Еләк-емештән «Шыршы»
1 кишер, 1 алма, 1 брокколи, унышар өс төрлө сортлы виноград һәм ваҡ помидорҙар, ер еләге, 6 киви, 1 ҡытай кәбеҫтәһе, 1 ҡап теш таяҡсаһы, йондоҙ өсөн ҡыҙыл сөгөлдөр алына.
Әҙерләү: яҫы тәрилкәгә ҡытай кәбеҫтәһен йәйеп һалырға. Ҡыҙыл алманы кишер менән теш таяҡсаһы ярҙамында тоташтырырға. Кишергә шыршы ботаҡтары кеүек теш таяҡсаларын ҡаҙарға. Шул таяҡсаларға еләк-емештәрҙе беркетеп ҡуйырға. Шундай тәмле шыршы килеп сығасаҡ! Хужабикә еләк-емеш урынына өлөштәргә бүленгән сыр, колбаса һәм зәйтүн емешен ҡуя ала.
«Бәхет дағаһы» торты
Ҡамырға 3 йомортҡа, 1-әр стакан шәкәр һәм он, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес, 2 ҡалаҡ какао, ярты балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе, семтем тоҙ; крем өсөн 200 г эремсекле сыр, 100 г шәкәр онтағы кәрәк.
Йомортҡаға шәкәр, тоҙ, һеркә менән һүндерелгән аш содаһы һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Артабан он, күперткес, какао ҡушып тағы бутайбыҙ. Ҡамырҙы майлы табаға һалып, 190 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуябыҙ, ишеген асмай ғына 30 минут бешерәбеҙ. Бисквитты ике йәймә яһап ҡырҡабыҙ, кәрәкле формаға килтерәбеҙ. Эремсекле сыр һәм шәкәр онтағын блендер менән болғатабыҙ. Йәймә өҫтөнә крем һылап ҡатлайбыҙ (араһына сейә йә еләк һалып ебәрергә мөмкин). Өҫтөн глазурь, еләк-емеш, розмарин менән биҙәйбеҙ.