-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
2 Февраль , 15:33

Сейәле варениктар

Варениктарҙың эсенә картуф иҙмәһе һалып та, ҡорот һалып та бешерәләр. Тағы ла сейә һалып бешереп була.

Сейәле варениктар
Сейәле варениктар

Ҡамыр: 2,5 стакан он, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ярты сәй ҡалағы шәкәр,  2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 стакан эҫе һыу.

Тәрән һауытҡа он иләйбеҙ, шәкәр һәм тоҙ өҫтәйбеҙ, үҫемлек майы һәм һыу һалабыҙ Ҡул бешмәһен өсөн башта ҡалаҡ менән болғайбыҙ, һуңынан тиҙ генә ҡамыр  баҫабыҙ. Йомшаҡ ҡамыр килеп сығырға тейеш. Ҡаплап, 15-20 минутҡа ҡалдырып торабыҙ.

Эслек: 500-600 г. сейә (йәйен әле генә өҙөп алынған, ҡышын – туңдырылған сейә), 3-4 ҡалаҡ шәкәр.

Төштәре алынған сейәгә шәкәр һалып, һеңһен өсөн бер нисә сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Һуңынан һөҙгөскә һалып артыҡ һутын ағыҙабыҙ.

Ҡамырҙы 3 мм ҡалынлығында йәйәбеҙ, стакан менән түңәрәктәр киҫеп сығабыҙ. Һәр түңәрәктең уртаһына сейәне һалабыҙ. Әгәр сейә әсе булһа, тағы ла шәкәр өҫтәп сығабыҙ. Ситтәрен яҡшылап ҡыҫып, матур варениктар эшләйбеҙ. Он һалынған таҡтаға теҙәбеҙ.

Кәстрүлдә һыу ҡайнатабыҙ, варениктарҙы әҙ-әҙләп кенә һалып, бер нисә этапта бешереп алабыҙ. Бөтәһен бер юлы һалырға кәрәкмәй. Варениктар өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, 2-3 минут бешерергә. Әҙер варениктарҙы тәрилкәгә һалып, шәкәр һибәләргә.

Ҡалған һуттан һәм төштәренән сироп әҙерләйбеҙ. Ҡайнауға тиклем еткергәс, ҡуйырғансыға тиклем талғын утта тотабыҙ. Һөҙөп алғас, варениктарҙың өҫтөнә һалып бирәбеҙ.

 

Автор:
Читайте нас