бабаларыбыҙ иңендә тыуған ерҙе, үҙ йортоңдо, туған-ырыуыңды яҡлау һәм һаҡлау бурысы ятҡан. Ир-егетте интеллектуаль үҫтереү, рухи һәм физик йәһәттән тәрбиәләү ошоға ярашлы алып барылған. Әҙерлек мәктәбен ырыуҙың барлыҡ көслө заттары үткән. Тәрбиә малай тыуғас та башланған. Һәр йәш арауығын үтеүгә буласаҡ ил-ер һаҡсыһы үҙенә тәғәйен оҫталыҡ кимәленә өлгәшергә тейеш булған. Талап ҡәтғи ҡуйылған. Мәҡәлдәрҙә ул ошо рәүешле яңғырай: «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ», «Бахыр булғансы, батыр бул» һәм башҡалар.
Был эш сәсәндәр бурысы һаналған. Сәсәндәр мәктәбен XIX быуаттың башына тиклем айырым-асыҡ күҙәтергә мөмкин. 1812 йылғы Ватан һуғышына башҡорт яугирҙәрен Байыҡ сәсән оҙатҡан һәм ҡаршы алған. Ислам дине ингәс, тотош милләтте һәм шул иҫәптән хәрбиҙәрҙе рухи һәм әхлаҡи тәрбиәләү муллалар, абыҙҙар иңенә лә ятҡан. 1773–1775 йылғы Крәҫтиән һуғышында баш күтәргән башҡорттарҙың иң абруйлы етәкселәренең береһе булып Кинйә абыҙ тора. XVII–XVIII быуаттарҙағы яҙма сығанаҡтарҙан батша власының йәберләүенә ҡаршы баш күтәргән башҡорттар, үҙ-ара килешелгән фекерҙәрен нығытып, Ҡөрьән тотоп ант иткәндәре билдәле. Шулай уҡ ошо дәүер архив материалдарында башҡорт хәрби берәмектәренең (полктарының) штатында мулланың булыуы сағыла.
Тәрбиә нигеҙе ғаиләлә башланғанына иғтибар иткәндәр. Был раҫлауҙы халыҡ мәҡәле: «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән», – тип нығыта. Әлбиттә, әсәйҙәр тәрбиәһе ҙур әһәмиәткә эйә булған. Буласаҡ яугиргә бишек йырҙары аша халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре һалынған. Учалы районында таралған риүәйәттә әсәнең нисек батыр ул үҫтереүе һәм уның яу ҡырында Ватаны, халҡы өсөн баш һалыуы тураһында бәйән ителә. Белеүебеҙсә, Салауат Юлаев ғилемде әсәһенән алған. Ошо тәрбиә нигеҙендә атайҙар ир балаларын ат менән эш итергә, һунар серенә һәм башҡа һөнәргә өйрәткән.
Тәрбиә ғаиләнең социаль хәленә ҡарап алып барылған. Ырыу башлыҡтары айырым урын биләп торған, уларҙан власты, ғәҙәттә, улдары мираҫ итеп алған. XVIII быуаттың икенсе яртыһынан хәрби эште волость башлыҡтары ойошторған, вариҫтары етәкселек серҙәренә атайҙарынан өйрәнгән. Ә XIX быуатта юғары ҡатлам балалары Неплюев училищеһында уҡыған. Нәҡ ошо учреждениенан ул замандың башҡорт хәрби кадрҙары үҫеп сыҡҡан. Тархандар айырым социаль төркөмгә ингән, уларҙың нәҫел титулы быуындан быуынға күсә килгән.
Тәрбиәүи эштә батырҙар өлгөһө, милләт ҡаһармандарын данлаған фольклор киң ҡулланылған. Ырыу батырҙары буласаҡ яугирҙәрҙе әҙерләүҙә туранан тороп ҡатнашҡан. Салауат Юлаев шәхесе, мәҫәлән, башҡорт ихтилалдарын әйҙәүсе яҡын туғаны Аҡай ҡулында формалашҡан.
Башҡорт ихтилалдарының йыш ҡабынып тороуы ерле халыҡтың үҙидара ҡоролошон реформалауға этәрә. Кантон системаһы индерелә (1798–1865 йылдар). Ул осорҙа хәрби эштәрҙе ойоштороу батша власының ҡаты күҙәтеүе аҫтында кантон начальниктары тарафынан башҡарыла. Яңы шарттарҙа ла боронғо тәрбиә алымдары һаҡлана, сөнки Рәсәй империяһы хәрбиҙәргә һәр саҡ мохтажлыҡ кисерә.
Халыҡ педагогикаһы тарихи эпостарҙа, милли йыр сәнғәтендә, риүәйәттәрҙә, мәҡәлдәрҙә күтәрелгән рухи ҡиммәттәргә электән айырым иғтибар бүлгән. Уларҙа алғы планға Ватанды һаҡлау бурысы ҡуйыла, «батыр» төшөнсәһенең илһөйәрлек тойғоһо менән айырылғыһыҙ булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Ғилман Ҡашҡаров,
Мәғарифты үҫтереү институтының
гуманитар белем биреү кафедраһы методисы, тарихсы.
Өфө ҡалаһы.