-12 °С
Болотло
Кишер, сөгөлдөр, фрикаделькаларҙы алдан әҙерләп, ҡырғыстан үткәреп, туңдырғысҡа һалып ҡуйырға.
Табаға көнбағыш майын һалып, фрикаделькаларҙы бер аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ. Өҫтөнә кишер менән һуғанды һалып, һуңынан ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һалып бергә ҡыҙҙырабыҙ.
Кәбеҫтәне ваҡлайбыҙ. Картуфты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Һарымһаҡты ваҡ итеп турайбыҙ.
Ҡыҙҙырылған кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, фрикадельки өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Өҫтөнә кәбеҫтә, картуф һалып бергә бешерәбеҙ. Ике лавр япрағы, 5-6 штук түңәрәкләй ҡара борос, тоҙ, һарымһаҡ, тәмләткестәр һалабыҙ. Борщ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!