Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы менән Розалия Сәғит ҡыҙы 20 йылдан ашыу балалар баҡсаһы системаһында эшләй. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, йәш белгестәр кескәйҙәр өсөн иң кәрәкле йүнәлеш – уҡытыусы-логопед һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай.
Һуңғы йылдарҙа телмәр, яҙыу һәләте сикләнгән, хәрефтәрҙе, өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтә алмаған балалар һаны арта бара. Мәғариф системаһына талаптар көсәйгән һайын, буласаҡ уҡыусының был етешһеҙлеге ата-әсәләрҙе лә, педагогтарҙы ла борсомай ҡалмай. Бөгөн ҡайһы бер әсәйҙәрҙең сабыйын кескәй сағынан уҡ логопедҡа йөрөтә башлауы осраҡлы түгел. Шуны иҫәпкә алып, бынан бер нисә йыл элек илдең балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә логопедтар һәм психологтар һанын арттырыу бурысы ҡуйылды. Был ниндәйҙер кимәлдә телмәр мәҙәниәтенең түбән төшөүенә лә бәйләнгән, ти белгестәр. Дөйөм алғанда, логопедия бөгөн дә абруйлы һөнәрҙәрҙән һанала.
Зөлфиә Ҡәйепҡолова бала саҡта табип булырға хыяллана. Хатта медицина училищеһын да тамамлай. Ләкин артабанғы хеҙмәтен логопедия менән бәйләй. «Был һөнәр ҙә медицинаға яҡын бит. Ул да кешеләрҙең телмәр кәмселектәрен дауалай, урынына ҡуя»,– ти ул.
«Аҡһылыу» балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәс, коллегаһы Розалия Илбулова менән бергә үҙ һөнәрҙәренә ҡағылышлы проект өҫтөндә эш башлайҙар. Был, берҙән, күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булһа, икенсенән, ул башҡорт балалары өсөн йүнәлтелеүе менән әһәмиәтле.
– Коллегам менән, башҡорт теленең дәрәжәһен күтәреү маҡсатынан сығып, бер нисә методик ҡулланма, уйындар, ФГОС нормаларына тап килгән уҡытыусы-логопедтар өсөн план өлгөләре өҫтөндә эш башланыҡ. Уның емеше «Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт» тигән методик ҡулланманан ғибәрәт, – тип башланы әңгәмәне Зөлфиә Ҡәйепҡолова.
Был хеҙмәттең нигеҙендә немец авторҙары Дорис Фишер менән Манфред Криктың «Логико-малыш» планшеты тора. Ул, 24 телгә тәржемә ителеп, 30 илдә таралған. Ә башҡорт педагогтары, уға нигеҙләнеп, «Уйна, уйла, тап» тигән планшет төҙөгән.
– Ҡулланма телмәрҙең башланғыс этаптарына, сығанаҡтарына, нигеҙҙәренә өйрәтә. Бала өн, ижек, һүҙ, ҡылым һәм сифат төшөнсәләрен күргәҙмә материал аша танып белә һәм улар менән эш итергә өйрәнә. Шулай уҡ ошо ҡулланма балаларҙа ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғоларын уята һәм кескәй үҙен асыш яһаусы, уйлап табыусы итеп хис итәсәк, – ти Розалия Илбулова.
Педагогтарға һөнәри һәм ижади эҙләнеүҙәрҙе бер юлы алып барыуы еңел булмай. Уға бик күп көс һәм ваҡыт сарыф ителә. Был тәңгәлдә логопедтың хеҙмәтен бер яҡлы ғына ҡабул итеү күренештәре бар. Логопед-педагог, өндәрҙе дөрөҫ ҡуйыуҙан тыш, баланың телмәр үҫеше, һүҙ байлығы, телмәрҙең грамматик төҙөлөшө, дикция, нәфис һөйләүҙе үҫтереү өҫтөндә лә эшләй.
Башҡорт телен өйрәнеүҙә иҫке, ҡалыплашҡан алымдарҙан китеү, уны заманса технологиялар ярҙамында үҙләштереү бурысы күптән ҡуйыла. «Бөгөн беҙ балаларҙы интернет донъяһы һәм уның шауҡымынан айыра алмайбыҙ, әммә һәр кем үҙ ғаиләһендә баланың әсә телен өйрәнеүе өсөн яуаплы. Аралашыу сараһы булараҡ та үҙ телеңде белеү – заман талабы», – ти әңгәмәселәрем. «Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт» проектында педагогтар нәҡ туған телде үҙләштереүҙең заман алымдарына мөрәжәғәт итә лә.
– Башҡортҡа хас булған өндәр: ү, ң, ҡ, ғ, һ, ҫ, ҙ, ө, ә – туған телебеҙҙең байлығы, сағыу биҙәге, заманса әйткәндә, милләтебеҙҙең рухи бренды. Үҙенсәлекле өндәребеҙҙе, һүҙҙәребеҙҙе, уларҙың моңон кескәйҙәр балалар баҡсаларында уҡ күңеленә һеңдереп үҫергә тейеш. Был мәсьәлә уларҙың һүҙ байлығын, телмәрен үҫтергәндә даими рәүештә аралашыуға өйрәткәндә генә ыңғай хәл ителә, – тигән фекерҙә педагогтар.
Методик ҡулланманың төҙөлөшө бик үҙенсәлекле. Ул ағас планшеттан һәм баланы төрлө йүнәлештә үҫтереү карточкалары комплектынан тора. Дәрестәр өсөн уның берәүһе лә етә. Һәр комплект айырым папкала һаҡлана һәм аныҡ теманы сағылдырған 8 төрлө иллюстрациянан тора. Унда тирә-яҡты танып белеү әйберҙәре, тәбиғәт күренештәре, әкиәт персонаждары һәм башҡа мауыҡтырғыс йүнәлештәге һүрәттәр урын алған.
– Балалар, фишкаларҙы шылдырып, ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә, һүрәттәге объекттарҙы парлап һайлап ала (оҡшаш сифаттары, символ, үҫеш этабы, ракурс һ.б). Карточканың икенсе яғында үҙтикшереү өсөн яуаптар, өҫтәлмә һорауҙар һәм күрһәтелгән иллюстрация буйынса әңгәмәләр өсөн темалар бирелгән, – ти Розалия Сәғит ҡыҙы.
Әлеге көндә педагогтар дидактик уйындар булдырыу өҫтөндә лә эшләй. Башҡорт телен йәнһүрәттәр ярҙамында өйрәтеү ҙә ҡулай булыр, тигән фекерҙә улар.
– Заман балалары төрлө гаджеттарҙы, мобиль ҡушымталарҙы бик тиҙ үҙләштерә. Тыйыу урынына, ошо белемде файҙаға борорға ла мөмкин. Үрҙә әйтеп үтелгән туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү проектына ярашлы бик күп эштәр башҡарыла. Алфавит, интерактив уйындар, аудиокитаптар, үҫмерҙәр өсөн мобиль ҡушымталар әле лә, киләсәктә лә телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур ярҙам булып торасаҡ, – тине Зөлфиә Ҡәйепҡолова.
Ике педагогтың «Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт» ижади эшең, методик ҡулланма булараҡ, киң файҙаланыуға сығарыу ҡарала. Шулай уҡ Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы менән Розалия Сәғит ҡыҙының төрлө майҙансыҡтарҙа, хатта милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә осрашыуҙары көтөлгән. Әммә, пандемияға бәйле, улар онлайн форматҡа ҡайтарылған.
– Ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта бик кәрәкле эш башҡарҙыҡ, тип уйлайбыҙ. Терәк булған тормош иптәштәребеҙҙең, балаларыбыҙҙың аңлауы, хеҙмәтебеҙҙең кәрәклеген баһалап тороусы етәкселәребеҙ илһамландырҙы. Үҙ ғаиләләребеҙҙә аралашыу – башҡорт телендә. Шуға күрә, ошо ҡулланма ла, баланың телмәрен үҫтереүҙән тыш, ата-әсәһе менән рухи бәйләнешен нығытһын, туған телгә һөйөү уятһын, тигән теләктә ҡалабыҙ, – тип тамамлай улар әңгәмәне.
Сибай ҡалаһы.