Донъя булғас, булыр шатлығы ла,
Ҡайғыһы ла торор атлығып...
Кәтибә Кинйәбулатова.
Ата-әсә фиғеле, балаға мөнәсәбәт йәки сабый ҡәҙере, уны лайыҡлы итеп тәрбиәләү, үҫтереү мәсьәләләре тураһында элеккесә фекерләп, күнегелгәнсә яҙыу йәки һөйләү хәҙерге заманда мөмкин түгелдер. Әллә тирә-яҡ мөхиттең йоғонтоһо шулай көслөмө, йә иһә ололарҙан бирелә килгән яҡты ғәҙәттәр онотоламы, ата-әсәнең балаһына мөғәмәләһендә һәм балаларҙың үҙҙәренә ғүмер биргән кешеләргә ҡарашында һиҙелерлек үҙгәрештәр бар.
Генетик яралғылары берҙәй үк булыуға ҡарамаҫтан, сабый әсәһе йәки атаһының клоны булып тыумай. Йән менән бергә тәбиғәт һәр кемгә үҙ килеш-килбәтен, холоҡ-фиғелен бирә. Һәләте лә, булдыҡһыҙлығы ла һәр кешенең – тик үҙенеке. «Бала тыуһын ине, атаһы юлын ҡыуһын ине», – тигән хаҡ теләктәрҙе ҡабат-ҡабат тәҡрарлаһаҡ та, үҙгәрә тороусы тормош, матди һәм рухи донъялағы кеше аңына йоғонто яһаусы шарттар балаларыбыҙҙы үҙ юлына тарта.
Элек әҙәби әҫәрҙәрҙә, матбуғатта үҫеп килгән быуын, башлыса, бәхетле яҙмышлы, тормош юлында фәҡәт аяҙ офоҡтарҙы ғына күргән өҫтөнлөклө социаль төркөм тип һүрәтләнә килде. «Бөтөн яҡшы нәмә – балаларға!» – был доктрина хәҙерге либераль-демократтарҙа мыҫҡыллы йылмайыуға сәбәп булыуы ихтимал, әммә ул ил хакимиәтенең етди эш-ғәмәлдәре менән нығытыла торғайны. Был – тарих сәхифәләренә ингән хәҡиҡәт. Үҙем дә, хәләлем дә, атайҙарыбыҙ яуҙа башын һалғас, әсәйҙәребеҙгә арҡаланып, хәстәрлекле дәүләтебеҙ барлығын даими тойоп үҫтек, уҡыныҡ, донъя ҡорғас, нығындыҡ.
Әсәйем Мөнирә Ғарифулла ҡыҙы ла, ҡәйнәм Бибиғәйшә Шаһивәли ҡыҙы ла өсәр бала менән ҡалған. Ҡалған, әммә, иманым камил, балаларын дәүләт ҡарауына тапшырыу һәм әсәлек бурысын шулай еңеләйтеү уйы ғәзиздәребеҙҙә һис ҡасан булмағандыр. Үҙендә бәләкәй генә ғорурлыҡ булғанда ла әсә сабыйын сит-ят ҡулында тилмертмәҫ, бишекте лә бәүетер, асып инер ишекте лә табыр. Балаға тигәндә, әсә ҡөҙрәте сикһеҙ.
Һәммәбеҙгә мәғлүм хәлдәрҙе, йөрәкте көсөргәндереп, йәнә ниңә яңыртам һуң әле? Бала, ата-әсә, ғаилә тураһында күп яҙылған, яҙыла һәм артабан да яҙыласаҡ. Сабый, әсә менән ата мөхәббәтенән донъяға килһә лә, балалар менән уларҙан алда тормошҡа аяҡ баҫҡан быуындар араһында бер-береһен аңламау, хатта фекерҙәр ҡаршылығы һәр саҡ йәшәп килгән. Быуындар бәхәсен ижтимағи-сәйәси шарттарҙың үҙгәреүе генә юҡҡа сығара алмаған. Киреһенсә, илдә тотороҡлолоҡ ҡаҡшаған һәм социаль-иҡтисади буталыштар көсәйгән һайын ул кешеләрҙең психик хәленә нығыраҡ йоғонто яһай. Әгәр йәмғиәттә бер-береңде аңлау, ярҙамсыллыҡ, ихлас мөнәсәбәт юҡ икән, шундай уҡ кәйеф, бәлки, киҫкенерәк төҫ алыптыр, ғаиләләргә лә күсә. Тирә-яҡтағы афәттәрҙән баланы атаның тәүәккәллеге, булдыҡлылығы, әсәнең наҙы, хәстәрлеге һаҡларға тейеш тә бит, ләкин ғәмәли ысынбарлығыбыҙ ошо һуңғы таяныстың да ышанысһыҙ була барыуын раҫлай.
Кем белә, принципиаль ҡапма-ҡаршылыҡтар элегерәк уртаҡ әхлаҡи ҡиммәттәр, ололоҡ һәм кеселек традициялары һымаҡ дөйөм раҫлауҙар пәрҙәһе артында ҡалалыр. Шул уҡ ваҡытта белгестәр һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә йәмғиәттәге кәйефтәрҙең тамырынан үҙгәреш кисереүен раҫлай. Бөгөн «Аталы бала – арҡалы, инәле бала – иркәле», тип ышаныс менән әйтеп тә булмай. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, ел-ямғырҙарҙа нығынған өлкәндәр ҙә ебеп төшкән заманда донъяға яңы ғына күҙен асҡан сабый ни хәл ҡылырға тейеш? Балалар ата-әсәләренән дә бигерәк үҙ ваҡытына оҡшай, тигән хәҡиҡәт һәммәбеҙгә мәғлүм булһа ла, беҙ, өлкәндәр, үҙебеҙ бар иткән заманды түгел, ә шуның әшәкелектәренә сумырға мәжбүр ителгән балаларҙы ғәйепләргә маташабыҙ. Әгәр йәмғиәт кескәйҙәрҙе яҙмыш упҡынына ташланы ла уларҙың сәбәләнеүен иҫ китерлек битарафлыҡ менән ҡарап тора, тип раҫлаһаҡ, был бик йомшаҡ баһа булыр. Ғәмәлдә, үҙебеҙ йән биргән заттарға ҡаршы үҙебеҙ аяуһыҙ һуғыш алып барабыҙ.
Ил-йорт имен саҡта, һыныҡ икмәк тураһында уйламағанда, иртәгәһе көндөң имен килеренә ышанғанда, әҙәм балаһы емереүҙе түгел, бәлки, төҙөүҙе генә хәстәрләй.
Ирҙәр араһында, мәғлүмдер, ғаиләгә, бала тәрбиәләүгә еңелсә мөнәсәбәт борон-борондан йәшәп килә, ләкин донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәттән бирелгән булмышынан ситләшеүе – ҡәһәтле замандың иң ҡәһәрле зәхмәтелер. Бер ваҡыт, аңға килеп, балаларыбыҙ ғүмеренә һәм намыҫына ҡаныҡҡан ҡәбәхәттәрҙе ауыҙлыҡлай ҙа алырбыҙ. Ғүмерҙе дауам итеү логикаһына тоғро ҡалһаҡ, алдағы тормошта йәшәйәсәк балаларыбыҙға ҡаршы һуғышты, ниһайәт, туҡтатырбыҙ. Сөнки был донъяла телһеҙ менән дә һөйләшергә һәләтле әсәләр, йөрәген улының күкрәгенә һалырлыҡ атайҙар, шөкөр, әле күптер.
«Һөйөү нимә?» – тип һораным ир кешенән. «Ҡатын өсөн тамуҡ үтеү», – тип яҙған Мостай ағайыбыҙ. Шулайҙыр ҙа. Әкиәт-легендаларҙа, элекке китаптарҙа ҡатын-ҡыҙ намыҫы хаҡына йәнен аямаған ир-егет тураһында уҡый торғайныҡ. Таһирҙың – Зөһрәһе, Йософтың – Зөләйхаһы, Мәжнүндең Ләйләһе булған бит. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә наҙ менән бергә сафлыҡ, мосолман халыҡтарына хас әҙәплелек иң алда йөрөгән. Мөхәббәт ике кеше кисерергә тейешле хис булып ҡына түгел, бәлки, әхлаҡтың юғары кәүҙәләнеше рәүешендә йәшәгән.
Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы мөнәсәбәттәр – үтә лә сетерекле даирә һәм шуға күрә ул, сит күҙгә салынып барһа ла, ниндәйҙер тикшеренеүҙәр һәм һығымта яһауҙар объекты була алмайҙыр. Шәхси мөнәсәбәттәр йәһәтенән йә мөхәббәт буйынса ниндәйҙер белгес булыу мөмкинме һуң? Хис-тойғоларҙы, кисерештәрҙе үлсәр бизмәндәр бармы һуң? Һәр кем был донъяла үҙе генә булып килә һәм үҙенә хас шәхес булып йәшәй.
Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһендә үҙен белгес һанаған яҙыусылар уларҙы мәңге сиселеп бөтмәйәсәк йомаҡ тип раҫлай. Ҡатын-ҡыҙ феноменын социологтар, психологтар үҙҙәре төҫмөрләгәнсә аңлатырға маташа. Миңә ҡалһа, әсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ тураһында үҙебеҙ белмәйбеҙме? Әсәйемдең мин тын алышына йә күҙ ҡарашына ғына түгел, бәлки, атлап килеүенә, кәүҙәһен тотошона ҡарап та, ниндәй кәйефтә булыуын һиҙемләй торғайным. Шикләнмәйем, ул да мине шулай үтәнән-үтә күргәндер.
Һәр кем әсәһе тураһында һис туҡтамай ғүмер буйы һөйләргә әҙерҙер. Сөнки донъяның бар изгелектәре һинең әсәйеңә генә бирелгәндер ҙә, ул үҙе, ҡояшты алмаштырып, бар ғаләмгә нур һәм йылылыҡ һибәлер төҫлө. Әсәйҙәребеҙ ҡартая, йәшлеккә бирелгән төҫөн юя, әммә ул үҙгәрештәрҙе күрмәйбеҙ, сөнки әсә матурлығын төҫһөҙләндерер әмәл тәбиғәттә юҡтыр. Беҙҙе бар итеп, әсәйҙәребеҙ, әйтерһең, үҙ балаларының булмышына инеп юғала.
Минең йәштәге кешегә әсәһен һағынып хәтерләп ултырыу, бәлки, урынһыҙҙыр ҙа. Ләкин мин, әсәйемде генә түгел, йомшаҡ тауыштары, мамыҡтай ҡулдары менән йөрәгемде наҙлаған, арҡамдан иркәләп һөйгән Ғәйнихаят, Закирә, Хәҙисә, Аусаф өләсәйҙәремде лә һағынам.
Исемдәренә генә иғтибар итегеҙсе: йыр һымаҡ бит! Тәүге итеп әйткән өләсәйем әсәйемдең әсәһе һәм, шунлыҡтан, беҙҙең бит-ҡулдарҙы ла иң беренсе ул йыуҙы. Закирә өләсәйемде яҙмыш көн яҡтыһынан мәхрүм иткәйне, әммә ғәжәп – күрмәгән күҙ, нурын юғалтмай, балҡып тора ине. Уның көйләп кенә әкиәт һөйләүе, шул арала тубығында ятҡан беҙҙең баштарҙы бармаҡ осо менән генә һыйпауы, татлы йоҡо менән бергә, серле әкиәт донъяһына алып китә торған юл булғандыр. Үҙ ғүмеремдә беренсе мәртәбә ауыҙ иткән ысын буҙа Аусаф өләсәйемдең оло имән көрәгәһендә әсетелгәндер.
Ғүмер юлының осона сығып килгәндә лә шул юлды әсәйемдең, өләсәйҙәремдең һәм хәҙер инде мәңгелек иленә күскән хәләлемдең һүнмәҫ нуры яҡтыртыуы үҙе оло бәхет бит! Ошо утты ҡыҙҙарың, ейәнсәрҙәрең дә һүндермәй һаҡлаһа, ул инде бәхет тауының түбәһенә күтәрелеү менән бер. Ә минең, әйткәс, әйтәйем, күбәләк кеүек осоп йөрөгән, тәтелдәк бүләсәрем үҫеп килә.
Ҡатын-ҡыҙ азатлығы, йәнәһе, ирҙәр менән тиң хоҡуҡлылығы. Сәйәсәт, ғәҙәттәгесә, мең рәүешкә инә, әммә һис ҡасан да ихлас һәм эскерһеҙ булғаны юҡ. Ҡәҙерле кешеләребеҙгә бер көн дежур хөрмәт күрһәтеүгә ҡарағанда, ғүмерлек лайыҡлы тормош булдырыу мөһимерәктер. Улар юҡсыллыҡтан йонсоп йәшәүҙән иртә китмәһен ине. Ауыр эшкә ҡатын-ҡыҙ түгел, көслө ир-ат сыҡһын. Дәүләт менән идара итеүҙә лә ихтыярлы ҡатын-ҡыҙ характеры, тәбиғәт уларға ғына биргән аҡыл һис ҡамасауламаҫ ине. Ҡатын-ҡыҙға кеше хәленә инә белеү, игелеклелек хас. Донъя башында ҡатын-ҡыҙ торһа, кешелек һуғышһыҙ һәм йыртҡыслыҡһыҙ йәшәй ала.
Шарапты хәрәм ризыҡ тип һанамаған ирҙәр затынан булһам да, мин ҡыҙҙар ҡулының шешәгә, рюмкаға, тәмәкегә тартылыуын теләмәйем. Нимәгә ул әшәкелектәр һеҙгә, гүзәлдәребеҙ? Сәстәрегеҙҙе, кейемдәрегеҙҙе ниндәй генә сүрәткә индерһәгеҙ ҙә, аңларбыҙ, тик сабыйҙарынан ғына ваз кискән, әсә булыу бәхетен хәмергә, тәмәке төтөнөнә алмаштырғандарҙы ғына аңлай алмаҫбыҙ.
Ауылда минең беренсе уҡытыусым төпкөл башҡорт яғына килеп донъя көткән татар милләтле Хафаса өләсәйем Усманова булды. Эйе, беҙ уға мәктәптә лә өләсәй тип кенә өндәштек. Егерме биш йыл уҡытҡас, Хафаса Мөхәмәҙиә ҡыҙына «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы бирҙеләр. Ул награда ауылыбыҙҙа уҡытыусы алған тәүге бүләк ине, шикелле. Үҙ ғүмеремдә минең мөғәллимәләрем күп булды, әммә урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Роза Мотаһар ҡыҙы Сәйфиева апай йөрәгемдә айырым урын биләй. Рус теленә мөхәббәтте ул уятты. Ошо йомшаҡ һүҙле лә, ҡырыҫ та була белгән сибәр апайыбыҙға мәңгегә рәхмәтлемен.
Марсель Ҡотлоғәлләмов.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.