-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атай көндәлегенән

Ағай-ҡусты – бер бөтөн«Айгиз (ике йәш тә алты ай) кешене төрлөсә атап ҡарай. Үҙенсә тәжрибә үткәрә. Миңә: «Әсәй. Һин бит әсәй?» – ти ҙә, был яңы исемде нисек ҡабул итер икән тип, текләп тора. Ҡушамат таға. «Һин –ул­тырғыс», «һин – баҡа» кеүек һүҙҙәр менән өндәшә лә, күҙен хәйләкәр ҡыҫып, ни әйтереңде көтә, был һиңә нисек тәьҫир итеүен тикшерә.

Айнур (бер йәш тә ике ай) үҙ аллы уйын ҡорорға ярата. Ағаһы уйынсығын тартып алһа (ҡустыһы тотоп ултырған уйынсыҡҡа Айгиздең күҙе ҡыҙа гел, нишләптер), тирә-яғына күҙ ташлай ҙа, йәлләүсе, йә иғтибар итеүсене күрмәһә, бер ни ҙә булмағандай, икенсе тәтәйенә тотона.
Эйе, Айгиз йыш ҡына Айнурға шулай үҙенең «ағайлығын» күрһәтә. Бәләкәс тә бирешкәндән түгел, ағаһының әйберҙәрен алып ҡасырға ярата, уларҙы йәшереп ҡуя. Айгиз үҙе генә уйын ҡороп ултырһа, барып, уйынсыҡтарын төрлө яҡҡа ташлай ҙа бөтә. Ағаһы илаһа, тағы ла дәртләнеп китә.
Шул уҡ ваҡытта Айгиз ҡулын­дағы ризыҡты мотлаҡ Айнурға бүлеп бирә. Теләнселәп магазиндан берәй нәмә алдыртһа, эргәлә Айнур бул­маһа ла: «Ануҡайға ла ал», – тип ҡустыһы тураһында хәстәрлек күрһәтә».
Ғаиләлә балалар, йәш айырмаһының ҙур йәки бәләкәй булыуына ҡарамай, бер-береһе менән ҡыуышып үҫә шулай. Бында бер ниндәй ҙә яҙыҡлыҡ йә иһә боҙоҡлоҡ юҡ, ул күберәк тәбиғәттән килә, тәбиғи күренеш булып тора – яҡты ҡояш аҫтында үҙ урынын даулай улар. Һәр кеме атай-әсәйгә яҡыныраҡ булырға, тәмлерәкте, матурыраҡты эләктерергә, йылы һүҙҙе күберәк ишетергә, йышыраҡ һөйөлөргә ынтыла.
«Төшкөлөккә ҡайтһам, өй бикле тора. Был ваҡытта тик икмәк-һөткә генә сығыуҙары ихтимал.
Магазин алдында кеше байтаҡ, бала-саға ла күп. Айнур ултырған колясканы тотоп торған Айгизде күреп ҡалдым алыҫтан уҡ. Ул мине абайламаны. Эскә үтеп, ҡатынға, малайҙарҙы алып ҡайтам, тип әйттем дә тышҡа сыҡтым. Унда шундай хәлгә шаһит булдым: күршенең улы Фәнис (Айгиздән йәш ярымға ҙурыраҡ) Айгиздең ҡулынан Айнур ултырған колясканы тартып алмаҡ була, улым бирмәҫтән ныҡ тора, ҡулын ысҡындырмай. Ҡустыһы бит коляскала, нисек инде сит кешегә бирһен уны!»
«Диван эргәһенә китап тултырылған ҙур ҡумта ҡуйғанбыҙ. Ҡумта менән стена араһында бушлыҡ бар. Айнур, диван башынан барып шул ҡумтаға төшөп ултырырға ярата, тыйыуға иғтибар бирмәй. Бер мәл стена аралығына ҡоланы һәм шунда ҡыҫылып ҡалды. Яу һалып ҡысҡырған балаға: «Тыңламағас, әйҙә, шунда тор инде», – тигән булғайным, Айгиз шыңшып ҡустыһының эргәһенә барып етте. «Атай, ал», – тип, күҙен мөлдөрәтеп миңә баҡты.
Айнур бәҙрәфкә инеп китә лә, шунда тик тора. Утын һүндерһәң дә, сыҡмай. «Ҡараңғыла тор инде», – тип, ишеген ябып бикләгәйнем бер көн, Айгиз илап астыртып алды.
Урамда китеп барғанда Айнур арттараҡ тороп ҡалһа, йә ситкәрәк китһә: «Атай, Ануҡайҙы ҡалдырма, ал», – тип хәүефләнә башлай Айгиз. Юрамал: «Ҡалһын, әйҙә», – тиһәң, «Ал! Ал! Ал, тием бит», – тип илауларға тотона».
Ағайҙар үҙҙәрен ҡустыларынан өҫтөн ҡуя, ғәҙәттә. Тәүҙә – үҙе, шунан ул принцибын алға һөрәләр. Айгиз дә өйҙә Айнурға үҙ «урынын» күрһәтергә әҙер генә тора. Илатыуға ла күп һорап тормай. Ә инде икенсе берәү йәберләй ҡалһа, йәлләй, хәленән килгәнсе яҡлаша.
Малайҙарға өс-дүрт йәш самаһы булғандыр. Әсәләре иртәнге автобус менән ауылға китте. Әйберҙәре ауыр булғас, туҡталышҡа тиклем оҙатып ҡуйҙым. Малайҙар уянмай йоҡлап ҡалды. Бер сәғәт тирәһе йөрөгәнмендер.
Уянып ҡуймаһындар тип, ишекте ипле генә асып индем. Өҫкө кейемде систем дә бүлмәгә үттем. Ҡараһам – Айнурҙың тирә-яғы көплө балалар карауаты буш. Айгиз йоҡлаған урында ла юрған аҫтынан баш күрен­мәй. Һаҡ ҡына юрғанды асам – ике улым бер-береһенә һыйынышып ҡосаҡлашып ята. Хәс тә өңдәге кейек балалары! Миңә («өңдө» боҙған кешегә) төбәлгән күҙҙәрендә ҡурҡыу ҙа, йәшерен өмөт тә (ярлыҡар, теймәҫ), атайҙы күреүҙән сикһеҙ шатлыҡ та (бәләнән ҡотолоу шатлығы). Ҡурҡыныстың артта ҡалыуына ышанып та бөтмәгән балаларым шыңшып ҡына үкһеп илап ебәрҙе. Һикереп торманылар, шатланып ҡысҡырманылар. Үкһеп ята бирҙеләр. Ҡурҡыныс хәлгә ҡалдырып киткәнгә улар миңә үпкәләгәйне. Бәләкәй йөрәктәре шул мәлдә ниҙәр кисереүен һиҙемләп кенә ҡылыҡһыр­ларға мөмкин, әлбиттә.
Икәүһен дә күтәреп алдым. Алмаш-тилмәш һөйәм, әсәйегеҙҙе автобусҡа оҙаттым, тиҙ генә ҡайт­тым, тип аҡланырға маташам. Йәйел­гән диванға күсереп һалдым. Ике яҡтан муйыныма сытырман йәбешеп яттылар.
– Уянғайным, әсәй ҙә, һин дә булмағас, кухняға сығып ҡараным, ваннаны, теүәлитте ҡараным. Шунан иланым. Айзиз ағай уянды. Икәүләп иланыҡ. Шунан ҡарауатта йәшенеп яттыҡ. Ишектән һин инәһең, тип уйламаныҡ, бандит, тип уйланыҡ, – тип хәлде һөйләне Айнур.
Башҡа ваҡытта нисек кенә бәхәс-тартыш ҡуптармаһындар, ҡурҡыныс алдында бер-береһенән терәк эҙләп, бер юрған аҫтына боҫҡандар.
Туғанлыҡ тойғоһо балала, ҡайһы мәлдә нисек яралалыр, әммә ләкин ике-өс йәшлек сабый туғанын үҙенең айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп тоя. Уны башҡаларҙан ҡыҙғана, юғалтыу ҡурҡынысы аҫтында сараһыҙлыҡтан илай башлай.
Ҙурайғас был яҡынлыҡ һүрелә төшә. Тора-бара туғандар араһында аралашыу һирәгәйә, ҡайһы ваҡыт бөтөнләй туҡтап ҡала.
«Бәпесе булған!..»
«Айгизгә: «Әйҙә, китап ҡарайыҡ», – тиһәң, бер ваҡытта ла баш тартмай. Ныҡ шаярып китһә, иң көслө тынысландырыу сараһы ул.
Һәр һүрәтте: «Был нимә?», «Был кем?», «Уның нимәһе бар, нимә эшләй?» – кеүек һорауҙар менән төбөнә төшөп тикшерә.
Икенсе төркөм һорауҙары булып: «Кемдеке? (әйбергә ҡағылышлы)», «Кемгә ҡарай? (кешегә төртөп)» һ.б. тора. Айгиздеке түгел, минеке тиһәң, үсегә.
Артабан өҙлөкһөҙ һорауҙар теҙмәһе китә:
– Был нимә?
– Машина.
– Кемдеке?
– Айгиздеке (минеке тиһәң, иламһырап ала).
– Машина ҡайҙа китеп бара?
– Өйөнә.
– Өйө ҡайҙа?
– Ауылда.
– Ауыл ҡайҙа?
– Алыҫта.
– Алыҫтамы? (һорауы әҙер түгел).
– Алыҫта.
– Машинаның эсендә кем бар?
– Ағай.
– Ағай машина эсендә нимә эшләй?
– Йөрөтә.
– Был нимә? (тәгәрмәскә төртөп күрһәтә).
– Тәгәрмәс.
– Был нимә?
– Ишек.
– Машинаның тәҙрәһе бармы?
– Бар.
– Ҡайҙа?
– Ошо (төртөп күрһәтәм).
– Ошомо? (үҙе төртөп күрһәтә).
– Эйе.
– Тәҙрәләре күпме?
– Күп… – һорауҙарҙың осо юҡ.
Йоҡларға ятҡас, әкиәт һөйләтергә ярата.
– Борондо һөйлә, – ти, башы яҫтыҡҡа терәлгәс тә. Әкиәтте башлаһаң, үҙе ҡыҫылып, алдан әйтеп бара.
– Борон-борон заманда, – тип башлайым.
– Олатайҙар малай саҡта. Әйт, – Айгиз ҡыҫыла.
– Олатайҙар малай саҡта.
– Кәзә – мәзин. Әйт.
– Кәзә – мәзин, һайыҫҡан – һалдат, турғай түрә булып хеҙмәт иткәндә.
– Урман эсендә бер өй ултырған, тей. Әйт.
– Ете диңгеҙ артында, бейек тауҙар ҡуйынында, ҡара урман эсендә…
– Өй ултырған, – Айгиз түҙмәй.
– Өй ултырған, тей.
– Әбей менән бабай йәшәгән. Әйт.
– Ул өйҙә әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың балалары булмаған…
– Бәпесе булған! Булған бит, – был урынды Айгиз яратмай, мыжып, үҙенсә төҙәттерә.
– Ярай, әтеү, булһын. Әбей менән бабайҙың бәпестәре булған, тей, – ошоноң менән әкиәт бөтә.
Айгиз тыныслана ла, стенаға әйләнеп, йоҡларға йәтешләнә. Артабан әкиәтте дауам итеүҙе һорамай».
Мауығып һүрәт ҡарау, уны тәфсирләп тикшереү, бер туҡтауһыҙ һорауҙар биреү, ҡарһүҙ тыңлап ойоп китеү – теле асылған баланың донъяны һүҙ ҡеүәте менән таныуға күскән мәле был. Ошо осорҙа уның эргәһендә бөтә һорауҙарына яуап бирерҙәй, ихлас әңгәмә ҡорорҙай, әкиәт һөйләрҙәй кеше айырылғыһыҙ булһа ине. Сабырлы ихлас өләсәй! Тәрбиәнең солтаны шул булыр, педагогика тигән фән ял итер ине.

Айбулат Ғафаров.

Читайте нас: