+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ете ҡыҙ

– Рәхимә, тупылдап торған ике игеҙ ҡыҙың бар. Һап-һауҙар, шалҡан кеүек таҙалар, – ғаиләлә бишенсе һәм алтынсы булып донъяға ауаз һалған ике сабыйҙы ҡулына алған кендек инәһе йәш ҡатынды шулай һөйөнсөләй.

Ете ҡыҙ
Ете ҡыҙ

Игеҙәктәргә өҫтәп, тағы етенсе ҡыҙын да таба Рәхимә.
Сәфәрғәле менән Рәхимә Хәсәновтар алдан бер-береһен белмәй өйләнешә. Соланда таныштыҡ та, тормош көтөп алып киттек, тип һөйләй Рәхимә апай ҡыҙҙарына был турала. Ҡыҙ егеткә: «Мине ҡаҡмаһаң-һуҡмаһаң, балаларыбыҙҙы йәберләмәһәң, һиңә тормошҡа сығам», – тигән берҙән-бер шарт ҡуя.
Хәсәновтар Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында ҡулға-ҡул тотоношоп 65 йыл бергә ғүмер кисерә. Рәхимә 20 йыл эсендә 12 балаға ғүмер бирә һәм Герой әсә тигән юғары исемгә лайыҡ була. Мәңгелек йортҡа ла Рәхимә менән Сәфәрғәле, 85 йәшкә етеп, бер-бер артлы күсә.
Илгә сығып киткәнемдә
Оҙатып ҡалды ете ҡыҙ.
Мин ҡайтҡанды көтөргә, тип
Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ.
Сәфәрғәле менән Рәхимә Хәсәновтар ғаиләһендә тыуған, ата-әсәһенең төҫөн, ғаилә усағы йылыһын, йолаларын һаҡлаусы ете ҡыҙ Рәйсә, Рәмилә, Рәүилә, Рәмзиә, Рәсимә, Рәшиҙә һәм Миңдинур исемле. Төпсөк баланың күҙе эргәһендә миңе булғанға ата-әсәһе уны ошо исем менән нарыҡлай. Бөгөн Баймаҡ, Әбйәлил районының төрлө ауылдарында, Сибай ҡалаһында көн иткән ғаиләле, һөнәрле ҡыҙҙарҙы кешеләр әле лә ҡапылдан бутай.
«Эй, Аллам, ике улым булғансы, бер ҡыҙым булһасы», – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә ҡайһы саҡ. Берәү түгел, ете ҡыҙы булған Рәхимә апай үтә лә бәхетле әсә булғандыр, тием.
Бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаған ҡыҙҙарҙың яҙмышы бөтә ҡатын-ҡыҙҙыҡы кеүек үк. Үҙҙәренең шатлыҡтары, юғалтыу-табыштары, аһ-зары, сабырлыҡтары, хатта әсәй, гүзәл зат булыуҙары менән оҡшаш ул бөтә ҡатындар ҙа. Ҡыҙҙарҙың икәүһе –Рәмилә менән Рәмзиә – бер ғаиләгә килен булып төшә. Төбәктә билдәле Бәхтиевтар ғаиләһе менән ике тапҡыр ҡоҙалашырға тура килә Хәсәновтарға.

Рәйсә. Ҡыҙҙарҙың иң өлкәне ул. Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәй. Хаҡлы ялда. Бар ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай. Уны Хәсәновтар ғаиләһендә, сәсән телле апайыбыҙ, тип йөрөтәләр. Рәйсә заманында матур йырлаған да, ләкин сәсәнлек уның булмышы, тиҙәр һеңлеләре. Ҡасандыр Йылайыр ра­йонында үткән сәсәндәр бәйгеһендә Гран-при яулай ул. Шунан башлап Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙы – төрлө фольклор сараларының сценарийы авторы, Хәсәновтарҙың ғаилә ансамбленең төп әйҙәүсеһе. Хаҡлы ялда булғас, мәктәптә эшләгән һеңлеләренә лә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа. Улдары Радик, Радмирҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәй.

Рәмилә. Бөтә ғүмерен мәғарифкә арнаған Рәмиләнең иңенә һынауҙарҙың иң ауыры төшә.
Тормош иптәше Фирғәт менән баһадирҙай өс ул тәрбиәләп үҫтерә улар. Өлкән улдары – Фидан – өйләнеп өлгөрә, Себер тарафтарында матур ғына эшләп йөрөй. Даян да ғаилә ҡора, Рәмиләгә Динислам исемле ейән бүләк итә. Егет «Байыҡ» телевизион конкурсының призеры була. Ғөмүмән, райондың ике һәләтле ғаиләһе – Хәсәновтар һәм Бәхтиевтарҙан тик талантлы балалар тыуа. Кемеһе йырлай, кемеһе бейей, бәғзеләре өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнай.
– Ул малайҙарым тиген генә кеше булманылар. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланылар. Эсеп-тартманылар, һигеҙ йыл Баймаҡтың «Ирәндек» ансамблендә бейенеләр. Икеһе араһындағы татыулыҡты әйтеп бирерлек түгел ине. Аллаһы Тәғәләгә лә шулай кешеләр кәрәк булғандыр инде. ...Икеһе лә бергә китте...

Рәүилә. Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаһында эшләй, уҡыу йортоноң студенттар телевидениеһын алып бара. Журналист булырға хыялланған ҡыҙ, уҡыусы сағында «Башҡортостан пионеры» гәзитенең йәш хәбәрсеһе, тигән исемде йөрөтә.
– Күршеләрҙең телевизоры бар ине. Төрлө кинолар ҡарарға уларға инәбеҙ. Шул телевизор тигән йәшниктән анау кешеләр һымаҡ һөйләп ултырһаң ине, тип уйлай торғайным, – ти ул, бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Рәүиләнең хыялы тормошҡа аша. Ул, ысынлап та, Сибай ҡалаһы хакимиәте эргәһендәге ҡала телевидениеһына эшкә килә.

Рәмзиә. Силәбе дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Ауылдан сыҡҡан, нотаны ла белмәгән ҡыҙҙың шунда барып эләгеүе үҙе бер мөғжизә бит.
Әйтеп китеүебеҙсә, Хәсәновтар музыкаль ғаилә булараҡ та танылыу алған. Улар йыш ҡына төрлө конкурстарҙа еңеүсе исемен яулай. Шулай бер ваҡыт Хәсәновтарҙы Мәскәүҙән «Вместе – дружная семья» тапшырыуына төшөрөп алалар. Шунда Рәмзиә «Тыуған ауылым» йырын башҡара. Өфөнән килгән музыка белгесе ҡыҙға сат йәбешә һәм сәнғәт юлынан китергә кәңәш бирә. Ул ғына ла түгел – Силәбе институтына йүнәлтмә юллап бирә. Рәмзиә уйламағанда шулай Силәбегә барып эләгә һәм сәнғәт юлынан китә. Бөгөн башҡорт эстрадаһында фольклор йүнәлешендә йырлап йөрөгөн һәм йондоҙ булып балҡыған Зилиә һәм Юлиә Бәхтиеваларҙың әсәһе ул Рәмзиә. Улдары Салауат та сәнғәт юлын һайлаған. Ул – ҡурайсы.

Рәшиҙә. Хәсәновтарҙың ике ҡыҙы – күп бала әсәһе. Игеҙәктәрҙең береһе – Рәшиҙә – биш бала таба. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, был ғаиләлә сәнғәт кешеләре күп. Рәшиҙәнең ҡыҙы Розалиә Иҙелбаева Нефтекама филармонияһының алып барыусыһы, кейәүҙәре – йырсы. Уртансылары Раушания – табип. Илшат хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтасаҡ. Илнур, Азамат –мәктәптә үткән бөтә сараларҙың әүҙем ҡатнашыусылары.

Рәсимә. Йәшләй генә Әбйәлил районына сығып китә һәм шунда төпләнә. Ул да, өлкән апалары кеүек, уҡытыусылыҡ юлын һайлай. Әлмөхәмәт ауылында балалар уҡыта. Ике ул, бер ҡыҙға ғүмер биргән Рәсимә бөгөнгө көндә иптәше менән ауыл өсөн күләмле эштәр башҡара. Мәктәп, музей астырып, балаларҙы спортҡа йәлеп итеп, хоккей командаһы ойоштороп эшләгән уҡытыусылар улар. Улы Ғаяз спортта ла ал бирмәй, эшҡыуарлыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнә. Наҙгөл ҡыҙы – Хәсәновтарҙың ғаилә ансамбленең йөҙөк ҡашы.

Миңдинур. Хәсәновтарҙың төпсөктәре Миңдинур ҙа биш балаға ғүмер биргән. Ул да – уҡытыусы, 27 йыл ҡәйнәһе менән бергә йәшәгән килен. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған ике быуын ҡатындың мөнәсәбәте күптәргә өлгө булып тора ине. Ҡәйнәһен аҙаҡҡы көнөнә тиклем ихлас тәрбиәләп һуңғы юлға оҙата ул. Миңдинурҙың ишле ғаиләһе – ҡыҙҙары Гөлли, Мәҙинә, Шәүрә, улдары Ильяс, Иршат –һөйөндөрөп кенә тора.
Эйе, ете ҡыҙҙың барыһы ла шәхси тормоштан уңа, ғаиләле була.
– Әсәйем беҙҙе ирҙе ҡәҙерләргә, хәстәрләргә өйрәтте. Барыбыҙ ҙа тормош юлдаштарыбыҙ өсөн үлеп торабыҙ. Бының өсөн беҙгә үҙ атайыбыҙ үрнәк булды, – тиҙәр.
Көслө рухлы итеп тәрбиәләнгән улар.
– Әсәйебеҙ көслө, имәндәй ныҡ булды. 11 баланы (берәүҙәре сабый саҡта уҡ мәрхүм була) бағып ҡарағыҙ әле... Атай – табыусы, әсәй шуны тигеҙ итеп 11 өлөшкә бүлеүсе ине. Көн һайын дүрт икмәк һалды. Ап-аҡ итеп ағартылған мейес, һап-һары итеп йыуылған иҙән, ашъяулыҡта боһорап ултырған самауыр хәҙергеләй күҙ алдымда. Атай-әсәй беҙгә ғаиләне, милләтте хәстәрләргә өйрәтте, матди байлыҡ менән түгел, ә йыр-моң, ҡурай моңо менән тәрбиәләне, – ти Рәүилә.
Күп балалы ғаиләнең хәстәре лә башҡаларға оҡшамаған. Уйлап ҡарағыҙ, бер йылы Хәсәновтар беренсе сентябргә – яңы уҡыу йылына – туғыҙ бала әҙерләй. Туғыҙ пар аяҡ кейеме, форма, мәктәп кәрәк-яраҡтары алырға кәрәк!
– Атайым малайҙарҙы ҡурайға өйрәтте. Өс ир туғаныбыҙ Рауил, Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар – билдәле ҡурайсылар. Рауил ағайыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәмил ағайым – Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Төпсөгөбөҙ Рәил – Рәсәй, республика йыр конкурстары лауреаты. Сәнғәт юлын Рафаэль ағайыбыҙҙың улы Рафиҡ дауам итә. Ул – Стәрлетамак башҡорт драма театры актеры.
Күмәкләп бесән сабырға бара торғайныҡ. Бесәнлектә ҡурай, эй, күп үҫә. Бесән сабабыҙ, әммә ҡурайҙарға теймәйбеҙ. Атайым уларҙы ҡырҡып ала, урында уҡ ҡурай яһап, малайҙарға тоттора. Улар шул ерҙә көй сығара ине. Шунан күп итеп ҡурайҙарҙы йыйып алабыҙ ҙа өйҙә киптерергә ҡуябыҙ. Шул ҡыш сыҡҡансы етә торғайны, – тип хәтерләй Рәмзиә.
– Юғары уҡыу йорттарына инеп һөнәр алғанға тиклем беҙ башта матур ғаилә институтын тамамланыҡ. Ата-әсәйҙән халыҡ педагогикаһына өйрәндек, – ти Рәшиҙә.
Бөгөн Хәсәновтарҙың йорто ауылда музей һымаҡ һаҡланған. Йәмле йәй көндәре ситтә йәшәүсе туғандар ҡайтһа, һабантуй хасил була. Атай йорто, әсәйҙең йылы ҡулдары эҙе ҡалған был бәрәкәтле нигеҙ еребеҙгә ете ҡыҙ ғына түгел, ә дүрт малай, уларҙан тыуған утыҙ дүрт ейән-ейәнсәр, егерме өс бүлә-бүләсәр – йәмғеһе алтмыш туғыҙ кеше бүләк иткән. Сәфәрғәле менән Рәхимә Хәсәновтарҙың ҡотон береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙар, батыр егеттәр дауам итә был ерҙә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: