Маскарпоне сыры
Беҙгә 1 литр 35 процентлы ҡуйы һөт, 3 ҡалаҡ лимон кислотаһы, 1 стакан һыу, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Һыуға лимон кислотаһы һалабыҙ. Кислоталы һыуҙы биш миллилитрлыҡ шприцҡа һурҙырып алабыҙ.
Биш литрлыҡ кәстрүлгә һөт ҡоябыҙ.
Кәстрүлде талғын утҡа ҡуйып, эҫелеген термометр менән тикшереп торабыҙ – 90 градусҡа еткәнсе һөҙгөс менән болғатабыҙ. Төбөнә ултырырға тейеш түгел.
Артабан шприцтағы лимон кислоталы һыуҙы йылытылған һөт өҫтөнә һығып сығарабыҙ.
Ипләп кенә болғатабыҙ. Сырға оҡшап ҡуйырғас, утты һүндерәбеҙ.
Ҡапҡас менән ҡаплап, бер аҙ көтәбеҙ.
Самалап тоҙ һалып болғатабыҙ.
Тишекле сүмес өҫтөнә марля һалып, әҙер иҙмәне һөҙәбеҙ.
Марляны тоҡсай һымаҡ бөрөп тотабыҙ ҙа, оҙон бау менән бәйләп ҡуйып, һалҡын урынға эләбеҙ.
Эркете тулыһынса ағып бөтһә, сыр әҙер. Ул ҡуйы ҡаймаҡ кеүек шыйыҡлыҡта була, икмәккә яғып ашарға мөмкин.