+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атай көндәлегенән

Тәпәй баҫып атлап китеүҙәре, Теле асылғанын көтөүҙәре…Телдәренән ул саҡ бал тамды…Бала сағын һағынам баламдың.Сабый мине мең һорауға күмә,Таң шикелле бите алланып.Сылтыр шишмә кеүек көлөүҙәре…Бала сағын һағынам баламдың.Раүил Бикбай.Шағирҙың ата-әсә тойғоһон шул тиклем тапҡыр сағылдырыуына иҫ китерлек. Быны бит беҙ барыбыҙ ҙа кисерҙек һәм кисерәбеҙ. Йәмғиәтебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөккә сыға бара, ир-ат икенсе планға күсә. Һәм, әлбиттә, балаға бөгөн атай, ир тәрбиәһе етмәй. «Атай көндәлегенән» яҙмаһын биреп, ир-егеттәрҙе журналыбыҙ биттәрендә был мәсьәлә буйынса үҙ ҡарашы һәм тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ.

Тәүге аҙымдары, тәүге һүҙҙәре...
Атай-әсәй өсөн үтә лә татлы, үтә лә йонсотҡос ул сабый баланы бағыу мәле. Тамағын хәстәрләү, аҫтын бер туҡтауһыҙ ҡоротоп алыу, тәнен һылап тороу – былар бер нисә йыл дауамына һуҙылған көндәлек бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр. Йоҡоһоҙ төндәр, ҡабатланып тик торған сырхауға ҡаршы көрәш... Баланың йылмайыуы, ятҡан урынынан аяҡ-ҡулын сабыулап талпыныуы, тәпәй баҫып китеүе, тәүге һүҙе, һөйләшә башлауы – былар инде шул ыҙаларың өсөн мул бүләк, йәнеңә яғылған бал һәм май.
«Айгиз улыма ике йәш. Матур итеп һөйләшергә өйрәнеп килә. «Был сәйме ни?» «Әсәй ҡаяу (ҡайҙа ул)?» «Был масина бит», – шулай мәғәнәле һәм урынлы һорауҙар бирә, күргәндәрен тасуирлап һөйләп йөрөй», – уландарыма ҡағылышлы көндәлегемдең тәүге яҙмаларының береһендә шулай билдәләп киткәнмен.
«Тамаҡ ашап ултырабыҙ. Айгиз «Сәй һаюк (һыуыҡ), – ти. – Һөт коам (ҡоям), сәкән (шәкәр) коам, анаунан (самауырҙан) коам», – тип сынаяғын кире һуҙа».
Һәр кемгә үҙ балаһы – берҙән-берәү, башҡалар алдында иң-иңе. Тыуғас та тәүге мәғлүмәт – сабыйҙың ауырлығы, буйы. Бала табыу йортонда: «Ауырлығы фәләнсә, баһадир малайың бар», – тиһәләр, атай кеше тәүге ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Артабан ата-әсә (бигерәк тә әсәйҙәр инде) сабыйҙың һәр бер «ҡаҙанышын» тыңларҙай эргә-тирәләге кешенең ҡолағына тәфсирләп төшөрә бара. «Йылмая... Башын тота башлаған... Ауырлығы фәләнсә грамға артҡан...» Эйе, балаға ҡағылышлы һәр ваҡиға – сабыйлы йортта башҡаларға еткерелә торған иң мөһим хәбәр.
Биләүҙәге бала ҡырҡҡа төрләнер, ти халыҡ. Сабыйҙарға ғына хас етдилек менән тирә-яҡҡа баҡҡан бәләкәстең был донъяға үҙ өлөшө менән килеүенә, һәм ул өлөш-ҡалъяның мул һәм татлы булырына эстән генә ышанабыҙ, оҙаҡ йылдар шул өмөт менән йәшәйбеҙ. «Балалар бәхете насип итһен», – тип, яҡшы ғәмәл өсөн рәхмәт белдереү шунан киләлер. Балалар бәхете ул – балаларыңдың матур булып үҫеп етеүе, тормош ҡороп үҙ аллы йәшәп китеүе һәм, ата-әсә булып, быуындар ебен дауам итеүе, ғүмеренең байлыҡта-байманлыҡта үтеүе.
«Бы нәмә у?..»
«Айнурға (икенсе улыма) һигеҙ ай. Кешенән тартынмай, күргән береһенә ынтылып тора. Бер тубығы менән генә этенеп, сыйылдай-сыйнай шәп итеп шыуышырға өйрәнеп алды. Ултырып сыҙамай, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Аяҡ өҫтө ҡуйһаң, һикерергә тотона. Ағаһы менән уйнарға ярата. Айгиздең ҡыланыуына рәхәтләнеп көлә, ҡысҡырһа – ҡушылып ҡысҡыра. Ҡулын һуҙғанда, һуҡ бармағын тура, ҡалғандарын бөкләңкерәп тота. Шул бармағы менән әйберҙәргә тейеп ҡарай, күҙен, танауын тызып ала, ауыҙына ҡабып имә.
Айгиз, ишеткән һүҙҙе отоп алып, бик урынлы ҡабатлап, хәбәр һата. Өс тәгәрмәсле велосипедын этеп барҙы ла, уныһы ҡолағас: «Уй, Аллам, ҡоланы ла ҡуйҙысы», – тип хафаланып алды. Әсәһе: «Айгиз, әйҙә, сәй эс тә өҫтәлде йыйыштырам», – тип өндәшеүгә: «Паҡытым юҡ (ваҡытым юҡ)», – тип үҙ эше менән китеп барҙы.
«Төбөндә генә ҡалған ҡайнатманы ашамаҡ булып, банканы ауыҙына иңкәйтеп бер килке маташты ла, бер ни ҙә килеп сыҡмағас: «Ҡолоғолдо (ҡороғорҙо) асап булмай ҙа ҡуясы», – тип кире урынына ҡуйҙы.
Бер туҡтауһыҙ һорауҙар бирә. Күҙенә күренгән нәмәгә төртөп күрһәтә лә: «Бы нәмә у?» – тип күҙгә текләй. Яуап алғас, һине ҡабатлап: «Китап сул… Тивизил сул һ.б…» – ти ҡәнәғәт төҫтә. Яуап бирмәһәң, бер туҡтауһыҙ ҡабатлап һорай. «Белмәйем», – тиеүгә: «Фәлән бит», – тип үҙе әйберҙе атап әйтеп ҡуя».
«Айгиз (ике йәш тә өс ай), өҫкә ынтылып, бөтә нәмәне тикшереп йөрөй. Буйы етмәгән ергә ултырғысты шылдырып йөрөтә. Кешенең ҡулындағы нәмәне: «Ҡана, ҡалайым әле», – тип һорап ала ла, әйләндереп ҡараған була, шунан кире бирә.
Сумарт. Берәй нәмә тотторһаң: «Ануҡайға (ҡустыһы Айнурҙы шулай атай) ла биләм», – тип бүлә башлай. Хатта кәнфитте лә. Ә кәнфитте ул үлеп ярата.
Ғәйебе булһа, язаһын ҡабул итә. Ә үҙен ғәйепһеҙ һанаһа: «Миңә, нисәп һуғаң?» «Миңә һуҡты ла ҡуйдысы. Миңә һуҡма», – тип үҙен яҡлай».
Уландарымдың «һөнәрҙәрен» тасуирлап, мин уларҙың, ниндәйҙер уникаль балалар булыуын иҫбатларға йыйынмайым, әлбиттә. Һәр кем үҙ балаһы тураһында ошондай уҡ бихисап хәлдәрҙе бәйән итә ала. Сәләмәт сабыйҙарҙың барыһы ла һөйкөмлө, талантлы, зирәк һәм гениаль.
«Айгиз (ике йәш тә дүрт ай) көнө буйы: «Хәзер нимә эшләйбеҙ?» – тип йөҙәтә. Ашағандан һуң, бер килке уйнап алғандан һуң һ.б. «Хәзер нимә эшләйбеҙ?» – тип һорай.
«Был нимә ул?» – тигән һорауын ташланы. Уның урынына: «Был кемдеке? Быны кем алып ҡайтты?» – тип ныҡыша. Күҙенә ташланған әйбергә төртөп күрһәтә лә, шул һорауын бирә. Бер көндө шул тиклем мауығып киткән, әсәһенән: «Айзизде (Айгизде – үҙен) кем алып ҡайтты?» – тип һорап ҡуйған.
«Төнгөлөккә гел бәләкәй ут ҡалдырабыҙ. Балалар тома ҡараңғыны күргәне юҡ. Бер мәл кис утты бөтөнләй һүндергәйнем, Айгиз: «Мин ҡайҙа?» – тип ҡысҡыра башланы. Ҡараңғылыҡтың әйләнә-тирәне йотоуын, ул үҙенең юғалыуы булараҡ ҡабул итте.
Баланың был ауазында тәрән фәлсәфәүи мәғәнә ята. Донъя ул – мин. Донъя юҡ – мин дә юҡ. Мин юҡ – донъя ла юҡ.
Айгиз: «Атай, алма ашайым», – тип кухняға сығып китте лә, ҡырҡып бир, тип, мине саҡырҙы. Өҫтәлгә дүрт алма һалған, дүртебеҙгә берәрҙән. Тимәк, үҙенсә иҫәп белә».
Ни өсөн һуң ҙурайғас, кеше күп осраҡта башҡаға төрләнә, тормошто йәмләр урынға, боҙоҡлоҡ ҡыла, хатта ҡот осҡос енәйәттәргә бара? Әгәр буй еткереп тә, кеше эскерһеҙ көйө ҡалһа, уйҙарында һәм ҡылған ғәмәлдәрендә ихласлыҡ һәм яуаплылыҡ ятһа, беҙ ожмахтың үҙендә йәшәр инек тә баһа. Үкенескә ҡаршы, кешелек донъяһы (ололар донъяһы) үтәнән-үтә ялғанға, хөсөткә, ҡомһоҙлоҡҡа, көнсөллөккә … (был теҙмәне артабан да дауам итергә булыр ине) ҡоролған. Донъяға саф һәм эскерһеҙ килгән баланы артабанғы тормошта ата-әсәләр үҙҙәре, насип иткән мөхит, йәмғиәт боҙа. Бында бер ниндәй арттырыу ҙа, ялғанлау ҙа юҡ. Әлбиттә, тыумыштан боҙоҡ кешенең дә булыуы ихтимал. Ғалимдәр, енәйәтсе гены бар, тип тә иҫбатлай бит. Булған хәлдә лә, әҙәм балаһының бер сәбәпһеҙ енәйәт юлына баҫыуына ышанғы килмәй.
Йәмғиәттең, уратып алған мөхиттең ни рәүешле баланы «әүәләүен» киң таралған эскелек миҫалында айырым-асыҡ күрергә мөмкин.
«Бихисап бәләләр, ҡайғы-хәсрәт алып килгән эскенән беҙ баланы ҡурсаларлыҡ хәлдә түгелбеҙ. Уны өйҙә бикләп тотоп булмай. Ә мөхитебеҙ араҡыға манма батҡан. Ҙурая бара бала, ҡайһылыр бер мәлдә, шарап тәмен барыбер татый. Артабан, кемеһелер күңел өсөн генә рюмка күтәрә, байтаҡтар эскелекһеҙ бер генә ваҡиғаны ла үткәрә алмай, ҡайһыларҙың эскелек йәшәү мәғәнәһенә әүерелә – эскегә һабыша улар. Иллә мәгәр, араҡы эсеп ҡарамаған кеше арабыҙҙа бик һирәк. Йәмғиәтебеҙҙе тотошлай ялмап алған эскенән ҡасып та, башҡа юл менән дә ҡотолормон тимә.
Малайҙар тәрбиәләгәнлектән, иң ҙур теләктәремдең береһе – ҙурайғас уларҙың хәмергә битараф ҡалыуы», – тигән юлдар бар көндәлегемдә.
Алға китеп әйткәндә, уландарым алдында рюмка тотоп ултырманым, был йәһәттән уларға үрнәк күрһәтмәнем. Барыбер шик-шөбһәгә төшкән мәлдәр аҙ булманы. Айгиз дә, Айнур ҙа иптәштәре менән уйын-кисәләргә йөрөнө, таңға ғына ҡайтып ингән саҡтары ла йыш булды. Ишекте үҙем асып, ҡаршы ала торғайным уларҙы бындай осраҡта.

Айбулат Ғафаров.

(Дауамы бар.)

Читайте нас: