-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
25 Декабрь , 11:42

«Башҡортостан ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны.

Ә бөгөн бүлек мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Роза Хөснуллинанан "Зифа буй" турамаһын тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итеп эшләгеҙ. Тәмле лә, үҙләштереүгә лә еңел.

«Башҡортостан  ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны.
«Башҡортостан ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны.

Кәрәк була: 280 г тауыҡтың түш ите, 80 г пармезан сыры, 2 киҫәк икмәк, 1-2 балғалаҡ зәйтүн майы, ҡоро һарымһаҡ онтағы, салат япраҡтары, тоҙ, прованс үләндәре,

Соус өсөн: 120 мл зәйтүн майы, 20 г пармезан сыры, 1 йомортҡа, 2 балғалаҡ гәрсис, ярты тырнаҡ һарымһаҡ 

Соус: зәйтүн майына йомортҡа һытып, блендер менән күпертәбеҙ. Ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сырға гәрсис, һарымһаҡ өҫтәп, бөтәһен блендер менән болғатып алабыҙ.

Әҙерләү: шаҡмаҡтарға ҡырҡылған  икмәк (ҡатыһынан айырып) киҫәктәренә тоҙ, ҡоро һарымһаҡ онтағы, прованс үләндәре һәм әҙ генә зәйтүн майы ҡушып бутайбыҙ. Унан 180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә биш минутҡа, алһыу төҫ ингәнсе, ҡуйып алабыҙ.

Тауыҡтың түш итен бәләкәйерәк киҫәктәргә бүлеп, ике яғын да табала ҡыҙҙырабыҙ. Тәрән һауытҡа ҡул менән эре итеп өҙөлгән салат япраҡтарын һалабыҙ, әҙерәк соус ҡойоп бутайбыҙ. Артабан тауыҡ итен теҙеп, икмәк киҫәктәре, соус һалабыҙ, сыр һибәбеҙ. Өҫтөн ваҡ помидорҙар менән биҙәйбеҙ. Был турама майонезһыҙ эшләнә, шуға ла гүзәл заттар өсөн файҙалы.

 

А. Королев фотоһы.

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас