Бының өсөн кәрәк: 500 г һыйыр ите, 150 г ҡара емеш, берәр кишер, башлы һуған, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 2 лавр япрағы, тәменә ҡарап борос, тәмләт-кестәр, тоҙ, 200 мл һыу.
Әҙерләү: һыйыр итен шаҡмаҡлап турап майлы табала ҡыҙҙырырға, түңәрәкләп ҡыр-ҡылған кишер, һуған һәм һыу өҫтәп, бер сәғәт быҡтырырға. Ҡара емеш, лавр япрағы, тоҙ, борос, тәмләткестәр һалып, тағы ярты сәғәт бешерергә. Тәмле, хуш еҫле ризыҡты тәрилкәгә һалырға, өҫтөнә туралған петрушка һибергә. Табынға дөгө ярмаһы, кускус менән бирелә (180 градус эҫелектәге мейестә лә көршәккә һалып ике сәғәт бешерергә була).
Фото А. Королев.