Йәнһүрәт башланғанын көтөп йөрөй.
– Ҡасан мультик була? – тип һорай.
– Белмәйем, улым, бабай һөйләп тик ултыра бит, – тим.
– Күп һөйләп хәле бөтөп китер инде, – ти Айгиз, етди генә итеп.
Айнурҙың (бер йәш тә ун бер ай), киреһенсә, зәңгәр экранлы ул йәшникте йәне һөймәй. Телевизорға текләп ултырғанда, ҡайҙалыр әйҙәй, үҙ йомошон йомошларға талап итә башлаһа, туҡта әле, ағай ҡайҙа барыр, нимә эшләр икән, шуны ғына ҡарап бөтәйек, тиһәң: «Тиуызылды һүндер, тиуызылда кина бөттө», – тип мыжый.
Айгиз хәҙер әйберҙәрҙең үҙенсәлеген, сифатын тикшерә, уларҙы бер-береһе менән сағыштырып ҡарай. Йәнһеҙ әйберҙе йәнле менән: «Машинаның күҙе буламы? Дивандың ауыҙы юҡмы? Беҙҙеке бармы?..» Ризыҡ менән башҡа әйберҙәрҙе: «Төлкөнө ашайҙармы? Машинаны ашап буламы? Ҡатымы, теш үтәме?..» Кеше менән хайуандарҙы: «Беҙҙең ҡойроғобоҙ булмаймы? Урмандағы төлкө күлдәк кейәме? Тыштағы эттең өйө бармы? Беҙҙең ҡанатыбыҙ юҡмы?..» – тип һорауҙарын теҙеп-теҙә.
Айгиз менән Айнур үҙ-ара һөйләшә:
– Ағай, һин эт-сабака, – ти Айнур.
– Юҡ, мин эт-сабака түгел, – тип яуаплай уныһы.
– Һин эт-сабака, – ҡустыһы ныҡышыуын белә.
– Икебеҙ ҙә эт-сабака түгел, – ти Айгиз ағайҙарса сабыр ғына.
– Икебеҙ ҙә эт-сабака, – тип ныҡыша бәләкәс.
Айнур отоп алырға бик әүәҫ. Ике йәше лә тулмаған бала:
Телһеҙ ҡаған гамундар!» – тип килештереп йырлап йөрөй.
Ағаһы шикелле ул да китап ҡарарға ярата. «Бы нимә ул?» – тип һәр һүрәткә төпсөрләп аңлатма биреүҙе һорай. Ҡайһы ваҡыт үҙ аллы ғына ҡарай. Аяғын һуҙып иҙәнгә ултырып ала ла, китапты аяғына һала. Берәмләп асып, аҙаҡҡы биткә тиклем барып етә. Ауыҙын йыбырлатып, һүрәттә күргән нәмәләргә комментарийҙар бирә.
Күршеләрҙең малайы, шырпы менән уйнап, фатирҙарын үртәп ебәрҙе. Ремонт эшләгәнсе, улар ике аҙна беҙҙә йәшәп торҙо. Малайҙарҙы ҡарарға өйҙә кеше булғанда, әсәләре туғандарҙың хәлен белергә ауылға китте.
Эштән улдарым мине ишек төбөндә ҡаршы ала. Шунда уҡ йыйылып киткән хәбәрҙәрен һөйләп ташлайҙар. Айнур менән бер әңгәмә.
Бәләкәс кенә булып ҡаршыма тороп алған. Аҫтан өҫкә аңҡайып ҡарай. Башын аҙ ғына ҡырын һалған. Һүҙҙәрҙе һуҙыңҡырап, көйләп әйтә.
– Атай, мин кагутҡаға (колготки) пес иттем дә ҡуйдым.
– Нишләп ыштанға итәһең, көршәк бар бит.
– Гашокка утылып булмайда ҡуя итү.
Ғәҙәттә, көршәккә ултырырға беҙ ярҙам итәбеҙ уға. Сит кешегә әйтергә тартынғандыр инде. Үҙе булдыра алмаған. Шуны яңылыҡ итеп һөйләп тороуы.
Айгиз ҡустыһы алдында үҙен ысын ағай итеп тота ҡайһы саҡ.
Кухняла альбомға фото йәбештереп ултырам, Айгиз эргәмдә ҡарап тора. Айнур килеп сыҡты. Айгиз, был хәҙер атайға ҡамасаулай башлаясаҡ, тип уйланы, күрәһең, һәм ололарса ҡустыһын алдаштырып икенсе нәмәгә ылыҡтырырға булды:
– Ануҡай, әйҙә теге яҡҡа сығайыҡ, ана тивизорҙа мультфильм була, тәтәй уйнайыҡ, – ти бәләкәскә. Тауышы яғымлы ғына, хәс тә оло кеше баланы икенсе нәмәгә әүрәтә.
– Әйҙә, – тип Айнур ағаһына эйәрҙе. Бер аҙҙан Айгиз үҙе генә кире килеп сыҡты.
Шул йәштә үк кеше үҙенән кесе менән нисек мөғәләмә итеүҙең серҙәрен белә, тимәк.
Ҡоштар ҙа бит балаларын ояһынан осора...
Ҡайһылыр бер мәл бала ғаиләнән айырылырға тейеш. Бөтөнләйгә түгел, әлбиттә. Мәҫәлән, балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Ғаилә мөхитенән башҡа шарттарға күсә, көнө буйы бүтән кешеләр менән аралаша.
Баланың тәүге ҡайғыһы имсәк ташлатыуға бәйле булһа, ғаиләнән айырылып, башҡа мөхиткә юлығыуы – икенсе оло тетрәнеүҙер сабый өсөн.
Ул, был донъяға килеп, яҡтылыҡты күреп, төҫтәр, тауыштар, еҫтәр таный башлағандан алып бер үк кешеләр һәм әйберҙәр уратыуында йәшәй. Урамға сыҡһа ла, гел әсәһенең итәгенә йәбешә йә атаһы ҡурсалауы аҫтында була. Сит кешегә бөтөнләй бармай. Йыш килеп йөрөгән туғандарға ғына ҙур ауырлыҡ менән саҡ өйрәнеп ала.
Айгиз (өс йәш) урамға сыҡһаң, машина тауышы ишетелеү менән, эргәгә яҡынлай. Ҡабалана, сәбәләнеп, башын тауыш килгән яҡҡа бормай ғына күҙ ҡырыйы менән янаған ҡурҡыныстың дәрәжәһен баһаларға маташа. Юлда берәй ҡаршылыҡ (таш, ҡалҡыу урын, күләүек) осраһа, сәбәләнеп, яу һалып илай ҙа башлай.
Туҡталышта ылау көтөп торабыҙ. Кире яҡҡа – Сибайға – китеп барған автобус килеп туҡтаны. Үҙебеҙҙең рейсты белешәйем тип, шофер яғының ишеген асҡайным, ҡулымдағы Айнур бер сәбәпһеҙ шарылдап илап ебәрҙе, ят кешенән ҡурҡты. Әсәһе менән ситтә торған Айгиз уға ҡушылды. Әллә ҡустыһын сит кешегә бирә тип уйланы инде.
Беҙҙең автобус килде. Инеп ултырғас, Айнур тағы илап алды – ят мөхитте оҡшатманы. Айгиз әсәһе менән бер йыуан мәрйә уртаһында ултырып килде. Башҡа ваҡытта тотоп алып булмаған бала ҡымшанмай ҙа тура ғына ултыра. Әсәһе, бер яҡҡа ауҙарып, йоҡлатмаҡ итһә, ыңғайламай.
Өйҙә күңелле, ихлас йөрөгән Айнур тышҡа сыҡһа икенсе кеше була ла ҡуя. Өндәшмәй, арбаһында тик ултыра, баҫтырһаң, ҡолайым, тип сәбәләнеп, ҡулға ынтыла.
Ял көнө балалар менән концерт ҡарарға барҙыҡ. Тәҙрәләре ҡоролған ярым ҡараңғы залды Айнур хушһынманы. Йөҙө һытылып ултырҙы ла, мыжып, сығайыҡ, ти башланы. Алдаштырып, ике-өс номерҙы ғына ҡарата алдым. Ылыҡтырып булманы, сығып киттек.
Былар – баланың ят мөхиткә эләгеп үҙен үтә лә ышанысһыҙ тойоуы, янында ата-әсәһе булһа ла юҡ ҡына сәбәптән дә ҡото алынып барыуын күрһәткән миҫалдар. Ә бер ваҡыт бит ул сит кешеләр менән үҙе генә ҡалырға тейеш буласаҡ.
Айгиз балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Тәүге көн төшкә тиклем булды. Үҙен матур тотто, ризаһыҙлыҡ белдермәне.
Икенсе көн иртәнге һигеҙгә барҙыҡ. Ыңғай ғына атланы. Тәрбиәсе апаһы ҡаршы сығып алды. Кис алырға барҙым. Айгиз: «Атай, нишләп килеп алманың да ҡуйҙың?» – тип иламһырай. Тәрбиәсеһе: «Мине өйөмә алып барып ҡуй инде. Өйөм яҡын ғына, тип иланы, йоҡламаны», – тине.
Өсөнсө көн Айгиз, йоҡонан торғас та: «Садикка бармайым», – тип ҡырт киҫеп әйтте. Алдаштырып саҡ кейендерҙек. Балалар баҡсаһына алып киттем. Юл буйы ихлас һөйләшеп барҙы. Төркөмдөң ишек төбөнә барып еткәйнек, улым: «Садикка бармайым… Унда йоҡлаталар. Малайҙарҙан ҡурҡам», – тип ҡысҡырып илап ебәрҙе. Яр һалған баламды күтәреп эскә алып индем. Сисенмәй ҡырталашты. Саҡ сисендерҙем. «Бөгөн иртә килеп алам, йоҡламаҫһың», – тим. «Һин дә сисен, ҡайтма», – тип илап ҡысҡыра Айгиз. Төркөмдәренә етәкләп үткәрҙем. Бергә ултырып китап ҡараныҡ. Тәрбиәсеһенә бармай. Мине ебәрмәй ҙә ҡуя. Көскә сығып киттем, илап ҡалды. Иртәнге унда әсәһе 8 Март байрамына арналған иртәлеккә барҙы. Айгиз иламаған, ҡайтырға сыҡҡанында өндәшмәй ҡалған. Кискеһен ҡайтҡанда тәрбиәсеһе оҙатып: «Айгиз иртәгә лә килә. Иртәгә кил, йәме», – тип ҡалды. Ҡайтышлай, магазинға инеп, йомшаҡ уйынсыҡ – ҙур алһыу төлкө алдыҡ.
Дүртенсе көндә балалар баҡсаһына төлкөнө ҡосаҡлап барҙы. Юлда дәртле атланы, сисендергәндә ҡаршылашманы. Иртә барғайныҡ, бер кем дә юҡ ине. Үҙе төпкә инеп китте. «Пока», – тигәнгә йылмайып ҡалды.
Бер аҙна ҡото алынып йөрөгән улым шулай кинәт кенә үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.
Баланың ят мөхиткә ауырлыҡ менән булһа ла сағыштырмаса тиҙ өйрәнеп китеүен мин, башҡортса аралашҡан яғымлы тәрбиәсе ҡулына эләгеп, унда үҙенә яҡын кеше күреүендә, яҡлау һәм ҡурсалау табыуындалыр, тип уйлайым.