-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
22 Декабрь , 12:05

«Башҡортостан ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны

Яңы йыл табынына әҙерлекте дауам итеп, бөгөн бүлек редакторы Айзилә Мортаеванан "Мөхәббәт" былауын тәҡдим итәбеҙ.

«Башҡортостан  ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны
«Башҡортостан ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны

Кәрәк: 1 кг ит, 800 г дөгө (түңәрәк сортлы һәм быуҙа тотолған дөгөнө бер нисбәттә ҡушып алабыҙ), 3 кишер,

2-шәр баш һуған һәм  һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ тоҙ, былау өсөн махсус тәмләткестәр, бер бал-ғалаҡ зира, 150–200 мл үҫемлек майы.

Бешереү: кишерҙе, һуғанды оҙонсалап турай-быҙ. Итте киҫәктәргә бүләбеҙ. Ҡыҙыу ҡаҙанға үҫемлек майы ҡоябыҙ ҙа ваҡлап туралған ике-өс киҫәк кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ (үҫемлек майының еҫен бөтөрөү өсөн). Бер нисә минуттан һөҙөп алабыҙ. Хәҙер инде ит һалып, бер аҙҙан һуған өҫтәп, 30 минут ҡыҙҙырабыҙ. Һуңынан кишер, тоҙ,  тәмләткестәр, бөтәүләй һарымһаҡ ҡушабыҙ. Ун минуттан һарым-һаҡтарҙы  алабыҙ, дөгө һалабыҙ һәм өҫтөнән 2 сантиметрға еткереп ҡайнаған һыу ҡоябыҙ ҙа тандыр утта әҙер булғансы быҡтырабыҙ. Бешеп сығырҙан биш минут алда былауҙың уртаһына ике баш һарымһаҡ «ҡаҙайбыҙ».

 

Фото ғаилә архивынан. Айзилә Мортаева тормош иптәше менән.

Автор:
Читайте нас