-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
25 Декабрь , 15:27

Башҡортостандың халыҡ артисы Әлим Ҡәйүмовтан татлы шарсыҡтар рецебы.

Әлим Ҡәйүмов ғаиләлә лә өлгөлө атай. Ул бер байрамды ла күҙ уңынан ысҡындырмай, тиҙ генә ниәттәрен ҡора һалып, ғаиләлә төрлө саралар ойоштора. Беҙҙең журнал уҡыусыларына ул тәмле шарсыҡтар әҙерләргә өйрәтмәксе.

Башҡортостандың халыҡ артисы Әлим Ҡәйүмовтан татлы шарсыҡтар рецебы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Әлим Ҡәйүмовтан татлы шарсыҡтар рецебы.
Татлы шарсыҡтар
2 йомортҡа, 1 банка ҡуйыртылған һөт, ярты балғалаҡ аш содаһы, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 стакан он, ҡыҙҙырырға үҫемлек майы кәрәк.
Йомортҡа һытабыҙ ҙа ҡуйыртылған һөт ҡушып бутайбыҙ. Тоҙ, аш содаһы өҫтәйбеҙ, он һалабыҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ. 2-3 сантиметр ҙурлығында шарсыҡтар әүәләп, ҡыҙыу майҙа бешерәбеҙ.
Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас