-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә – ғүмерлек һәҙиә
3 Сентябрь 2020, 12:52

Атай көндәлегенән

Балаға иң элек, әлбиттә, әсәй кәрәк. Атай кеше өс көн юғалып торһа ла, ул артыҡ көйһөҙләнмәҫ. «Атай ҡайҙа ул?» – тип өйҙәгеләрҙе теүәлләп кенә һорар ҙа, яуабын көтөп тә тормай, яңынан уйынына керешеп китер.

Улдарым менән үткәргән бер көн
Әсәйҙәре ауылға китте, мин ике улым менән донъя көтөп ҡалдым.
Малайҙар нимәлер һиҙенгәндәй, иртән һигеҙ тулмаҫ элек уянды. Иртәнге сәйҙе эскәс, телевизор ебәрҙем, ә Айгиз (ике йәш тә өс ай) менән Айнур (ун бер ай) татыу ғына иҙәндә уйнай.
Ун тулғас, Айнур, «мәм-мәм», тип мыжый башланы, һөт йылытып эсерҙем дә ҡулға алып бәүеткәйнем, йоҡлап китте. Айгиз менән шым ғына кухняға сыҡтыҡ. «Айнур йоҡлаған, тауышланма», – тиһәң, Айгиз шыбырҙап ҡына һөйләшә башлай. Хәлде аңлай, үҙен был осраҡта яуаплы тоя.
Айнур ун икенсе яртыла уянды. Почта килгән ине, «Ағиҙел» журналын тәүҙә Айгиз ҡарап сыҡты.
Сәй ҡайнаны, картуф та беште. Майҙы күп итеп һалып ҡурғайным уны, яратып ашанылар. Өҫтәл артында Айнурҙың имеҙгесле шешәһе өсөн малайҙар тартҡылашып алды. Был – һәр саҡ ҡабатланып торған ғәҙәти хәл.
Төшкө аштан һуң диванда ятып гәзит уҡыным, малайҙар иҙәндә үҙ уйынын ҡорҙо. Ваҡыт ике тирәһе. Иҫнәй башлағас, имеҙлек ҡаптырҙым да, ҡулыма алып бәүеткәйнем, Айнур йоҡлап китте. Айгиз менән шым ғына кухняла ултырып торҙоҡ.
Айгиз тағы картуф һорап ашаны. Өҫтәлде йыйыштырҙым да, уны ла йоҡлатырға тип, бүлмәгә алып сыҡтым. «Ят, йоҡлайыҡ», – тиеүемә: «Юҡ, йоҡламайым да», – тип холҡон күрһәтеп алды.
Ул арала Айнур тауыш бирҙе. Ятыуына ярты ғына сәғәт үткәйне. Уны тағы бәүетә башланым. Диванда йоҡоһо менән көрәшеп ултырған Айгиз минең талғын тауышҡа күҙен йомдо ла ултырған еренә һуҙылып төшөп ятты. Айнур урынына ул йоҡлап китте. Карауатҡа күтәреп һалдым да Айнур менән кухняға сығып киттек.
Көнө буйы имсәк иммәгән бала астыр тип, һөт ҡайнатып, бал һалып биргәйнем, яратып эсеп алды. Мин өҫтәл артында китап уҡып ултырам, Айнур иҙәндә уйнай. Кәстрүл ҡапҡас­тарын, буйы еткән башҡа әйберҙәрҙе ынтылып алып, иҙәнгә теҙеп ташланы.
Айгиз биш тула егерме минутта уянды. Бешергән бутҡанан баш тартты, ә Айнур рәхәтләнеп ашап алды. Әсәләрен көтә башланыҡ. Киске алтыла автобус килеп етергә тейеш ине.
Диванға һөйәнеп, иҙәндә телевизор ҡарап ултырам. Айгиз минең өҫтөмдә үрмәләй. Аяғы эләгерҙәй урын табып баҫа ла, ҡулдарын ебәреп: «Лә-лә-лә», – тип ҡысҡырып көлә. Ҡолап төшә лә, тағы менеп китә.
Әсәләре ҡайтмай ҙа ҡуя. Айнур өндәшмәй. Айгиз: «Әсәй ҡайҙа ул?» – тип мыжырға етеште.
Сәғәт һигеҙ тулды. Һаман ҡайтмай. Малайҙар иламһырай башланы. Кухняға сығарып, ашарға ултырттым. Айнурҙың имеҙгеле шешәһен бирмәгәс, Айгизде әрлә­гәйнем, уға ҡушылып, ҡустыһы ла илап ебәрҙе. Миңә ҡалһа, балалар атай әренән бигерәк, әсәләрен юҡһыныуҙан болоҡһоп иланы.
Ун биш минуттан әсәләре ҡайтып инде.
Эйе, көнө буйы бала бағыу – сабырлыҡ талап иткән үтә лә ауыр хеҙмәт. Быны беҙ, атайҙар, күп осраҡта белеп тә етмәйбеҙ шул.
Телдәренән бал тама
Бала йыш ҡына шул тиклем ирмәк була. Сәй эсергә ултырҙыҡ. Айгиздең алдына абайһыҙҙан ҡайнатма ҡунаҡлаған. «Атай, пәринәне ал. Йә ашап ҡуйырмын», – ул татлы ризыҡты шулай ситкәрәк алдыртыуҙы кәрәк тапты.
Айгиз урамда йөрөгәндә аяҡ аҫтына ҡарамай, тирә-йүнде байҡай. Шуға йыш ҡына сөрсөлөп китә, эләгеп йығыла. Ҡолауының ғәйебен үҙендә күрмәй, ә эргәһендәге кешегә япһара: «Нишләп ҡолата ла ҡуяһың?» – тип һөйләнә. «Ҡолата ла китәсе», – ти, әрләп ала.
Өйҙә ултырғыстан ҡолап төштө лә әсәһенә: «Нишләп унда ҡуйҙың? Ҡуйма унда башҡа», – тип һөйләнә-һөйләнә һуҡранып китеп барҙы. Ултырғысты иһә тәҙрә эргәһенә үҙе алып барып ҡуйып, тышты ҡарап тора ине.
Айнурға бер йәш тә туғыҙ ай. Йүгереп йөрөй, иркә. Матур итеп һөйләшә. «Әтеү», «әле», «тәк» һүҙҙәрен үҙенсә бик йәтеш итеп ҡуллана.
– Ыштаныңды нишләп систең? – тип һорайым.
– Тәк систем, – тип яуаплай.
Үҙһүҙләнһә, «әтеү»ҙән һалдыра. «Әтеү, тыҡай (тышҡа) сыҡып китәм», «әтеү, гасукка (көршәккә) утылмайым» һәм башҡалар.
«Тор әле», «кил әле» тип кешене үҙ теләгенә ыңғайлата.
Оҙон итеп һөйләм төҙөй белә. Мәҫәлән: «Атай, мин тыҡай сыҡып киләйем», – тип ҡәҙимгесә үҙенең теләген белдерә.
«Ҡайҙа ул?» урынына «ҡаяу», ти. «Имеҙге» – «түтей», «көҙгө» – «көкөкө», «велосипед» – «сәпит», «икмәк» – «итәп», «салбар» – «саупал» һ.б.
Баланың һаҡау теле уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә.
Айнур «-ның», «-ҙың», «-дың» ялғауҙарын еткереп әйтә алмай.
– Минем куткамным – ным – ным кейҙер, – тип оҙаҡ ҡына һүҙҙе әйтеп бөтә алмай йонсоп тора.
– Ағайын-н-н-н сәпитенә утылам, – ти бик ыҙаланып…
«Бәләкәс булыуы анһат тиһеңме әллә...»
Бер көндө эштән ҡайтыуыма Айнурҙың маңлайында елле генә оро барлыҡҡа килгәйне. Айгиз ҡустыһын баҫтырып барған, уныһы артына ҡарап йүгергәндә ишектең ҡырына төкөгән, башын күптергән.
– Нишләп Айнурҙы баҫтыраһың? Һин – тыңлауһыҙ малай, – тип шелтәләйем.
Ул яуап итеп:
– Минем пелисәпитем бар бит. Мин пелисәпиткә ултырып китәм дә барам, – ти.
– Мин бит Айнурҙы башҡа баҫтырма, тием, ә һин нимә һөйләйһең? – балаға нотоҡ уҡыуымды дауам итәм.
– Ә минем пелисәпитем бар, тием. Пелисәпиткә ултырам да китәм, – ти Айгиз тағы үҙенекен.
Әлеге осраҡҡа, бәлки, психологтар аныҡ ҡына аңлатма ла бирә алыр. Миңә ҡалһа, был – баланың өлкәндәргә ҡаршы тороу тактикаһының бер сағылышы. «Минем пелисәпитем бар бит. Пеләсәпиткә ултырып китәм дә барам» – Айгиз үҙен ғәйепле һанамай. Улар ҡустыһы менән уйнағандар. Баҫтырышыуһыҙ уйын буламы ни? Шуның өсөн хәҙер бинахаҡҡа уны битәрләйҙәр, йәберләйҙәр. Тимәк, миңә бында урын юҡ: «Пеләсәпиткә ултырып китәм дә барам», – ти ул сараһыҙҙан, атай әренән ҡотолорлоҡ башҡа әмәл күрмәгәс.
Беҙ баланың хәленә керә белмәйбеҙ, уны баҫабыҙ, ҡурҡытабыҙ, бер туҡтауһыҙ тыябыҙ. Күптәребеҙ үҙ балалары менән аңлаша алмай ара боҙоу сигендә бер генә тапҡыр торманы. Эйе, ысынлап та, ғаилә тормошо – оло һынау ул. Балаларың менән мөнәсәбәтте емереп ташлау өсөн күп кәрәкмәй: киҫкен мөғәләмә, бер нәмәгә ҡарамай үҙ һүҙеңде һүҙ итергә ынтылыу, балаға ла ихтирам кәрәклеген онотоу, уның намыҫына тейеү, кәмһетеү. Бындай баҫымға дусар ителгән бала, характерына ҡарап, йә баҫыла, йә йәшерен үс алыу юлын һайлай, йә «ҙурайып алайым әле…» тип асыуын йәшерә.
Иғтибар, иғтибар һәм иғтибар талап итә бала. Тәжрибәһеҙ йәш атай менән әсәй баланан ныҡ йонсой. Булған көстәре сабыйҙы бағыуға сарыф ителә. Ә күңел тәрбиәһенә ваҡыт та, хәл дә ҡалмай. Үҙен уратып алған тирә-яҡ мөхитте танырға ынтылған, был ынтылышта сиктәрҙе белмәгән бала бер туҡтауһыҙ тыйыла, баҫыла. Шулай уның уникаль шәхсән сифаттары асылмай ҡала.
Уҡымышлы заманда, мәғлүмәт йәмғиәтендә йәшәп, үҙебеҙ юғары белемгә эйә булып та, балаға дөрөҫ тәрбиә бирә алмайбыҙ. Хәлебеҙҙән килмәй. Асылда, өс, дүрт, биш йылға, бәлки, унан да күберәккәлер, атай менән әсәй, тормоштоң мауыҡтырғыс башҡа яҡтарынан ваз кисеп, башкөллө бала тәрбиәләүгә бирелергә тейештер. Мал артынан ҡыуыу, күңел асыу, ял итеү кеүек фани донъяның ымһындырғыс ғәмәлдәрен ситкә ҡуйып.
Бындай ҡорбанға барыусылар беҙҙең арала юҡ кимәлендә. Кеше фиғеленең кире яҡтарының береһе был. Беләбеҙ, аңлайбыҙ, ләкин эшләмәйбеҙ. Хатта изгеләрҙән-изге бурысыбыҙҙы атҡарып сығыу – балаларыбыҙҙы бәхетле итеү өсөн дә.
Бер мәл алты йәшлек ҡыҙҙың: «Бәләкәс булыуы анһат тиһеңме әллә?» – тип илағанына шаһит булғайным.
Эйе, бәләкәс булыуы анһат түгел. Ололар шуны аңлаһа ине.

Айбулат Ғафаров.

Нәсих ХӘЛИСОВ фотолары.

Дауамы. Башы 6-сы, 7-се һандарҙа.

Читайте нас: