-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә – ғүмерлек һәҙиә
18 Сентябрь 2021, 15:15

Сабыйҙың үҫеш баҫҡыстары

Мәктәптә балаларға бөтә фәндәр­ҙе ентекле өйрәтәләр. Шул уҡ ваҡытта иң мөһим фән – бәхет, йәшәү асылы – сиселмәгән сер булып ҡала. Беҙ тормош тигән ҡатмарлы фәндең аҡыл үрҙәренә сикһеҙ хаталар, яңылышыу­ҙар аша өлгәшәбеҙ. Ә ҡайһы берәү­ҙәр ғүмер сигендә лә уға төшөнә алмай. Ер йөҙөнә ни өсөн тыуғандарын, маҡсаттарын да аңғармай ҡалалар.

Сабыйҙың үҫеш баҫҡыстары
Сабыйҙың үҫеш баҫҡыстары

Тормошта үҙ юлын тапмай, бер сиктән икенсеһенә һуғылып, аҙашып йөрөүселәр байтаҡ беҙҙең йәмғиәттә. Бөтә ғәйеп – үҙ тәбиғәтебеҙҙе, йәшәү мәғәнәһенең ысын асылын тәрәндән аңламауҙа. “Белемлелек – арыҫландан көслө батыр” тигән халҡыбыҙҙың бөйөк аҡыл эйәһе Аҡмулла! Ул белем тормош зирәклегенә ирешеүҙе лә үҙ эсенә алалыр, тип уйлайым. Баҡти­һәң, көн дә ниндәйҙер аҡылға эйә булыу, китап уҡыу кешегә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға, күңел торошон тә­биғи тигеҙлектә тоторға һәм төрлө яҡлап камиллыҡҡа ынтылырға көс-ҡеүәт һәм ышаныс бирә икән. Ә үҙ көсөнә ышанған атай-әсәйҙең балаһы ла ныҡлы, маҡсатлы була. Шуға нәҫе­лебеҙҙең бәхетле киләсәген хәстәр­ләгәндә, тәү нәүбәттә, үҙ-үҙебеҙҙе, рухи тамырҙарыбыҙҙы аңлау аша ысын тәрбиә алымдарына төшөнөүҙе тәүмаҡсат итеп алырға тейешбеҙҙер. Был тәрбиә эшендә һағалаған ҡы­йынлыҡтарҙы дөрөҫ баһалау һәм тәү ҡарашҡа әһәмиәтһеҙ тойолған, әммә оло мәғәнәгә эйә һынауҙарҙы юғалтыуһыҙ үтеү өсөн мөһим.

Хәҙер күп кенә әсәйҙәр бала­һының тынғыһыҙ булыуына зарлана. Көсөргәнешле тормош, йөклө саҡ­тағы кисерештәр, баланы ҡалдырырғамы-юҡмы, тигән икеләнеүҙәр яралғының күңел торошона йоғонто яһай, йәғни сабыйҙың киләсәгенә, холоҡ-ҡылығына әсә ҡарынында уҡ ойотҡо һалына. Бәләкәсебеҙҙе көт­кән мәлдән башлап бөтә балалыҡ дәүере буйына беҙ һәр уйыбыҙ, һәр һүҙебеҙ, һәр ҡылығыбыҙ ярҙамында уның киләсәген ҡорабыҙ, уның аша киләһе быуындар аңына программа һала барабыҙ. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, кескәйҙең күңелен бөтәйтеү, тулыландырыу урынына өҙгөләнеүҙәргә дусар итәбеҙ. Әсә менән бала араһындағы бәйләнеш үтә нескә һәм көслө. Заман йәштәре ҡыҙҙарын йәки улдарын үҙ күңел донъяһы булған тере йән эйәһе итеп түгел, ә уңайлы, матур һәм ғорурлыҡ уятҡан ҡурсаҡ тип ҡабул итергә күнеккән. Ә бәләкәстең үҙ тормошо ла, өлкәндәрҙекенән хәтәрерәк, һынауҙарҙан тороуын да йыш ҡына иҫәпкә алмайбыҙ шул.

Тәрбиә өлкәһендәге һуңғы ғилми асыштар сабый үҫешен айырым баҫ­ҡыстарға (фазаларға) бүлеп ҡарай. Баҡтиһәң, бәләкәстең үҫешендә оҙайлы ғына ваҡыт бер ниндәй алға китеш һиҙелмәй һәм ул бер төн эсен-дә ҡапыл бер нисә миллиметрға үҫер­гә мөмкин. Физиологияһы менән бер рәттән, психикаһы ла киҫкен үҙгәреш кисерә. Балаларҙың кинәт кенә үҫеп китә торған мәле, ғәҙәттә, бер үк осорға тап килә, һәм ул үҙгәрештәр мейеләге тулҡындар йоғонтоһона бәйле. Үҫеш фазалары йәш ярымдан алып 16 йәшкә тиклем дауам итә. Йәш ярымға тиклем генә сабый ете үҫеш баҫҡысы үтә. Киҫкен үҫеш осоронда бәләкәстең нервы системаһы тетрәнеү кисерә. Әммә һәр осор сабыйға ниндәйҙер яңы һөнәр үҙләштереүгә булышлыҡ итә.

Байтаҡ диндәрҙә яңы тыуған баланың ҡырҡ көнөнә ҙур мәғәнә һалына. Ҡырҡ көнгә тиклем исем ҡушып өлгөрөргә, күҙ теймәһен өсөн өйгә кеше саҡырмаҫҡа кәңәш итәләр. Тәүге үҫеш баҫҡысы алдынан бала нығынырға, тынысланырға, көс туп­ларға тейеш, күрәһең. Сөнки тап биш аҙна тигәндә бәләкәстең тәүге киҫкен үҫеш мәле башлана. Уның яратыуға, иркәләүгә мохтажлығы арта.

Әҙәм балаһының тәбиғәте шулай ҡоролған: бер алға китеш тә еңел генә үтмәй, үҫеш мәлдәре сабыйҙың күңел торошона ауыр тәьҫир итә. Бала үҙен тынысһыҙ тота: йыш илай, мыжый, кәйефһеҙләнә, ҡулға һорай. Был мыжыуҙарҙың тәбиғи икәнен аңлап етмәү арҡаһында ғаилә ағзалары бәләкәстең һаулығы өсөн хафа­лана башлай. Әлеге үҙгәрештәр кес­кәйҙе ҡурҡыта. Ул ҡурҡыуҙы аңларға мөмкин: күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ сит планетала уянғанһығыҙ һәм бөтә тирә-яҡ ят, ситен, бары ғәзиз кеше­ләрегеҙҙең янығыҙҙа булыуы ғына күңелегеҙҙе йыуата. Тап уларҙың аң­лауы, сабырлығы, йөрәк йылыһы, яғымлы йылмайыуы, тылсымлы һүҙе артабан был донъяны танып белергә ҡанат булып торасаҡ бит!

Ә 8-се аҙнала бала “биҙәктәр”ҙе танырға өйрәнә. Ул хәҙер кибет кәш­тәһендә теҙелеп ятҡан әйберҙәрҙе лә, тышта елгә елберҙәгән ағас япраҡ­тарын да биҙәк рәүешендә күреп һоҡлана. Кәүҙәһенең тотошон яҡынса тойомлай. Сөнки сабый үҙ кәү­ҙәһен дә биҙәк төрө кеүек ҡабул итә. Тышҡы ҡиәфәтен аңғармай әле ул, үҙен һәм тирә-яҡты эске донъяһы аша тоя.

Һәр бала – үҙенсәлекле: берәүҙәр яңылыҡтарҙы еңел үҙләштерә һәм күберәкте белергә ашҡына, икенселәр бер нәмә менән мауыға һәм шуны өйрәнеүгә ныҡлап ынтыла. Өлкәндәр, кескәйҙең нимәгә һәләтле булыуын иҫәпкә алып, уға киләсәккә дөрөҫ йүнәлеш биреүҙе хәстәрләй, шәхес булараҡ камиллашырға ярҙам итә. Һәр атай-әсәй бәләкәсе менән бергә донъяны яңынан танып белер өсөн мауыҡтырғыс сәйәхәткә сыға. Улар ҡаршыға осраған упҡындарҙы, ел-дауылдарҙы, ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә үтергә бурыслы. Юғиһә бала, үҙ эсенә ябылып, ниндәйҙер мөһим белем утрауын күҙ уңынан ысљындырыуы ла мөмкин бит.

Күптән түгел генә табиптар, яңы тыуған сабыйҙың күҙҙәре күрмәй, тип раҫлай ине. Дөрөҫ түгел икән. Бала бик яҡшы күрә (әлбиттә, тәүге көндәрҙә 20 сантиметр араны, алыҫ­тағыһын – тоноғораҡ) һәм үткер ҡарашы менән һәр әйберҙе “эләктереп алырға” әҙер. Ул әсәһенең йөҙ сырайын ҡабатлай белә. Яҡындарының кәйефен, күңел торошон сағылдыра. Шулай уҡ бәләкәстәр, әле һөйләшмәгән хәлдә лә, әсәләренә үҙҙәренең ҡыуаныу, һоҡланыу, асыу, яратыу, һорау кеүек тойғо-талаптарын ым-ишара, ҡул хәрәкәттәре аша оҫта итеп аңлата. Маҡтап, ҡеүәтләп ебәргәнде яҡшы тоя. Төҫлө әйбер­ҙәрҙе айыра белә. Ҡыҙыл һәм сыбар төҫтәр бәләкәстәрҙең иғтибарын нығыраҡ йәлеп итә. Йомро уйынсыҡтарға ҡарағанда, күптәр оҙонса, мөйөшлө, һырлы тәтәйҙәрҙе үҙ итеүсән.
Ҡарында уҡ яҡындарының тауышын, әсәһенең йөрәк тибешен, ҡан ағышын ишетеп өйрәнгән сабый яғымлы тауышҡа тыныслана. Бала нескә һәм ҡалын тауыштарҙы айыра. Нескәһе уның күңеленә нығыраҡ хуш килә. Шул уҡ ваҡытта яңғырауыҡлы һәм көслө тауыштан ҡурҡып ҡалыуы ихтимал. Әсә башҡарыуын­дағы сәңгелдәк йыры бала күңеленә шифалы тәьҫир итә. Бишек йыры беҙҙең халыҡта йоҡлатыу өсөн генә түгел, ә бәләкәстең фекерләү ҡеүә­һен, ижади хыялын үҫтереү уңайынан да файҙаланылған. Баланың һаулығы, үҙен тотошо, ҡылыҡтары һәм холҡо әсәнең уға ниндәй сәң­гелдәк йыры башҡарыуына ла бәйле, тип фаразлай белгестәр. Моңло сәңгелдәк йырында быуындар ауазы ла, нәҫелдең төпкөл аңында һаҡланған тотош донъя ха­ҡында мәғлүмәт тә йәшеренгән, тип, ғилми асышы менән бүлешә Себерҙә йә­шәүсе фәлсәфә фәндәре докторы Ирина Ҡарабулатова. Генетик хәтере һәм генетик аңы уянмаған балаға артабан йәмғиәттә һәм тормошта үҙ урынын табыуы ҡыйын. Улар яңы­лыҡтарҙы һәм үҙгәрештәрҙе ауыр ҡа­бул итә. Күңел төшөнкөлөгөнә тиҙ бирешә. Халыҡтарҙың бишек йырын өйрәнгән немец ғалимдары, операция алдынан ауырыуға сәңгелдәк йырын тыңлатһаң, ул тиҙ тыныслана һәм анестезия күләме билдәләнгән­дән аҙыраҡ талап ителә, тигән һығымтаға килгән.

Сабый әсәһенең еҫенә лә тыныс­лана, ирәйә. Ә инде әсә ҡосағынан улар иң татлы хистәр кисерә. Балаға ғына түгел, өлкән кешегә лә ҡосаҡлау, иркәләү, үбеп алыу оло әһәмиәткә эйә, ти Америка психологы Эрик Берн. Һөйөү, наҙ етмәгән бала тиҙ ярһыусанға әйләнә һәм үҙен артыҡ, яңғыҙ тип хис итә башлай. Сабыйы­ғыҙҙы йышыраҡ ҡосағығыҙға алып, күкрәгегеҙгә ҡыҫығыҙ – ул, йөрәк тибешегеҙҙе тойоп, үҙен һеҙҙең тул­ҡынға көйләргә, бәхетле, тыныс булырға өйрәнер. Иркәләү менән баланы боҙормон тип ҡурҡмағыҙ. Йышыраҡ яратып, арҡаһынан һөйөп алыуҙан уның үҙ көсөнә ышанысы ғына арта. Һуңғы тикшеренеүҙәр әсә­ләрен һирәк күргән балаларҙың үҫеш кимәле тотҡарланыуы хаҡында һөй­ләй. Улар һуң тәпәй баҫа, телдәре һуң асыла, үҫә төшкәс, йәмғиәткә ауыр яраҡлаша.
Әсә мөхәббәтенә ҡыҙҙар ғына тү­гел, ир балалар ҙа мохтаж. Малайҙар­ҙы күп иркәләһәң, үпһәң, маҡтаһаң, улар ебегән булып үҫә, тип фекер йөрөтә ҡайһы бер өл­кәндәр. Ә психолог Марина Андросова, ир балаларҙы ла әсәй яратып, һөйөп, иркәләп үҫтерергә тейеш, тип дәлилләй. Бә­ләкәскә наҙлап ҡағылыуҙың, яғымлы өндәшеүҙең кәрәкле үҙ миҙгелдәре була, мәҫәлән, сабый ҡатмарлы үҫеш баҫҡыстарын үткән мәлдә, ҡурҡҡан, тертләгән, ауырыған саҡта. Әсәй ме­нән йылы, ышаныслы мөнәсәбәт ҡо­роп өй­рәнгән ир бала киләсәктә үҙ ҡатынына ла шундай уҡ матур мөғә­мәлә һаҡлаясаҡ, тигән раҫлау менән сығыш яһай психолог һәм гештальт-терапевт Марина Таргакова ла.

Балаларҙың мөғжизәле донъяһы­на ҡағылып, уларҙың кисереш­тәрен бер аҙ танырға өйрәндек. Киләһе һандарҙа ла бала саҡ иленә сәйәхәтте дауам итеп, һәр үҫеш баҫҡысына ентекле туҡталырға уйлайбыҙ.

Һеҙҙе лә ошо мөһим һөйләшеүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Тәрбиә өлкәһендәге заман асыштары менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған олатай-өләсәйҙәр аҡылына мөрә­жәғәт итеү ҙә киләсәк быуынды үҫтереүҙә алмаштырғыһыҙ өлгө булыр ине.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.­­
Автор:
Читайте нас: