-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атай көндәлегенән

Сабый баҡҡанда иң ауыры, йәнеңде усыңа йомоп, сабыр ҡылыуҙы талап иткәне – баланың ауырыуы.Хәҙерге заман балалары сиргә бигерәк бирешеүсән. Ауырыуҙың ҡайҙан килеп эләккәнен дә, нисек башланып киткәнен дә белмәй ҡалаһың. Әле генә ҡояштай балҡып ятҡан сабыйың көйһөҙләнә башлай йә, хәле бөтөп, әйләнә-тирәһендәгеләргә тоноҡланған битараф күҙҙәре менән баға. Ауыртҡан ерен күрһәтә лә, хәлен аңлата ла алмай шул ул.

«Атай, атай, ауырта...»
Айнурға йәш ярым самаһы. Прививка эшләткәйнек, энә сәнскән урыны шешеп сыҡты. Бер аҙҙан тән температураһы күтәрелеп китте – 39-ға барып менде.
Дарыу ашатып ыҙалатабыҙ. Ауыҙына ҡойһаң, бөркә лә ҡуя. Ҡалаҡты күреү менән башын алып ҡаса башлай. Хатта ҡалаҡтан ашамаҫ булды. Бер аҙна үткәс кенә һауығып китте.
Улдарымдың сәләмәтлегенә бәйле көндәлек биттәренә төшкән ҡайһы бер яҙмаларға күҙ һалайыҡ.
«Айнурҙың температураһы – 38 градус. Дүрт көн буйы төшмәй. Дарыу ашатабыҙ.
Биш көндән Айгиз дә ауырый башланы...»
«Яңы йылға ҡарата Айнур менән Айгиз ярышып ауырып китте. Ҡоҫалар, эстәре китә. Айнурға көн һайын система эшләйҙәр.
Туҡтамай ҡоҫҡас, Айгизде лә дауаханаға алып бармай сара ҡалманы. Укол һалдылар. Система яҙғайнылар, эшләтеп булманы. Ҡулына бер нисә тапҡыр сәнсеп тә ҡан тамырына тура килтерә алманылар.
– Атай, атай, ауырта. Ҡайтайыҡ. Булды бит инде (сәнскәс, булды, тип уйлай үҙенсә бахырҡай). Уй-уй, хәлем бөттө. Ҡайтайыҡ. Атай, ҡулымды тотма. Ҡулымды бир, – тип Айгиз яу һалып илай, ҡысҡыра.
Үҙем дә шау тиргә баттым. Йәлләйем, саҡ түҙеп ултырам. Бер ҡулынан вена тамырын таба алмағас, шәфҡәт туташы системаны икенсе яғынан эшләмәксе булғайны, Айгиз ҡулын бирмәне.
Ике көндән хәлдәре яҡшыра төштө. Төндә ҡоҫманылар. Иртәнсәк кенә Айнур бер уҡшып алды ла көнө буйы матур йөрөнө.
Төндә яҡшы йоҡланылар. Айгиз бер тапҡыр ғына уянды.
Көндөҙ эштә булдым. Балалар һауығыуға киткән һымаҡ.
3 ғинуар. Ауырыуҙары үтте шикелле...»
«Айнурға ике йәш ярым самаһы. Маңҡалап йөрөгәс, табанына йылытҡыс гәрсис йәбештергәйнек. Яндырыуына ныҡ иланы.
Бер нисә көн үткәс, тағы ҡуймаҡсы булғайныҡ, йәбештермә, ауырта, тип илай башланы.
Шунан илай-илай минән: «Атай, һин миңә йәбештермәйһеңме? Юҡмы? Йәбештермәйһеңме?» – тип ҡабат-ҡабат һорап, «юҡ» тип әйттереп алды...»
«Айнур менән дауаханала ятабыҙ. Йүтәлләп ҡаҡшай. Көнөнә өс тапҡыр укол һалалар.
Энә ҡаҙағанда илай. Ҡайһы саҡ: «Иламайым да», – ти ҙә, тын да сығармай. Ауыртыуға ыһылдап ҡына ҡуя ла, түҙә.
Бармағынан ҡан алғанда ла иламай: «Хәҙер бармағымды буяй», – ти ҙә тик ултыра...»
«Айгизгә өс йәш ярым. Иммунитетын нығытыу өсөн өс укол яҙғайнылар. Беренсеһен һалдыртҡанда бер нәмә лә һиҙмәй дауаханаға үҙе барып инде. Ыштанын систереп укол ҡаҙағас, илай башланы. Тышҡа сыҡҡас, таш тотоп, мине баҫтырҙы: «Атай, нишләп укол һалдырҙың, атай-потай, дурәк», – тип юл буйы һөйләнә-һөйләнә ҡайтты.
Икенсе тапҡыр килгәс: «Атай, ҡайҙа барабыҙ? Инмәйем, ошонда ғына көтөп торам», – тип эскә инеүҙән баш тартты.
– Әйҙә инәйек, әтеү, үҙеңде бабай алып китә, – тип күтәреп алдым. Илай башланы.
– Ошонда ғына торайым. Бабай килһә, драсти, драсти, тием дә ҡуям. Мине алмай ул шунан, – тип уколдан ҡотолорға маташып ҡарай бахырҡайым.
– Үҙең йүткерәһең бит, шуға укол һалдыртырға кәрәк, – тием.
– Мына, йүткермәйем бит, – тип һамаҡлауын белә...»
Ошо рәүешле, сырхау менән көрәшә-көрәшә, ҙурайҙылар малайҙар. Улар ҙа, әсәһе менән беҙ ҙә ныҡ миктәнек был «фронтта».

Айбулат Ғафаров.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: