Ҡырғыстан үткәрелгән аҡ майға он ҡушып бутайбыҙ. Ҡатыҡҡа етен оно, талҡан, тоҙ, шәкәр һибеп болғатабыҙ. Шунан был ҡатнашмаға аш содаһы һалып бутайбыҙ ҙа он өҫтөнә ҡоябыҙ. Ҡамырҙы яҡшылап, ҡулға йәбешмәй башлағансы баҫабыҙ. Шунан шыптырға урап, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ: картуфты, итте, ҡабаҡты, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ, тәмләткестәр ҡушабыҙ. Ҡабаҡ өҫтәү бәлеште һутлы, тәмле итә.
Яҡынса ике сәғәттән ҡамырҙы алып йәйәбеҙ, эслек һалып, ғәҙәттәгесә бәлеш эшләйбеҙ, 180 градус эҫелектәге мейестә 1 сәғәт тә 20 минут тотабыҙ.
Табынға тәмле һурпа менән тәҡдим итәбеҙ.
Һурпаға һуғанды бөтәүләй һалып бешереү уңайлы ла, тәмле лә.