йыһанша улы Хөсәйенов райондың Төркмән урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнгәс, Римма Харрас ҡыҙы ла беҙҙең менән хушлашты. Яңы урында ул башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләне. Мәғариф ветераны «БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы», «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» исемдәрен йөрөтә.

Рәйлә Далха ҡыҙы, Сибай педагогия училищеһын яңы тамамлаған йәш белгес, 7 «б» класын 1975 йылда ҡабул итеп алды. Ҡатмарлы үҫмер сағын кисергән малай һәм ҡыҙҙар бөтөнләй педагогик тәжрибәһе булмаған кеше ҡулына эләкте. Беҙ, инде бешеккән «интернатский»ҙар, һәр төрлө хәлдәрҙе күреп-белеп йөрөйбөҙ, этлеккә барырға ла күп һорап тормайбыҙ. Ысынлап та, тәүҙә яңы тәрбиәсебеҙгә баш бирмәҫбеҙ һымаҡ ине. Тик нисек Рәйлә апайыбыҙ ыңғайына ауып киткәнебеҙҙе үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡалдыҡ шикелле. Ипле лә, талапсан да, ҡәтғи ҙә була белде ул. Үҙен беҙҙең менән тиң тотоп һөйләште, тауыш күтәргәне бөтөнләй хәтерҙә юҡ. Ундай хәл, күрәһең, урап үткәндер. Римма Харрас ҡыҙы менән Йондоҙ Әбүталип ҡыҙы тәртипкә, берҙәмлеккә өйрәтеп, ҙур коллективта бер-береңә ярҙамлашып йәшәү ҡағиҙәһен ҡаныбыҙға ныҡ һеңдереп өлгөргәйне шул.

Рәйлә Далха ҡыҙы, кейәүгә сығып, артабан райондың Ишмырҙа мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты.  Ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Тормош иптәше Нух Ғәйнислам улы менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Класыбыҙҙың пионер, комсомол активы көслө булды. Тәртип боҙоусыларҙы, насар уҡыусыларҙы «ҡыҙған табаға» баҫтырып алыу ғәҙәти хәл ине. Сәмсел һабаҡташтарым гел алдан йөрөргә ынтылды. Уҡыуҙа, үҙешмәкәрлектә, спортта ал бирмәнек. 1977-1978 уҡыу йылында, туғыҙынсы синыфта инек, мәктәп буйынса беренсе тапҡыр дөйөм социалистик ярыш ойошторолдо. Өлгөрөш һөҙөмтәләре, йәмәғәт эштәре, спорт ярыштарында, төрлө конкурстарҙа алған урындар, тәртип, класс кабинеты һәм ятаҡ бүлмәләре таҙалығы һәм башҡа күрһәткестәр буйынса ай һайын балл ҡуя барҙылар. Йыл әйләнәһенә барған бәйгелә класыбыҙ еңеп сыҡты һәм Өфөгә ун көнлөк экскурсия менән бүләкләнде. Баш ҡала менән танышыу беҙҙең өсөн ҙур һабаҡ булды. 

Ғөмүмән, Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эштәре юғары ҡуйылғайны. Бөтә алты йыл буйы класыбыҙҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова етәкләне. Ул талантҡа бай шәхес ине. Халыҡ йырҙарын Мәүжиҙә апай кеүек оҫта башҡарған кеше бик һирәктер. Хаҡлы ялға сыҡҡас, «Ҡомартҡы» фольклор ансамбле ойошторҙо. Тик бик иртә, 66 йәшендә генә, мәңгелек йортҡа күсте. Һәр фәнде көслө уҡытыусылар алып барҙы. Математика менән геометриянан – Лотфиямал Шаһиғәле ҡыҙы Хәсәнова, химиянан – Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина, физиканан – Шәһит Зәкриә улы Ишәлин, географиянан – Руфа Харрас ҡыҙы Бикбирҙина, тарихтан – Ғәлинур Имам улы Әминев, физкультуранан – Рафаэль Әхмәт улы Сырлыбаев, хеҙмәт дәресенән Сәлих Фәйзулла улы Карабандин һәм Илмира Зариф ҡыҙы Ғәббәсова уҡытты. Барыһы ла, йәшләй генә интернатҡа эшкә килеп, ғүмерлеккә уға тоғро ҡалды. Үкенескә, күптәре беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Улар тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлайбыҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Әсәй кеүек булды улар
Әсәй кеүек булды улар
Әсәй кеүек булды улар
Әсәй кеүек булды улар
Әсәй кеүек булды улар
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: