-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иң бәхетле тәҡдир

«Яратҡан журналым менән шатлығымды уртаҡлашырға теләйем!» – сатнама ҡышҡы көндө шулай тип килеп ингән тал сыбығылай гүзәл редакция бүлмәһен нурға күмде. «2002 йылдың декабрендә, яңы ғына ғаилә ҡорған сағыбыҙҙа, «Башҡортостан ҡыҙы»нда беҙҙең хаҡта мәҡәлә донъя күргәйне. Матур тормошҡа фатиха һымаҡ ҡабул иттек беҙ уны», – тине һылыу.

Кисәге студенткалай күренгән Зилә Андрющенконың биш бала әсәһе икәнен белгәс, ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге булманы. Күптән түгел ул республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы алған икән, эсенә һыймаған һөйөнөсөн беҙҙең менән бүлешергә килгән.
Ҡулында – 19 йыл элек баҫылып сыҡҡан, ғаиләһе өсөн бик ҡәҙерле булған яҙма. Мөлдөрәмә бәхет һәм һөйөү һирпелә ундағы һүрәттән. Зилә лә, тормош иптәше Ярослав та тамсы үҙгәрмәгән – мөхәббәтле парҙарға ваҡыт ҡағылырға ҡыймай, күрәһең.
«Икебеҙ ике илдә тыуһаҡ та, бер-беребеҙ өсөн донъяға килгән йәндәр беҙ», – ти Зилә. Ярослав Ҡаҙағстанда үҫкән. Йәшләй ата-әсәһеҙ ҡалған егет өсөн һөйгәне – бар йыһанға, Башҡортостан иһә йәнтөйәктәй ҡәҙерле ергә әйләнә. Чимкенттағы һынлы сәнғәт училищеһын тамамлаған Ярослав Башҡорт дәүләт университетының социология һәм философия факультетында белем ала, артабан Өфө дәүләт авиация техник университеты аспирантураһында уҡый. Социология фәндәре кандидаты.
Зилә иһә – Әлшәй районының Никифар ауылында йәшәүсе уҡытыусылар Тәнзилә һәм Раил Кашаповтарҙың уртансы ҡыҙы. Ғаиләлә апалы-һеңлеле өсәү үҫәләр: Лилә, Зилә, Дилә. Әсәйҙәре – инглиз теленән, атайҙары математиканан уҡыта. Инглиз телен һыу һымаҡ эсһәләр ҙә, ҡыҙҙарҙың өсөһө лә атай юлынан китә: төпсөктәре Дилә һандар менән бәйле һөнәр һайлай – Өфө авиация техник универси­тетының иҡтисад факультетын та­мамлай, ә Лилә менән Зилә, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын бөтөрөп, икеһе лә аспирантураға инә. Апаһы менән һеңлеһе Мәскәүҙә төпләнһә, Зилә, йәндәй күргән Ярославты осратып, тормошон Өфөлә ҡора. Ололар ризалығы бик мөһим тип, кейәү ислам динен ҡабул итә, мосолман ҡанундарына ярашлы никах уҡыталар.
Аспирантурала тик бишкә уҡыған, Президент стипендияһына лайыҡ Зилә, бөтәһен дә хайран итеп, фән юлынан китмәйенсә, бөтөнләй башҡа тәҡдирҙе – күп балалы әсә яҙмышын һайлай.
– Һәр сабыйыбыҙ – көтөп алынған, бик ҡәҙерле, һөйөүҙә тыуған йән, – ти ул. – Күп балалы ғаилә булдырыу – осраҡлы түгел, төптән уйлап ҡабул ителгән ҡарарыбыҙ. Бәпестәремде тапҡандағы тулғаҡ ғазаптары ла минең өсөн татлы булды, уларҙың беренсе ауазын ишеткәндәге, тәү тапҡыр ҡулыма алғандағы хистәрем, бөгөнгөләй, йөрәктә. Күкрәк һөтөнән шифалыраҡ бер нәмә юҡ, тип, бөтәһен дә икешәр йәшкә тиклем имеҙҙем.
Биш намаҙын, ураҙаһын ҡалдырмаған әсәһенең кәңәше буйынса, мәсеткә барып, балаларға русса ла, беҙҙеңсә лә яңғырашлы исемдәр бирәләр: Соломон – Кәбирулла Сөләймән, Елисей – Данияз, София – Сафия, Стефания – Солтанат, Феодора – Фәтхиә. «Исем ҡушыу мәжлестәре лә үткәрҙек», – тип өҫтәй Зилә.
Нисек итеп ишле ғаиләлә балаларҙың һәр береһен талантлы итеп тәрбиәләргә? Был турала Зилә хәҙер тотош бер ғилми хеҙмәт яҙа ала. «Зайцев кубиктары» алымы буйынса уларҙы бик иртә уҡырға, яҙырға өйрәткән. Өйҙә балалар әҙәбиәтенең бик матур коллекция өлгөләренең 500-ләп баҫмаһынан торған китапхана йыйылған. Тәрән белем биреүҙән тыш, сабыйҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереүҙе маҡсат итә атай менән әсәй. Зилә, БДУ-ның данлыҡлы «Ирәндек» ансамблендә бейегән кеше булараҡ, Ярослав һынлы сәнғәт училищеһын, музыка мәктәбен тамамлағанға күрә, балаларға ла шул йүнәлештәге шөғөлдәр һайлайҙар. Һаулыҡтарын нығытыу өсөн спортҡа ҙур иғтибар бирәләр – барыһы ла бассейнға йөрөй.
Балаларҙың уңыштары хаҡында һөйләү өсөн айырым мәҡәлә кәрәк булыр ине. Шуға ҡыҫҡаса ғына туҡталып үтәбеҙ. 16 йәшлек Соломон һынлы сәнғәт мәктәбен, скрипка класы буйынса музыка мәктәбен тамамлаһа, туғандары әле уларҙа уҡый. 13 йәшлек Елисей, 10-ын тултырған София – фортепианола, алты йәшлек Стефания скрипкала уйнай. Егеттәр – бал бейеүҙәре, ҡыҙҙар художестволы гимнастика менән шөғөлләнә. Йәйен өс йәш буласаҡ Феодора ла зиһенде үҫтереүсе түңәрәктәргә йөрөргә ярата икән.
Соломон иһә – туғандарына бар яҡлап өлгө. Математика буйынса махсуслаштырылған мәктәптә белем ала, республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүсеһе. Былтыр Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының грантына, республикабыҙ Башлығының премияһына лайыҡ булған.
Ярославтың ғилми эҙләнеүҙәре демография темаһына арналыуын, күп тикшеренеүҙәренең ғаиләләрҙе хуплау буйынса дәүләт программаларын төҙөүҙә иҫәпкә алыныуын өҫтәп китәм. Әле ул докторлыҡ диссерта­цияһы өҫтөндә эшләй. «Демографияны һүҙҙә түгел, ысынбарлыҡта күтәрәбеҙ», – ти Андрющенколар.
Төрлө сменаларҙа белем алған балаларҙың береһен ҡаршылап, икенсеһен ашатып-эсереп оҙатыу, дәрестәрен ҡарашыу, өҫтәмә мәктәпкә һуңлатмай алып барыу өсөн, көндөң һәр минутын алдан иҫәпләй Зилә. Хеҙмәт, тәртип һөйөп үҫкән ауыл ҡыҙы барыһына ла өлгөрә. Ваҡытты һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында «Помидор принцибы» тигән үҙенсәлекле алымды ла үҙләштергән хатта. «Олорағын етәкләп, кесеһен коляскаға ултыртып, көн дә автобуста ҡаланың бер осонан икенсе осона барыу йылдар дауамында күнегелгән эшкә әйләнде. Шөкөр, ҙурайҙылар, хәҙер өлкәндәрем бәләкәстәрҙе ҡараша», – ти ул.
Күптәр бер, йә ике сабый менән сикләнгән йәки бәпес табыуҙы кисектергән хәҙерге заманда Зилә һәм Ярослав Андрющенколарҙың, көнкүреш шарттарына ҡарамаҫтан, биш балаға ғүмер биреп, уларҙы яҡты, көслө шәхес итеп үҫтерергә ынтылыуы – ҡаһарманлыҡ. Үҙҙәре иһә улай тип һанамай. «Беҙгә иң бәхетле тәҡдир насип», – тиҙәр бер тауыштан.

Альмира Кирәева.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: