Айнур ҙа хәҙер баҡсаға йөрөй
Айгиз көн дә балалар баҡсаһына яңы уйынсыҡ тотоп бара. Уларҙы кистән әҙерләп ҡуя. Бер көн таратып ҡорола торған платформалы паровозды тотҡан да:
– Ошоно иртәгә садикка алып барам, – ти.
– Ул бигерәк ҙур бит, – тигән булдым. Айгиз әйләнеп ҡайҙалыр китте лә, КамАЗ машинаһын тотоп кире килде.
– Мына бит күрһәтеп ҡарайым, ҙур түгел, – тип, ике уйынсығын ике ҡулына тотоп, миңә төбәлде.
«Күрһәтеп ҡарайым» тиеүе «сағыштырып күрһәтәм» мәғәнәһендә әйтелде.
Айнур (ике йәш тә биш ай) – торғаны бер консерватор. Бер күнеккән тәртип боҙолһа, әсәһен дә, мине лә төҙәтеп бара.
Бүлмәләрҙең береһендә форточка асыҡ булһа, малайҙарҙы ул яҡҡа сығармайбыҙ. Онотоп, бар теге яҡҡа сығып уйна, тип сығарып ебәрһәң, ул яҡта фотыска асыҡ иту, тип кире килеп сыға.
Иң яратҡан нәмәһе – техника, үҙе әйтмешләй: «матат», «масина», «сколый», «камас» һ.б.
– Улым, һин ҡайҙа бараһың? – тип һорайым.
– Матат күләм, – урамға сығыуыбыҙ була: – Ана, масина, – тип, ҡыуаныслы тауыш менән ҡысҡырып та ебәрә.
Әсәһе Айнурҙы балалар баҡсаһына бирергә әҙерләй башланы. Үҙе эшкә сығырға тейеш. Медосмотр үткәндә прививка эшләткәндәр. Төшкө ашҡа ҡайтҡанда һорашып ултырам:
– Апайҙың ауыҙында бапағы бар, – тине яуап итеп Айнур. Әсәһе көлөп ебәрҙе. Прививка эшләгән шәфҡәт туташының ирене өҫтөндә ҙур ҡара миңе булған икән. Улымдың шуны һөйләп ултырыуы.
Айнур һаман телевизор ҡарамай. Урамдағы машиналарҙы, мотоциклдарҙы, йәнле тормошто уға ҡарағанда өҫтөнөрәк күрә. Тәҙрә эргәһенә ултырғыс ҡуя ла тышты күҙәтә.
Июндә балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Тәүге көндә әсәһе, хушлашып: «Пока», – тигәс, илап ҡалған. Төшкөһөн мин барып алдым.
Ашап ултыралар ине. Уны көткән арала тәрбиәселәр өс тәгәрмәсле кескәйҙәр велосипедын ҡороп биреүемде үтенде. Эште бөтөп, төркөмгә барһам, Айнур кейенгән урынға сыҡҡан да аптырап тора. Ауыҙындағы нимәнелер сәйнәй-сәйнәй тирә-яғын байҡай. Мине күрҙе лә, эргәлә ике ят кеше торһа ла, тартынмай хәбәрҙәрен теҙә башланы: «Бәпәй илай, мин иламаным… Ҡайтабыҙмы ни ужы?.. Тәпешкәне кейәбеҙме?.. Ана, кутка тора, Айзиз ағайҙың куткаһы бит (оҡшаған ине) һ.б.»
Балалар баҡсаһына тиҙ күнеккәс, икенсе көнө йоҡларға ҡалды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.