+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Уйынсыҡ түгел» фильмы уйға һала

«Тамыр» телеканалының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән сираттағы сериалы беҙҙе яңынан бала саҡҡа алып ҡайтты. Татлы үткәндәргә ҡағылырға, ҡабаттан бала күҙлегенән донъяға бағып, фильм геройҙары менән бергә заманды борсоған мәңгелек һорауҙарға тетрәнә-тетрәнә яуап эҙләргә, уны табып шатланырға мөмкинлек бирҙе. Ә балалар бәхет серенә төшөндө. «Уйынсыҡ түгел» сериалының продюсеры, «Тамыр» телеканалының өлкән мөхәррире Гөлшат ҒӘЛИУЛЛИНА фильмды төшөрөү нескәлектәре, уның төп маҡсаттары хаҡында һөйләне.

«Уйынсыҡ түгел»  фильмы уйға һала
«Уйынсыҡ түгел» фильмы уйға һала

– Гөлшат, хәҙер һеҙ – балалар фильмын төшөргән иң тәжрибәле продюсерҙарҙың береһе. «Уйынсыҡ түгел» сериалы идеяһы нисек тыуҙы?
– «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының йыл һайын үҫеп килгән быуын өсөн фәһемле, ҡыҙыҡлы әкиәттәр, фильмдар төшөрөүе матур йолаға әйләнде. Әлбиттә, телевизион сериалдың форматы күп ваҡыт талап итә, сығымлы, төбәк телевидениеһы сиктәрендә ғәмәлдә тормошҡа ашырылмаҫлыҡ. Әммә «Тамыр» башҡорт телендәге фильмдар менән республиканың йәш тамашасыларын ғына түгел, Бөтә Рәсәй конкурстарының абруйлы жюриһын да яулай. Ә илдең мәртәбәле бәйгеләрендә еңеүҙәр республикабыҙҙы балаларҙы патриотик һәм рухи тәрбиәләүгә иғтибар һәм хәстәрлек өлгөһө итеп күрһәтә. Әлеге «Уйынсыҡ түгел» сериалы ла – дәртләнеп башҡарылған сираттағы күләмле ижади проект, инде дүртенсе сериалыбыҙ. Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, беҙ иң башта һайланған теманы ентекле өйрәнәбеҙ, балалар, ғөмүмән, кеше, заман өсөн ниндәй мәғлүмәт көнүҙәк икәнен, әхлаҡи тәрбиә биреүен, күңелдәргә изге ойотҡо һалыуын асыҡлайбыҙ. Тәүҙә «Бирешмә» сериалының ике сезоны эфирға сыҡты, былтыр «Ышан» тигән мистик сериал төшөрҙөк. Был проекттар барыһы ла «ТЭФИ» төбәк-ара Бөтә Рәсәй юғары телевизион конкурсында бронза «Орфей» яуланы. Яңы фильмды «Бирешмә»нең дауамы итергә уйлағайныҡ, әммә ижади эш барышында сюжет үҙгәрҙе. Өлкәндәрҙең балаға иғтибар еткермәүе, быуындар араһындағы ҡаршылыҡтар кеүек әлеге көн өсөн көнүҙәк мәсьә­ләләр күтәрелә унда. «Уйынсыҡ түгел» тигән ҡыҙыҡ та, фәһемле лә исем үҙенә бик килеште. Яңы фильмды ла тамашасы һәм белгестәр яратып ҡабул итте.

– Сериалды эшләүселәрҙән кемдәрҙе билдәләп үтер инегеҙ? Эш майҙансығында ҡыҙыҡлы хәлдәр булдымы?
– Уңыш бөтә команданың бер йоҙроҡ булып ойошоуына, талпынып, янып эшләүенә бәйле. Сериалдың ижади бригадаһы ҙур түгел, әммә идеялар генераторы, концепциялар авторы, беҙҙе йүнәлтеүсе – етәксебеҙ Гөлназ Ҡолһа­ринанан башлап барыһы ла – ысын талант эйәһе. Сценарий авторы – Дамир Йосопов, ҡуйыусы режиссер – Гөлсәсәк Игебаева, ҡуйыусы оператор һәм компьютер графикаһы рәссамы – Шамил Кәримов, ҡораусы режиссер – Дамир Сәлимов, тауыш режиссерҙары – Гөлфинә Латипова менән Артур Пан­кратов, рәссамдар – Айгөл Бикбаева менән Гөлназ Минһажева, админис­тратор – Дилара Сөләймәнова, режиссер ярҙам­сыһы – Айҙар Ғәйнетдинов, сериалға йыр һүҙҙәрен Фәнил Бүләков менән Марсель Мөхәмәтйәнов яҙһа, музыканы билдәле композитор Айҙар Хәмзин ижад итте. Командалағы берәү, һис уйламай, 5-6 кешене алмаштыра ала ине. Мәҫәлән, фильм төшөрөләсәк өйҙө таҙартып, йыуып сығарыу, нимәнелер йыйыштырыу, ҡороп ҡуйыу кеүек эштәрҙе лә күбеһенсә үҙебеҙ башҡарҙыҡ. Ә хәтерҙә ошо ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҡалған: Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында 60-сы йылдар эпизодын төшөргәндә клубҡа афиша элергә тура килде, ихлас ауыл халҡы ысын концерт була икән тип, билет хаҡы һораша башланы. Толпар ауылында сериал төшөргәндә ҡыҙыу бесән мәле ине. Көнө буйы эҫе ҡояшта янып фильм төшөргән беҙҙең ижади команда егеттәре Шамил Кәримов менән Айҙар Ғәйнетдинов һәм актёрыбыҙ Рәмзил Сәлмәнов, ауыл тормошон һағынып, ең һыҙғанып бесән эшләп, йөрәктәренә ял да алып өлгөрҙө.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: