– Был проблема менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнәбеҙ. Тәүге айыҡ ауылдар Әбйәлилдә тап беҙҙең тәҡдим менән барлыҡҡа килде. Айыҡ тормош өсөн көрәш бөтә республикала алып барыла. Ләкин башҡараһы эштәр бик күп әле. Бөгөн наркологтар, психологтар, экологтар сығыш яһаясаҡ. Был йүнәлештә артабанғы аҙымдарыбыҙ ниндәй булырға тейеш? Шул хаҡта һөйләшәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.
Республикала былтыр наркологтарҙа 54 меңдән ашыу кеше иҫәптә торған, шуның 10 меңләбе – ҡатын-ҡыҙ. Һандар, һандар... Улар артында – ҡыйралған яҙмыштар, өҙөлгән өмөттәр, йылға булып ағып, даръяға әйләнгән әсе күҙ йәштәре...
Республика 1-се наркология диспансерының баш табибы урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Ксения Бобкова килтергән мәғлүмәттәр таш күңелде лә һиҫкәндереп, ҙур хафаға һалыр:
– 2018 йылда эскелек арҡаһында 900-ләп кеше үлгән. Сәрхүштәрҙең 300-ләбенең күп эсеүҙән йөрәге туҡтаған, 236-һы – хәмерҙән ағыуланып, 160-ҡа яҡыны бауыры тарҡалып вафат булған, осраҡлы рәүештә алкоголдән ағыуланып яҡты донъянан китеүселәр 150-гә яҡын. Араҡы яратыусыларҙың 9,6 процентының ғүмере башҡа сәбәптәрҙән өҙөлгән.
…Ксения Михайловна республикала йәшәүселәргә наркологик ярҙам Дәүләт гарантиялары программаһы иҫәбенә бушлай тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтте. Квалификациялы ярҙамды бөтә ҡала һәм райондарҙа алырға мөмкин. 17 бүлексәлә ауырыуҙар өсөн 1144 тәүлек әйләнәһендәге, 82 көндөҙ дауаланыу урыны булдырылған. 11 ауыл муниципаль берекмәһендә иһә 160 наркологик урын хәстәрләнгән, был ауылда мохтаж кешеләргә махсус ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.
«Мин бәләкәй саҡта ауылыбыҙҙа йыш һалмыш йөрөүсе бер апай бар ине. Берәйһе ҡунаҡта артыҡ төшөрһә: «Ана, шуның кеүек булаһың киләме ни?! Улай йөрөүҙән Хоҙай һаҡлаһын!» – тип әйтә торғайнылар, – медицина фәндәре докторы, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм экология ғилми-тикшеренеү институты профессоры Мәхмүзә Ғәйнуллина һүҙен шулай тип башланы. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдарҙа ундай ҡатындар бөгөн берәү генә түгел. Хәмерҙән организмы таушалған әсә нәҫеленә ниндәй һаулыҡ бүләк итә?» Мәхмүзә Ҡәлим ҡыҙы ғүмер оҙонлоғон билдәләүсе генетик мәғлүмәт хромосомаларҙа һаҡланыуы, ә уларҙың иң осонда күҙәнәктәрҙе ҡартайыуҙан һаҡлаусы теломералар булыуы тураһында бәйән итте:
– Кире йоғонто, шул иҫәптән эскелек арҡаһында уларҙың осо туҙып, күҙәнәктәр ҡыҫҡара бара, тимәк, ғүмер оҙонлоғо ла кәмей. Бауҙың һүтелмәҫ өсөн нығытып ҡыҫылған остары иҫкереп тетелһә, бөтә бау тарҡала бит – был да хас шулай. Диндәрҙә: «Һәр кемдең күпме йәшәргә тейешлеген Хоҙай Тәғәлә билдәләй, ә насип юлды нисек үтеүе әҙәм балаһының үҙенән тора», – тип әйтелгән. Ләкин ғүмерен кеше үҙе ҡыҫҡарта ла, оҙонайта ла ала. Араҡы, наркотиктар, тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү арҡаһында матдәләр алмашыныуы боҙолоу һәм көнө-төнө телевизорҙан, интернеттан ағылған кире мәғлүмәт – ғүмер ҡыҫҡарыуына килтергән сәбәптәр. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, кешенең һаулыҡ торошо 8–10 процентҡа медицинанан, 33 процентҡа социаль-иҡтисади шарттарҙан, 40–45 проценҡа үҙен нисек һаҡлауынан тора, – тине ул.
«XX һәм XXI быуаттар ғаиләгә иң емергес йоғонто яһаған дәүер булараҡ тарихҡа инәсәк» – психология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Мөнирә Абдуллинаның был һүҙҙәре менән форумда ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә килешкәндер. Ул бөгөн социаль институт булараҡ, традицион ғаиләгә янаусы төп ҡурҡыныстарҙы һанап үтте: интернет киңлектәрендә гомосексуаль бәйләнештәрҙе һәм бер енесле никахтарҙы, йәберләүҙе һәм шәфҡәтһеҙлекте пропагандалау, самаһыҙ ҡулланыу культына табыныу. Социаль селтәрҙәрҙә суицид, үлем хаҡында тәфсирле һөйләшеүҙәрҙең, йәнде ҡыйратыусы мультфильмдар, уйынсыҡтарҙың зыянын әйтеп аңлатыу ҙа мөмкин түгел. Ғалимә, тиҫтәләрсә йылдар һыналған мәғариф системаһын үҙгәртеүҙең илебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур юғалтыу икәнен билдәләп, бик күптәр күңелендәге уйҙы әйтеп бирҙе. Ул шулай уҡ интернетҡа сәләмәт булмаған бәйлелектең үҫә барыуына туҡталды.
Республика «Ғаилә» ресурс үҙәгенең ауыр тормош хәлендәге ҡатындарға ярҙам бүлеге психологы Нелли Закированың сығышында бөтә михнәттәре, гөлтләп тоҡанған, быҫҡып һүнгән өмөттәре менән ысынбарлыҡтың үҙе сағылды. Бүлектә башлыса ирҙәренән йәберләнгән ҡатындар, ғаиләләге шәфҡәтһеҙлектән ҡасып килгән сабыйлы әсәләр һыйыныу таба. «Был ғаиләләрҙәге балаларҙың үҙ баһаһы түбән, улар тиҙ тоҡанып китеүсән, донъяға ҙур хәүеф менән ҡарай, үҙҙәре ғәйепле саҡта ла яуаплылыҡ тоймай, тиҫтерҙәрен ҡыйырһытҡанда йәлләй белмәй. Күптәре психиканы ҡуҙғытыусы матдәләргә тартыла, тәртип боҙорға ла күп һорамай», – тип, яҙмыш рәхимһеҙ һынаған малайҙар һәм ҡыҙҙар күңелен нисек имшетеүҙәре хаҡында бүлеште.
Ҡатын-ҡыҙҙар советтарының халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен индереү хаҡындағы тәжрибәләре менән педагогия фәндәре кандидаты, бизнес-тренер Нина Филиппова, Ишембай районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шәһиева, Мишкәнән Татьяна Кондогина һәм башҡалар бүлеште.
Форумда республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзының мөһим проекты – алкоголгә бәйлеләрҙең ғаилә ағзаларын ҡотҡарыу хаҡындағы программаның нисек ғәмәлгә ашырылыуы хаҡында ла йәнле һөйләшеү булды.
Арттарынан башҡаларҙы әйҙәү бурысын алған гүзәл заттарға даими үҫештә, эҙләнеүҙә булыу, үҙ өҫтөндә эшләү зарур, был – заман талабы, тигән фекер яңғыраны йыйында. Союз эргәһендә ҡатын-ҡыҙҙар университеты булдырыу хаҡындағы ниәтте барыһы ла бер тауыштан хуплап ҡабул итте.
Конференцияла ҡатнашыусылар сәләмәт йәшәү рәүешен индереү буйынса эште тағы ла йәнләндереү, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға ярҙамды һөҙөмтәлерәк итеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтте. Кәңәш ҡороусылар, айырыуса ҡатын-ҡыҙ эскелегенә ҡаршы көрәште көсәйтеүгә баҫым яһап, уның юлдарын барланы. Әсәй эсһә, өйҙәге бар кеше өсөн ҡояш һүнә. Шул ҡояшты һүндермәйек, ти улар.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2019) һанында уҡығыҙ.