+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атай көндәлегенән

Ғаиләле кеше – ирекһеҙ ул! Насармы һуң был? Әҙәми заттың ирекһеҙләнеүен, һәр хәлдә, һәйбәт, тип әйтеп булмай, әлбиттә… Тик был осраҡта түгел. Сөнки ғаилә нәҫел ебен дауам итеү өсөн ҡорола һәм ҡорбанһыҙ булмай. Ошо рәүешле пафос менән раҫлауы ғына анһат, тиер тағы кемдер. Эйе, асылда, башкөллө ғаиләңә, балаларыңа бирелеп китеү бик ауыр һәм байтаҡтар өсөн мөмкин дә түгел. Бигерәк тә – ирҙәр өсөн. Сөнки беҙҙең түбәнге аңда бала тәрбиәләү, усаҡ утын һаҡлау – ҡатын-ҡыҙ бурысы, тигән инаныу ныҡлы урын алған.

Йән дуҫтары булһаҡсы
Айгиз менән Айнурҙың сабый саҡтары. Улар көнө буйы әсәйҙәре менән өйҙә ултыра. Эшкә йыйына башлаһам, икәүләшеп: «Атай, эшкә барма», – тип кейемгә йәбешәләр. Бәләкәсе: «Бөгөн ял иту, эш юҡ», – тип тә ҡараған була мине өйҙә ҡалдырыр өсөн, үҙенсә хәйләләп.
Көндәлеккә теркәлгән тағы бер ваҡиға.
Айнурға ете йәш. Ул дуҫтары менән телевизорға тоташтырып уйнатылған «плейстейшен»дың теремек персонаждарын экранда мәрәй артынан ҡыуалата. Тик күп тотоноуҙан ҡаҡшап бөткән пульты тағы эшләүҙән туҡтаны.
– Атай, йүнәтеп бир әле, – тип яныма килде ул.
Йәбештергесте алып ҡыҙҙырырға ҡуйҙым да, өҫтәл артына ултырып, пультты астым. Айнур дуҫ малайҙары менән өҫтәлдең икенсе башынан ҡунаҡланы. Йәбештергес ҡыҙҙы. Айырылып сыҡҡан сымдың осон урынына ипләй башланым.
– Атай, һин добрый, ивит, – ти бер ваҡыт Айнур бер сәбәпһеҙ. Ике ҡулын өҫтәлгә һалған да, уларға эйәген терәгән, күҙҙәре – миндә. Йөҙө ҡояштай балҡый. Бар булмышында – бәхетле балаға ғына хас ҡиәфәт: йөҙө йылмая һәм сикһеҙ ҡәнәғәтлек менән балҡый. Эргәһендә өс дуҫы баҫып тора. Уларҙың аталары юҡ ине. Йә ғаиләһен ташлап сығып киткән, йә бик иртә яҡты донъянан баҡыйлыҡҡа күскәндәр. Бәлки, атайлы малай булыуҙан шулай кинәнеп торғандыр Айнур улым. Әллә, дуҫтары алдында, ана, минең атайым ҡайһылай: әйткәйнем, шунда уҡ эшләй ҙә башланы, тип маһайҙымы икән? Нисек кенә булмаһын, шул мәлдә бәхетле малай ине ул. Һәм улымдың бәхетенә өлөштө мин дә индергәйнем.

Айбулат Ғафаров.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: