-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Түңәрәк ҡор
3 Декабрь 2018, 18:35

Ағинәйҙәр янындағы аҡһаҡалдар ҡайҙа булған?

«Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ!» – Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ун биш йылдан ашыу ошо һүҙҙәрҙе оран итеп, даими рәүештә ҙур акциялар үткәрә, был саҡырыуға дәүләт кимәлендә иғтибар даулай. Ул һүҙҙәр хатта союз рәйесе Рәшиҙә Солтанованың машинаһының артҡы тәҙрәһенә яҙылған. «Ни эшләп наҙға сумып ғүмер итергә тыуған ҡатын-ҡыҙ үҙе ир-атты иркәләтеп йәшәтергә тейеш?» – ти быны күргән ҡайһы берәүҙәр. Һүҙ, әлбиттә, көслө затҡа өф-өф итеп өрөп тороу хаҡында түгел. Ғәҙәти булмаған саҡырыуҙың асылы нимәнән ғибәрәт?

Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Акушерлыҡ һәм гинекология ғилми үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә 4 миллионға яҡын ир-егет нәҫел ҡалдырырға һәләтһеҙ. Һуңғы 13 йылда ирҙәр түлһеҙлеге менән сирләү 80 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта көслө зат ул мәсьәлә тураһында табиптарға ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда биш тапҡырға кәмерәк мөрәжәғәт итә. Был һандар дөйөм ил буйынса бирелгән, ләкин республикабыҙҙа ла ирҙәрҙең репродуктив һаулығы насарая бара.
– Репродукция үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙә бәпес һөйөүҙән мәхрүм ғаиләләрҙә ирҙәрҙең 30 проценты түлһеҙ. Тик беҙ уларҙың ырыу дауам итеү, йәғни демографияны арттырыу һәләтенә генә түгел, дөйөм сәләмәтлегенә, социаль оҙон ғүмерлеген арттырыуға иғтибарҙы йүнәлтергә теләйбеҙ. Ирҙәрҙең үҙ һаулығына яуапһыҙ мөнәсәбәтен тамырынан һындырырға, йәмғиәттә сәләмәтлекте хәстәрләүҙе хуплаған ҡараш булдырырға, мәктәптәрҙә ғаилә тормошона әҙерләүсе дәрестәр индерергә кәрәк, – ти Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова.
– Көслө заттың ғүмерен ҡыҫҡартыусы төп сәбәптәрҙең береһе – даими стресс. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың көсөргәнешкә мөнәсәбәте ҡапма-ҡаршы. Гүзәл зат тиҙерәк әхирәте, туғандары менән бүлешеп, күңелен бушата һала, терәк эҙләй һәм таба. Был, табиптар күҙлегенән дә, бик дөрөҫ. Ә егет тәбиғәте башҡа: ул аһ-зарын ситкә сығармай, үҙендә йыйып йәшәй. Көсөргәнешле тормошта ҡан тамырҙары ҡыҫыла бара, яйлап инфаркт, инсультҡа килтереүсе сирҙәр тыуа. Ҡайғыһын хәмер менән йыуып, эскегә һабышыусылар, фажиғәгә тарыусылар, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күпме?! «Йәшел йылан» менән дуҫлыҡ уның ғүмере иртә өҙөлөүенең икенсе сәбәбе булһа, хәүефле шарттарҙа эшләү – өсөнсөһө.
Ир-ат һаулығын һаҡлауҙың дәүләт программаһы әлегә юҡ икән, тимәк, ҡул ҡаушырып ултырырға түгел, үҙ программаңды булдырырға кәрәк, – ти Шамил Нариман улы һәм түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға тәҡдим итә.
«Көслө, шәп» егет хаҡында йәмғиәттә йәшәп килгән ҡалыптан баш тартыу ниндәйҙер кимәлдә иртә үлемдәрҙән һаҡлай. Мәҫәлән, беләк көсөңдө күрһәткең килгәндә үҙеңде тыя белеү бәлә-ҡазанан, машинала юғары тиҙлектә ҡыумау юл фажиғәһенән ҡотҡарыр. Ғаиләлә йәшәү кәмендә ун йыл ғүмер өҫтәй: хәләл ҡатыныңды ғына яратыу енси сирҙәрҙән ҡурсалай, балалар киләсәген уйлау үҙ ғүмереңә яуаплы ҡарарға мәжбүр итә, өй йылыһы – йәнгә дауа. Ҡатыныңдың мәғлүмәтле булыуы ла мөһим: уның ашау-эсеүҙе белеп ойоштороуы, ғаиләне сәләмәт йәшәү рәүешенә күсереүе ир-ат һаулығында сағылмай ҡалмай. Хәүефһеҙ шарттарҙа эшләү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Тән, мускулдар ныҡлығы дөйөм һаулыҡҡа ғына түгел, аҡыл һәм рух көсөнә лә йоғонто яһай: спорт менән шөғөлләнгән егеттәр, ҡағиҙә булараҡ, маҡсатҡа ынтылыусан, уңышлы була. 45 йәше тулғандарға йыл һайын урологҡа күренеп, енес биҙенең сәләмәтлеген билдәләүсе ҡан анализы (ПСА – простатический специфический антиген) бирергә кәрәк. Йөрәкте һаҡлау өсөн биш ҡағиҙә: аҙнаһына кәмендә өс сәғәт физик әүҙемлек, тәмәкене ташлау, хәмерҙән баш тартыу йәки уны сикләү, тән ауырлығын контролдә тотоу, көн һайын биш йәшелсә-емеш: мәҫәлән, алма, әфлисун, кишер, помидор, ҡыяр ашау мөһим.
...Һуңғы йылдарҙа башҡорт ауылдарының күбеһендә халыҡтың рухы һағында тороусы ағинәйҙәр ҡорҙары барлыҡҡа килде. Әхлаҡ ҡанундарын күҙәтеүсе лә, тормош ҡотон арттырыусы ла улар. «Ағинәйҙәр янында булырға тейеш аҡһаҡалдар ҡайҙа һуң? Борон был бурысты тап улар башҡарған бит. Аҡһаҡалдар юҡ кимәлдә! Етмеште уҙған уҙамандар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалған», – Рәшиҙә Солтанованың әсенеп әйткән был һүҙҙәренән уйланмаҫ ереңдән уйға сумаһың.
Статистика шуны күрһәтә: эшкә һәләтле йәштә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан дүрт тапҡырға күберәк үлә. 30 йәшкә тиклем ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ нисбәте тигеҙ булһа, 30-ҙан һуң көслө зат һаны кәмей башлай, ә 75-тән һуң бөтөнләй аҙ ҡала.
Был мәғлүмәттәр ҙә ысынбарлыҡты сағылдыра: һәр икенсе гүзәл зат яңғыҙ, ул йә тол ҡалған, йә айырылған, йә бер тапҡыр ҙа кейәүҙә булмаған. Бала үҫтереүсе һәр икенсе ғаилә тулы түгел.
– Илдә ирҙәр кәмеү һәләкәт төҫөн ала бара, – тип дауам итә һүҙен Рәшиҙә ханым. – Көслө затҡа тәбиғәттән үҙ һаулығын ҡайғыртыу һалынмаған, һәр икенсеһенең пенсияһын күрә алмай вафат булыуына шул да сәбәпсе. Байтағы, бала һымаҡ, докторҙарҙан ҡурҡа. Кемдеңдер сире диспансеризацияға ҡатыны ҡулынан тотоп алып килгәндә асыҡланһа, икенселәренең – эштә тикшереү үткәндә. Ә дауахананың ҡайҙа икәнен белмәгән ирҙәр күпме?!
Республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы был ифрат оло проблемаға йәмәғәтселек иғтибарын ҡат-ҡат йәлеп итергә ынтыла. Күптән түгел ул Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары менән берлектә шул турала түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. Унда ғалимдар, эксперттар, министрлыҡтар һәм профсоюз вәкилдәре ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙы, әсәне һаҡлау хаҡында бихисап закон ҡабул ителһә, атайҙарҙы, ир-егеттәрҙе ҡурсалау буйынса бер закон да юҡлығын билдәләне улар. Ысынында иһә Башҡортостан андрология хеҙмәтен булдырыу хаҡында бик файҙалы закон ҡабул иткән тәүге төбәк булып тора. «Уның ҡағыҙҙа ғына ҡалыуы үкенесле. Ирҙәр һаулығы проблемаларын хәл итеү өсөн федераль кимәлдә махсус программа кәрәк. Түлһеҙлекте дауалауҙың яңы технологиялары ҡулланылған дәүләт андрология үҙәктәре булдырыу, был йүнәлештә эшләүсе белгестәр әҙерләү зарур. Әлбиттә, сәләмәт йәшәү рәүеше, һаулыҡты һаҡлау нигеҙҙәре мәктәп эскәмйәһенән һалынырға тейеш», – тип һығымта яһаны әңгәмәселәр. Улар, тәҡдимдәрҙең барыһын етди документҡа туплап, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабына ебәрҙе.
«Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ!» – был саҡырыуҙы төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә. Ләкин улдарының, ирҙәренең, атайҙарының сәләмәтлеген ҡатын-ҡыҙ ҡайғыртмай, кем ҡайғыртһын?! Көслө заттың иҫән, һау булыуы иң элек ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә кәрәк – балаларҙы арҡа терәкле итеп үҫтереү, тормош йөгөн, нескә иңенә һалып, яңғыҙ түгел, бергә тартыу, көслө имән янындағы наҙлы ҡайын һымаҡ йәшәү, Ғаилә тигән дәүләтебеҙ бәхете тулы булыу өсөн. Донъя күргән, яҙмыштың әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған ҡатындар бының менән ризалашмай булдыра алмаҫ.
Читайте нас: