Был ризыҡ – үҙе байрам. Бишбармаҡ булған табынға иткә ҡушып ашау өсөн йәшелсә салаты һәм десертҡа емеш-еләк кенә ҡуйырға мөмкин.
Бешереү тәртибе ошолай: һыйыр, йылҡы, ҡаҙ итен ҡушып һалам. Һурпаһы татлы була. Ике сәғәт ҡайнай. Яйлап ҡына өҫтөндәге тоҙлоғон һөҙөп, бәләкәй кәстрүлгә һала барам. Унан өс-дүрт баш һуғанды нәҙек кенә итеп турап, шул тоҙлоҡта быҡтырам, ҡара борос ҡушам. Ярты сәғәт тирәһе тандыр ғына бығып ултырһын, эҫелә торһон.
Ит бешкәнсе ике йомортҡа һытып, саҡ ҡына һыу, тоҙ менән ҡаты булмаған ҡамыр баҫам. Аҙыраҡ ятып торғас, уны икегә бүлеп йәйәм (6 кешегә). Йәймәләрҙе яҡынса 10 см шаҡмаҡтарға киҫкеләйем, кибеп торалар.
Бешкән итте алып, һурпаһын һөҙөп икегә бүләм. Бер өлөшөн киңерәк кәстрүлгә ҡойоп, һыу ҡушып, ҡайнатып сығарып, шунда һалмаларҙы һала-һала болғатып торам. 10 минут тирәһе тотам. Ике йәймәне ике бүлә бешерәм. Күп һалһаң, уҡмашып китеүе бар. Һалмаларҙы һөҙөп алып, табаҡҡа һалып, өҫтөнә һуғанлы тоҙлоҡто ҡойоп бутап торам. Икенсе партия һалманы ла шулай итәм. Был һалма бешкән һурпа түгелә, сөнки ҡамырҙан боламыҡлана. Һалма йөҙөп бешерлек булһын өсөн һыу ҡушам.
Әгәр ҡаҙы бешерһәң, уны айырым кәстрүлдә ҡайнатып, шуның һурпаһына һалманы бешереп алырға ла була. Һурпаны әрәм итмәҫкә. Әммә уның тоҙлоғон һалмаға ҡоймайым, эсәк тәме бөтәһенә лә оҡшамаҫҡа мөмкин. Ә ҡаҙы бишбармаҡта шәп була.
Итте һалма әҙер булғансы турап йә киҫәкләп батмус тирәләп һалам. Табаҡта һуғанлы тоҙлоҡ менән яҡшылап буталған һалмаларҙы батмус уртаһына ауҙарам. Һурпаның икенсе өлөшөн ҡоротлап эсеүгә ҡойоп бирәм.
Төрлө ит һурпаһының тоҙлоғо ла тәмле була, бында ул ҙур роль уйнай.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Миләүшә Ҡаһарманова