Улар - урлашыу, наркотиктар, көсләү, юл-транспорт фажиғәләре, йәмғиәт хәүефһеҙлеген боҙоу. Шулар араһынан 266 енәйәт 18 йәше лә тулмағандар тарафынан эшләнгән.
Балаларын тәрбиәләүгә иғтибар бирмәгән, тик аҡса эшләү менән генә шөғөлләнгән ата-әсәләрҙең ғәзиздәренә изгелек һәм мәңгелек тураһында һөйләргә ваҡыттары юҡ. Шуның өсөн йәш үҫмерҙәрҙең тәрбиәһенә социаль селтәрҙәр һәм интернет аша яҡшы әҙерләнгән белгестәр тотона. Улар Рәсәй йәштәрен курьерлыҡ эшенә һәм башҡа төркөмдәргә ылыҡтыра.
Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, техник фәндәр докторы Морат Ғөзәйеров әйтеүенсә, был һорау бик етди һәм беҙ, ысынлап, тотош бер быуынды юғалтыуыбыҙ мөмкин. Әммә һәр организация айырым эшләһә лә, бер ниндәй ҙә эш килеп сыҡмауы ихтимал. Берҙәм система кәрәк. Әле беҙ кисен урамдарҙа һәм кешеләр күп йыйылған ерҙәрҙә патрулдә йөрөгән берҙәм халыҡ дружинаһын булдыра алабыҙ. Йыл һайын ошо хаҡта һөйләйбеҙ, тик эш алға китмәй. Элек урамда дежур иткән өсөн отпускыға биш көн өҫтәй торғайнылар. Бынан тыш үҫмерҙәр һәм йәштәр менән эшләр өсөн МХО-нан демобилизацияланып ҡайтҡан яугирҙарҙы ылыҡтырыр кәрәк. Улар ҙур тәрбиәүи эш алып бара аласаҡ. Тағы ла ул уҡыусыларҙы КПЗ-ға экскурсияға йөрөтөргә тәҡдим итә. Насар юлға баҫһалар, үҙҙәрен нимә көтәсәген күрерҙәр ине һәм был юлға баҫмаҫтар ине, тигән фекерҙә ул. Әйткәндәй, Нефтекамала был экскурсияны ата-әсәләр өсөн үткәреп ҡарағандар.
Үҫмерҙәр араһында енәйәт артыу күренеше Өфөнөң Калинин, Октярь, Совет, Орджоникидзе райондарында һәм Октябрьский, Салауат ҡалаларында, шулай уҡ Архангель, Дыуан, Нуриман, Федоровка райондарында күҙәтелгән. Ул күбеһенсә наркотик таратыу күренеше .
Әйткәндәй, наркотик таратҡан өсөн яуаплылыҡ 16, ҡайһы берҙә 14 йәштән башлана. Наркодилерҙар өсөн үҫмерҙәр – расход материалы. Береһен тотһалар, икенсеһен ҡулланалар. Иң мөһиме: үҫмерҙәргә аҡса вәғәҙә итәләр.
Нефтекама мәктәбенең бер мәктәп директоры һөйләүенсә, ул яҡшы ғаиләлә тәрбәиләнгән баланың телефонын һорап тора, мессенджерҙарына инеп ҡарағас, ҡото оса: бала шул тиклем күп насар төркөмдәрҙә яҙылған булған. Шулай итеп, һығымта: балаға 18 йәш тулғансы, уны тулыһынса контроь аҫтында тотор кәрәк.
Үҫмер наркодилерҙар ҡулына эләгеүен нисек аңларға:
БР эске эштәр министры урынбаҫары, полицияның генерал-майоры Айҙар Зөбәйеров әйтеүенсә, әгәр үҫмер енәйәткә барһа, нимәлер эшләү һуң. Проблеманы алдан таныу, профилактиканы ғаиләнән башлау кәрәк. Бөгөн продленкалар, буш түңәрәктәр юҡ. Улар түләүле, шуға бөтә ғаилә лә унда балаларын йөрөтә алмай. Шуның өсөн үҫмерҙәрҙең ялдарын ойоштороу яҡтарын уйлар кәрәк.
Элек беҙгә ветерандар, уҡытыусылар, ата-әсәләр комитеты ярҙам итә ине. Хәҙер ундай ярҙам юҡ. Мин үҙебеҙҙән бапшларға тәҡдим итәм. Әйҙәгеҙ, 9 май алдынан һәр беребеҙ һуғышта ҡатнашҡан олатай, ҡарт олатайҙар тураһында һөйләйек, фотоларын күрһәтәйек. Балалар ҡыҙыҡһынып тыңлаясаҡ, һорауҙар бирәсәк. Уларҙың күңелендә был һөйләшеү мәңгелеккә һаҡланып ҡаласаҡ.