-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөҙ йыллығын туйлай изге йорт

1921 йылдың майы. Ил яҙмышын тамырынан үҙгәрткән революция булып, Граждандар һуғышы барған һынылышлы заман. Ошо ғәйәт ауыр дәүерҙә халыҡтың меңәрләп-меңәрләп аслыҡтан ҡырылыуына, сабыйҙарҙың етем ҡалыуына йөрәге янған дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин балалар йорто асырға тәҡдим итә һәм уны булдырыу хәстәрен үҙ өҫтөнә ала. Шулай итеп, етем башҡорт балаларын йыйып, уларҙы ас үлемдән ҡотҡарыусы, ҡанаттарын нығытып, ҙур тормошҡа баҫтырыусы йорт барлыҡҡа килә.

1924 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин вафат булғас, балалар йортона уның исеме бирелә. Миһырбанлы шәхесебеҙ үҙе ойошторған был йорттоң бер быуат буйына, хатта унан һуң да етемдәрҙе һыйындырыусы булып хеҙмәт итерен күҙ алдына килтерҙеме икән?
– Моғайын, юҡтыр. «Ғәрәсәттәр тынып, һиллек урынлашҡас, уның кәрәге лә ҡалмаҫ, сөнки атайһыҙ-әсәйһеҙ сабыйҙар булмаҫ», – тип уйлағандыр изге аҡыллы уҙаман, – шулай фараз итә балалар йорто етәксеһе Фәнисә Бәҙрет­динова. Тик айырма шунда: йөҙ йыл элек бында ата-әсәһе вафат балалар тупланһа, бөгөн тәрбиәләнеүселәрҙең 80 проценты – социаль етемдәр.
«Мин уларҙан, эске ныҡлыҡтарына хайрандар ҡала-ҡала, йәшәргә өйрәнәм. Бында эшләй башлау менән үпкәләү, рәнйеү, асыуланыу кеүек хистәрҙең ни икәнен оноттом. Сөнки бөгөн донъя­лағы бөтә нәмәне сабый бәхете йәки бәхетһеҙлеге аша үлсәйем. Ошо төшөнсә эргәһендә тормоштоң бөтә ығы-зығыһы саң бөртөгө һымаҡ ҡына», – ти Фәнисә Малик ҡыҙы.
Яҡты донъяларға саҡ тыуып, әле йәшәй ҙә башламаған балаларҙың кескенә йөрәге даръялай ҡайғы-хәс­рәтте нисек күтәрә? Оло кешене бөгөрлөк аяуһыҙ һынауҙарҙы бәләкәс йән ни рәүешле үткәрә лә артабан йәшәрлек көс таба? Эш башлаған тәүге көндә күңелендә ҡойон уйнатып тыуған ошо һорауҙарға етәксе бөгөн дә яуап таба алмай.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: