-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атай көндәлегенән

Бала һүҙ байлығын үҙенең мохтажлығынан сығып арттыра бара. Иң элек ул: «Мәм-мәм», – тип ашарға һорай башлай. «Әссә, атта», – ти, иң яҡын, иң кәрәкле кешеләре менән «бәйләнеш» булдырып. «Бир» һүҙен дә сабый иң тәүгеләрҙән булып үҙләштерә. Талап итеү, һорап ала белеү ҙә тереклеккә ынтылып ятҡан йәндең зарураты бит. Үҫә, донъяны киңерәк таный барған һайын бала һүҙлек запасын, тирә-яҡ тураһында мәғлүмәтен арттыра.

«Бабай атты ҡайҙан алған?..»
Айгизгә дүрт йәш. Урам буйлап китеп барабыҙ. Егелгән атты күреп ҡалды. Ғәҙәте буйынса, хәҡиҡәттең төбөнә төшөргә, аттың ҡайҙан бар булыуын белергә теләне.
– Атай, анау бабай атты ҡайҙан алған?
– Баҙарҙан һатып алған.
– Баҙарҙа уны кем һатҡан?
– Икенсе бер бабай һатҡан.
– Ә ул бабай атты ҡайҙан алған?
– Уның аты ҡолонлаған – атының бәпәйе булған, ул ҙурайған, ат булып үҫкән. Ике ат бабайға кәрәкмәй бит, береһен һатҡан.
– Юҡ, тейем, атай! Улай түгел! Иң беренсе, иң беренсе атты ҡайҙан алған бабай? – Айгиз аттың был донъяла, ғөмүмән, нисек һәм ҡайҙан хасил булыуын белергә теләй ине. Сабыйға мин Дарвиндың эволюция теорияһын һөйләй алмайым бит инде. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтен, донъяны юҡтан бар ҡылыуын да аңлап етмәҫ ине ул. Шуға:
– Алла бабай атты балсыҡтан эшләгән дә йән өргән, – тип кенә әйттем дә, иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлттем.
Икенсе бер осраҡта Айгиз:
– Был ат башҡортмо? – тип тә һорағайны.
Тимәк, ул был донъяла милләттәрҙең булыуын, үҙенең башҡорт икәнен дүрт йәшендә белеп тә алған. Хәҙер был өлкәлә мәғлүмәтен арттырыу өҫтөндә «эшләй».
Ошо рәүешле, баланың ныҡышмал зиһене һәр нәмәнең төбөнә төшкөһө, барыһын да һеңдереп алғыһы килә.

Айбулат Ғафаров.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: